Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХЕМИЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ

ХЕМИЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ, ҡуҙғытылған хәлдә химик реакцияларҙың продукттары килеп сығыуға бәйле барлыҡҡа килгән тигеҙләнешмәгән нурланыш. Ҡуҙғытыу энергияһы молекула тәүге хәленә квантлы күсеүе ваҡытында фотондар рәүешендә бүленеп сыға (ҡара: Люминесценция). Тәбиғәттә яҡтылыҡ атмосфераның юғары ҡатламдарында,...

ХИЗБУЛЛИН Фәйез Фәрүәз улы

ХИЗБУЛЛИН Фәйез Фәрүәз улы (22.9.1956, БАССР-ҙың Дыуан районы Мәсәғүт а.), физик. Химия фәндәре докторы (2006). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй. 1980 й. алып ӨНИ-лә, 1981 й. – Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология институтында (1990 й....

ХИМИК АНАЛИЗ

ХИМИК АНАЛИЗ, матдәнең химик составын (элемент, изотоп, молекуляр һәм фаза) асыҡлау өсөн ҡулланылған ысулдар һәм принциптар йыйылмаһы. Х.а. фәнни нигеҙе – аналитик химия. Сифат (компоненттарын – атомдарын, иондарын, молекулаларын, функциональ төркөмдәрен билдәләү) һәм һан б-са (уларҙың һанын иҫәпләү)...

ХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, химик реакцияларҙы ҡулланыуға нигеҙләнгән. Һан һәм сифат б-са Х.а.ы. айырыла. Һан б-са Х.а.ы. реакция продуктының массаһы (гравиметрия), билдәләнә торған компонент м-н реакцияға ингән матдә эретмәһенең һан б-са күләме (титриметрия), реакция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән газдың...

ХИМИК БЫСРАНЫУ

ХИМИК БЫСРАНЫУ, тирә‑яҡ мөхиттә химик матдәләрҙең (органик берләшмәләр, пестицидтар, ауыр металдар, радионуклидтар, пластик массалар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, нефть продукттары һ.б.) норманан артыҡ йәки уға хас булмаған концентрацияларҙа тупланыуы. Х.б.–биосфера процестарының тигеҙләнеше боҙолоуҙың,...

ХИМИК КИНЕТИКА

ХИМИК КИНЕТИКА, физик химия бүлеге, ваҡыт эсендә химик реакциялар барышы законлыҡтарын, уларҙың тиҙлегенә һәм йүнәлешенә тышҡы факторҙарҙың тәьҫирен өйрәнә. Кинетик тикшеренеүҙәр (ваҡыт эсендә реагенттарҙың, аралыҡ матдәләрҙең һәм реакция продукттары үҙгәреүенең законлыҡтары) химияның күп бүлектәре...

ХИМИК СҮСТӘР

ХИМИК СҮСТӘР, сүс барлыҡҡа килтергән полимерҙарҙыңэретмәләренән һәм иретмәләренән формалана. Башланғыс сеймалдың төрөнә бәйле яһалма (ацетат, вискоза, баҡыр-аммиак сүстәр – тәбиғи полимерҙарҙан, башлыса целлюлозанан алына), синтетик (синтетик полимерҙарҙан – полиамид, полиэфир, полиакрилонитрил, полиолефин...

ХИМИК ТЕРМОДИНАМИКА

ХИМИК ТЕРМОДИНАМИКА, химик системаларҙың (газ хәлендәге, шыйыҡ һәм ҡаты матдәләр, эретмәләр һ.б.) һәм процестарҙың (реакциялар, фаза үҙгәрештәре һ.б.) термодинамик үҙсәнлектәрен өйрәнгән физик химия бүлеге. Х.т. һығымталары һәм ысулдары сиктәш белем тармаҡтарында (физика, йылылыҡ энергетикаһы, геология,...

ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ

ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ, сеймалды ҡулланыу продукттарына һәм етештереү сараларына химик эшкәртеүҙең (матдәнең үҙсәнлектәрен, составын һәм төҙөлөшөн үҙгәртеү) аҙ сығымлы һәм экологик яҡтан маҡсатҡа ярашлы ысулдары һәм процестары т-дағы фән. Дөйөм (тигеҙләнеш хәлендәге химик әүерелеүҙәр, матдәләрҙең физик-химик...

ХИМИК ЭКОЛОГИЯ

ХИМИК ЭКОЛОГИЯ, тирә‑яҡ мөхиткәхимик матдәләрҙең тура (ашламалар, пестицидтар) һәм өҫтәмә (ағынты һыуҙар, антропоген ташландыҡтар) тәьҫире эҙемтәләрен, уларҙың кире йоғонтоһон кәметеү ысулдарын өйрәнгән ғәмәли экология бүлеге. Токсикология, биохимия м-н бәйле. Х.э. барлыҡҡа килеүе химия сәнәғәте, нефть...

