Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘҒДӘНЛЕ КОМПЛЕКС

МӘҒДӘНЛЕ КОМПЛЕКС, туранан-тура йәки ситләтеп мәғдәнләнеү м‑н бәйле булған ултырма, магматик, метаморфик, метасоматик тау тоҡомдарының тәбиғи берләшмәләре йыйылмаһы. Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарының геол.‑сәнәғәт (сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтенең минераль сеймалға ҡарата хәҙ. талаптарына яуап...

МӘҒЖӘНОВ Рим Вәли улы

МӘҒЖӘНОВ Рим Вәли улы (16.3.1943, БАССР-ҙың Учалы районы Ильинка приискыһы ҡсб, хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Ильинка а.), невролог. Медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ эшләй (1989—2020 йй. нейрохирургия...

МӘҒЛИЕВ Рәмил Рафаэль улы

МӘҒЛИЕВ Рәмил Рафаэль улы (12.5.1960, Өфө), график. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2011). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. 20 б. 80‑се йй. аҙ. ижадының төп өлкәһе — станок графикаһы (меццотинто, ҡоро энә, монотипия һ.б.). М. образлы уй-фекеренә айырыуса...

МӘҒЛҮМӘТ АГЕНТЛЫҠТАРЫ

МӘҒЛҮМӘТ АГЕНТЛЫҠТАРЫ, баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары аша оператив хәбәрҙәрҙе йыйыу, эшкәртеү, һаҡлау һәм таратыу м‑н шөғөлләнгән дәүләт ҡарамағындағы йәки шәхси пр‑тиелар. Матбуғат һәм яңылыҡтар (“РИА Новости”, Франс‑пресс, Ассошиэйтед‑пресс), спорт, реклама, нәшриәт һ.б. агентлыҡтарға айырыла....

МӘҒЛҮМӘТ СЕЛТӘРҘӘРЕ

МӘҒЛҮМӘТ СЕЛТӘРҘӘРЕ, алыҫлашҡан мәғлүмәт сығанаҡтарын (мәғлүмәттәр базаһы, мәғлүмәттәр сайты һ.б.) үҙ‑ара бәйләгән һәм ҡулланыусыларға уларға инеү мөмкинлеген биргән селтәрҙәр. Мәғлүмәтте үҙәкләштерелгән юл м‑н һаҡлау, эшкәртеү, тапшырыу һәм мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән. Абонент...

МӘҒЛҮМӘТ ТЕОРИЯҺЫ

МӘҒЛҮМӘТ ТЕОРИЯҺЫ, ғәмәли матем. файҙалы мәғлүмәтте кодлау, тапшырыу һәм айырып алыуҙы һанса ысулдар ярҙамында өйрәнгән бүлеге. М.т. 2 төп йүнәлеште айыра‑ лар: мәғлүмәт тапшырыу теорияһы, оптималь кодлау һәм декодлау; хәбәрҙәрҙәге билдәһеҙлек м‑н мәғлүмәттең логарифмик үлсәмдәренеңүҙенсәлектәрен тикшереү....

МӘҒЛҮМӘТ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ

МӘҒЛҮМӘТ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ (ингл. information technology), 1) программа‑аппарат комплексы нигеҙендә мәғлүмәтте йыйыу, теркәү, туплау, эшкәртеү, тапшырыу һәм яңынан тергеҙеү операцияларын тормошҡа ашырыу ысулдары һәм саралары йыйылмаһы, 2) мәғлүмәтте эшкәртеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнгән кешеләрҙең хеҙмәтен...

МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТЕ КҮРҺӘТЕҮ

МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТЕ КҮРҺӘТЕҮ, һорау темаһына ярашлы ҡулланыусыларға мәғлүмәт биреү. Мәғлүмәтте 3 төп төркөмгә бүләләр: эш, ғилми тармаҡ өсөн һәм киң күләмле. М.х.к. төрҙәре: китапханала әҙәбиәт йәки архивта документтар биреү, фактографик йәки библиографик белешмәләр төҙөү, темалар б‑са материалдар (публикациялар,...

МӘҒЛҮМӘТИ ҮЛСӘҮ СИСТЕМАҺЫ

МӘҒЛҮМӘТИ ҮЛСӘҮ СИСТЕМАҺЫ, контролдә тотолған объекттан тейешле мәғлүмәтте автоматик рәүештә туранан-тура алыу, күҙгә күренерлек итеү, уны теркәү һәм электрон хисаплау машиналарында эшкәртеү өсөн булған үлсәү, хисаплау саралары һәм тейешле матем. тәьминәт комплексы. Башҡа үлсәү сараларынан үлсәнә торған...

