Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДОВЛАТОВ Сергей Донатович

ДОВЛАТОВ Сергей Донатович (3.9.1941, Өфө — 24.8.1990, Нью-Йорк), яҙыусы, журналист. ЛДУ‑ла уҡый (1959—62). 1942 й. алып Новосибирск ҡ. йәшәй, 1944 й. — Ленинградта, 1978 й. башлап АҠШ‑та: “Азатлыҡ” радиоһында эшләй; урыҫ телендәге “Новый американец” (“Яңы американлы”) гәз. ойоштороусыларҙың береһе һәм...

ДОКИЧЕВ Владимир Анатольевич

ДОКИЧЕВ Владимир Анатольевич (4.11.1953, Вологда өлкәһе Суда ст.), химик‑органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Органик химия институтында эшләй: 1995—2005 йй. директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1996 й. алып лаборатория...

ДОКТОРАНТУРА

ДОКТОРАНТУРА, ғилми һәм ғилми-пед. кадрҙар әҙерләү системаһының юғары баҫҡысы, өҙлөкһөҙ белем биреү системаһының бер өлөшө. Д. юғары уҡыу йорттарында, ғилми учреждениеларҙа фән һәм техника өлкәһендә юғары квалификациялы ғилми кадрҙарҙы планлы әҙерләү маҡсатында ойошторола. Д. фән канд. ғилми дәрәжәһе,...

ДОКУМЕНТАЛЬ КИНО

ДОКУМЕНТАЛЬ КИНО, киносәнғәт төрө, әҫәрҙәге ысын булған ваҡиғаларҙы һәм шәхестәрҙе төшөрөп монтажлау, уларҙы һынлы кәүҙәләндереү һәм диктор тауышы м‑н аңлатма биреү ярҙамында ижад ителә. Д.к. жанрҙары: кинохроника, киноконцерт, киножурнал, репортаж, очерк, кинопублицистика. Башҡортостан т‑да тәүге документаль...

ДОКУЧАЕВ Евгений Сергеевич

ДОКУЧАЕВ Евгений Сергеевич (17.8.1940, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Воздвиженка а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БДУ‑ны тамамлаған (1962). 1963 — 2012 йй. ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре нефтехимия сәнәғәтенең иҡтисадына һәм фәнни-техник үҫеше м‑н идара итеүгә арналған. Д. тарафынан...

ДОКУЧАЕВА Алла Анатольевна

ДОКУЧАЕВА Алла Анатольевна (7.1.1935, Горький ҡ.), журналист, яҙыусы. . БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Журналистар союзы (1959), Яҙыусылар союзы (1994) ағзаһы. Горький ун‑тын тамамлағандан һуң (1957) Горький ҡ. киң мәғлүмәт сараларында эшләй. 1970 й. алып Өфөлә: “Вечерняя Уфа” гәз. бүлек мөдире,...

ДОКШИН Даниил Фадеевич

ДОКШИН Даниил Фадеевич (яҡынса 1747 й. — ?), Өфө провинцияһының отставкалағы унтер-офицерҙары, драгундары һәм һалдаттарынан (ҡара: Хеҙмәтле кешеләр) Уложенный комиссия депутаты. Отставкалағы вахмистр (Минзәлә ҡәлғәһендә йәшәгән). Комиссияға депутат итеп 1768 й. И.М.Кузнецов урынына һайлана. 1768 й....

ДОЛГАН ТЕЛЕ

ДОЛГАН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (төньяҡ-көнсығыш төркөмө). Долгандарҙың милли теле. Красноярск крайының Таймыр (Долган-Ненец) р‑нында, ш. уҡ Саха (Яҡутия) Респ. Анабар р‑нында таралған. Д.т. һөйләшеүселәр һаны 5 мең (2002). Үҙ аллы тел булараҡ эвенк теле йоғонтоһонда айырым үҫеү һәм эске үҙгәртеп...

ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович

ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович (1.9.1930, Урал өлкәһе Уралец ҡсб), тау инженеры‑геолог. Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). 1956 й. алып “Уралцветметразведка” тресы Баймаҡ геологик разведка партияһының баш инженеры, 1959 й. — Башҡортостан территориаль геология идаралығы Сибай геологик разведка...

ДОЛМАТОВ Лев Васильевич

ДОЛМАТОВ Лев Васильевич (12.10.1928, Боготол ҡ. — 13.7.2018, Өфө ҡ.), химик-технолог. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1996). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй (1973—79 йй. технология факультеты деканы). Фәнни хеҙмәттәре...