ХИМИЯ

ХИМИЯ, матдәләрҙең төҙөлөшөн һәм уларҙың составы һәм (йәки) төҙөлөшө үҙгәреү м-н бергә барған әүерелештәрен өйрәнгән фән. Агрохимия, математик химия, физик химия, химия физикаһы, биохимия, биоорганик химия, геохимия, биогеохимия һ.б. башҡа фәндәрҙе барлыҡҡа килтергән башҡа сиктәш фәндәр м-н тығыҙ бәйле....

ХИМИЯ ФИЗИКАҺЫ

ХИМИЯ ФИЗИКАҺЫ, химия м-н физика араһындағы сиктәш фән бүлеге; химик процестарҙың физик күренештәрен өйрәнә. Физик химия, квант химияһы, атом физикаһы, квант механикаһы, химик кинетика, химик термодинамика, фотохимия, радиация химияһы,электрохимия м-н тығыҙ бәйле. Х.ф. төп бурыстары: атомдың электрон...

ХИМИЯ ҺӘМ ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ХИМИЯ ҺӘМ ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, уҡыу йорттарында химия һәм химик технология б-са белем алыу системаһы. Дөйөм (дөйөм белем биреү мәктәптәре, ш. иҫ. химия тәрән өйрәнелгән мәктәптәрҙең; урта һөнәри-техник һәм урта махсус белем биреү уҡыу йортта­рының программалары составында), ярҙамсы (политехник,...

ХИММОТОЛОГИЯ

ХИММОТОЛОГИЯ (химия һәм лат. motor – хәрәкәткә килтереүсе һәм …логия), яғыулыҡ-майлау материалдарының, махсус шыйыҡсаларҙың үҙсәнлектәрен, сифатын һәм уларҙы техникала рациональ файҙаланыуҙы өйрәнгән фән. Х. термины тәүге тапҡыр 1964 й. СССР-ҙа тәҡдим ителә. Органик химия, физик химия, коллоидтар химияһы,...

ХЛОР

ХЛОР (Chlorum), Сl, Д.И.Менделеев периодик системаһының VII төркөм химик элементы, галогендарға ҡарай. 2 тотороҡло һәм 7 радиоактив изотобы бар. Минералдар (галит, карналлит, сильвин, сильвинит, бишофит һ.б.), метеориттарҙағы тимер хлориды, Донъя океанында һәм ер аҫты тоҙло һыуҙарында хлорид-ион рәүешендә,...

ХЛОРАМИНДАР

ХЛОРАМИНДАР, молекулаларында N—Cl бәйләнеше булған берләшмәләр. Улар эсенә аммиактың(дөйөм формулаһы NH3-xClx, бында x=1—3; органик булмаған Х.), аминдарҙың(RNHCl йәки RNCl2, бында R – органик ҡалдыҡ; органик Х.), карбон һәм сульфокислоталар амидтарының (дөйөм формулалары ярашлы рәүештә RCONHCl , RSONHCl...

ХЛОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

ХЛОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, хлор атомы углерод атомы м-н туранан-тура (хлоруглеводородтар, ҡара: Галоген‑углеводородтар) йәки азот (органик хлораминдар, хлоримидтар), кремний (хлорсиландар, оксафен, силафен), фосфор (органик хлорфосфаттар, -тиофосфаттар, -фосфиндар) атомдары аша берләшкән органик берләшмәләр....

ХРОМ

ХРОМ (Chromium), Сr, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 4 тотороҡло изотобы бар. Х. 70-тән ашыу минералы билдәле (хромиттар, крокоит, волконскоит һ.б.); Х. сульфидтары — метеориттарҙа, ҡатышмалары дунитта, слюдаларҙа һ.б. табылған. Көмөш төҫлө металл; tиреү 1890°С,...

ХРОМАТОГРАФИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ХРОМАТОГРАФИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, газ, шыйыҡса йәки эрегән матдәләрҙең ҡатышмаларын айырыу ысулдары йыйылмаһы, уларҙың компоненттарын үҙгәрмәй торған (өҫкө йөҙө үҫешкән сорбент,ҡаты есем, шыйыҡса) һәм үҙгәреүсе (элюент – газ, пар, флюид, шыйыҡса ағымы; үҙгәрмәй торған фаза аша үтә) фазалар араһында бүлеүгә...

ХУШ ЕҪЛЕ МАТДӘЛӘР

ХУШ ЕҪЛЕ МАТДӘЛӘР, парфюмерия һәм косметика изделиеларын, ҡайһы бер аҙыҡ продукттарын һәм көнкүреш химияһы тауарҙарын етештереүҙә ҡулланылған хуш еҫле органик берләшмәләр. Тәбиғи (үҫемлектәрҙән алынған – эфир майҙары, хуш еҫле ыҫмалалар, бәлзәм һ.б.; хайуандарҙан алынған – ғәмбәр, мускон һ.б.) һәм синтетик...