ДОЛМАТОВА Ирина Юрьевна

ДОЛМАТОВА Ирина Юрьевна (21.9.1955, Магадан өлк. Гижига ҡсб), популяция генетигы. Биол. ф. д‑ры (2008), проф. (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй: 1990 й. алып ғилми секретарь, 1996 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р. 2000 й. башлап БДАУ‑ҙа уҡыта, бер үк ваҡытта 2002 й....

ДОЛОМАТОВ Михаил Юрьевич

ДОЛОМАТОВ Михаил Юрьевич (1.11.1954, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1993), проф. (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991). БДУ‑ны тамамлаған (1977). 1979—81 йй., 1985—91 йй. һәм 1998 й. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында эшләй: 1986 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988 й. — лаб. мөдире. 1991 й. — ӨДНТУ-ла...

ДОЛОМИТ

ДОЛОМИТ (француз геологы Д.Доломьё исеменән), 1) СаМg(СО3)2 карбонаттар класы минералы. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Бүленеп сығыу формалары тупаҫ бөртөклө агрегаттарҙан тығыҙ ауырлыҡҡа тиклем. Төҫһөҙ, аҡ, һоро төҫтә, көрән йәки йәшкелт сағылышлы, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4, тығыҙлығы 2800—2900 кг/м3,...

ДОМАШНИКОВ Борис Фёдорович

ДОМАШНИКОВ Борис Фёдорович (5.4.1924, Иваново-Вознесенский губ. Кригоузово а. — 20.6.2003, Өфө), рәссам. СССР‑ҙың (1982) һәм РСФСРҙың (1975) халыҡ рәссамы. Рәсәй художество акад. мөхбир ағзаһы (1996). РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1965), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1965). Рәссамдар союзы ағзаһы (1954)....

ДОМБРОВКА, Благовар р‑нындағы ауыл

ДОМБРОВКА, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 129 кеше; 1920 — 110; 1939 — 151; 1959 — 231; 1989 — 332; 2002 — 382; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Языков...

ДОМЕН СТРУКТУРАҺЫ

ДОМЕН СТРУКТУРАҺЫ, магнитта: магнетиктың бөтә күләме б‑са үҙенән-үҙе магнитлау дәрәжәһе төрлө йүнәлештә булған бер төрлө магнитланған макроскопик өлкәләр (домендар) йыйылмаһы. Ферромагнетиктарҙа критик т‑ранан түбән осраҡтарҙа (Кюри нөктәһе) һәм тышҡы магнит ҡыры көсөргәнешлелегенең билдәле бер ҡиммәттәрендә...

ДОМРАЧЕВ Сергей Афанасьевич

ДОМРАЧЕВ Сергей Афанасьевич (3.11.1936, Өфө), спортсы. Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1961). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Ф.Ш.Билалов, В.П.Марюткин). СССР чемпионатының бронза призёры (1962), 1000 м. бейеклектән билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б-са төркөмләп...

ДОНГУЗОВ Александр Анатольевич

ДОНГУЗОВ Александр Анатольевич (4.1.1951, Өфө ҡ.), һөйләү жанры артисы. БР‑ҙың халыҡ (2013) һәм атҡ. (1996) артисы. Ф.Волков ис. Академия театры эргәһендәге Ярославль театр уч‑щеһын тамамлаған (1986). 1977 й. алып Башҡ. филармонияһында эшләй. Нәфис һүҙ оҫтаһы, яңғыҙ әҙәби программалар м‑н сығыш яһай....

ДОНГУЗОВ Константин Александрович

ДОНГУЗОВ Константин Александрович (2.6.1962, Өфө), архитектор. Архитектура канд. (1991), проф. (2010). БР-ҙың атҡ. архитекторы (2006). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1991). ӨНИ‑не тамамлаған (1984). 1986—88 йй. “Строительство и архитектура Москвы” (“Мәскәү төҙөлөшө һәм архитектураһы”) ж. (Мәскәү) өлкән...

ДОННЕЛЛИ Алтон Стюарт

ДОННЕЛЛИ Алтон Стюарт (30.11.1920, Спрингвилл ҡ., АҠШ — 2.1.2007, Бингемтон ҡ., АҠШ), тарихсы. Филос. д‑ры (1960), проф. (1966). БР ФА‑ның сит ил акад. (1991). Икенсе донъя һуғышы һәм 1950—53 йй. Корея һуғышы ҡатнашыусыһы. Калифорния ун‑тын (Беркли ҡ., 1955) тамамлаған. 1960—85 йй. Нью-Йорк штатының...