МӘҒЛҮМӘТТӘР БАЗАҺЫ

МӘҒЛҮМӘТТӘР БАЗАҺЫ, объекттар (уларҙың үҙенсәлектәре) һәм улар араһындағы мөнәсәбәттәр т‑да компьютерлаштырылған мәғлүмәт, ҡуйылған мәсьәләне иң уңайлы юл м‑н хәл итеү өсөн ойошторолған. Ҡулланыусыларҙың һаны б‑са бер һәм күп ҡулланыусылар өсөн төҙөлгән М.б. айыралар. Күп ҡулланыусылар өсөн булғандарҙы...

МӘҒРИФӘТСЕЛЕК

МӘҒРИФӘТСЕЛЕК, ижт.‑сәйәси ағым, вәкилдәре халыҡ араһында игелек, ғәҙеллек, ғилми белем таратыу иҫәбенә йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, әҙәпте, сәйәсәтте, көнкүреште ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ынтыла. Башҡортостанда М. барлыҡҡа килеүенә ниндәйҙер дәрәжәлә урыҫ философияһы, урыҫ әҙәбиәте һәм мәҙәниәте...

МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫ

МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫ, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары, тарих, археология, архитектура, ҡала төҙөлөшө, һынлы сәнғәт, фән һәм техника, эстетика, этнология, антропология йәһәтенән ҡиммәтле һаналған һәм мәҙәниәттең барлыҡҡа килеүе, үҫеше т‑да мәғлүмәт сығанағы булған күсемһеҙ милек объекттары (ҡара:...

МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫН ҺАҠЛАУ

МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫН ҺАҠЛАУ, мәҙәни мираҫ объекттарын асыҡлауға, өйрәнеүгә, һаҡлауға, яҡлауға һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән дәүләт саралары системаһы. БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында” законына (2005) ярашлы башҡарыла....

МӘҘӘНИ-ТАРИХИ БЕРЛЕК

МӘҘӘНИ-ТАРИХИ БЕРЛЕК, раса һәм этногенетик сығышы б‑са берләшкән һәм матди (керамика формаһы һәм биҙәлеше, торлаҡ, ҡорал һәм биҙәүес типтары), ш. уҡ рухи (дини ҡараштары, ерләү йолаһы элементтары) мәҙәниәттә дөйөм элементтары булған археологик мәҙәниәттәр йыйылмаһы. Билдәле бер М.‑т.б. ҡәбиләләре бер...

МӘҘӘНИ‑ЯЛ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

МӘҘӘНИ‑ЯЛ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, халыҡтың ялын тәьмин итә, үҙешмәкәр сәнғәт ижады өсөн шарттар булдыра. Башҡортостанда мәҙәни-ял эшмәкәрлеге м‑н М.‑я.у. киң тармаҡлы селтәре шөғөлләнә: ҡала, район мәҙәниәт йорттары һәм мәҙәниәт һарайҙары, ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттары. Улар эргәһендә китапханалар, ҡыҙыҡһыныу...

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1933 й. Стәрлетамаҡҡ. сәйәси-ағартыу техникумы булараҡ асыла, 1947 й. алып Респ. мәҙәни-ағартыу мәктәбе, 1960 й. — Башҡ‑н республика мәҙәни-ағартыу уч‑щеһы, 1991 й. — Башҡ‑н республика мәҙәниәт техникумы, 2012 й. — Башҡ‑н республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы. Уҡытыу...

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ. Өфөлә урынлашҡан (Островский урамы, 21/1). Майҙаны — 4,7 га. 1950 й. баҡса итеп ойошторола, 1960‑сы йй. уртаһынан Дим районының М.һ.я.п. Иң тәүҙә баҡсала йәйге кинотеатр, бейеү майҙансығы, китапхана төҙөлә; арка рәүешендәге ҡапҡалар, турник, бәүелсәктәр, киоскылар, “Вихрь”, “Ромашка”,...

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ҮҘӘГЕ

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ҮҘӘГЕ. 1968 й. Башҡ‑н профсоюздары өлкә советының Үҙешмәкәр сәнғәт йорто булараҡ ойошторола, 1980 й. алып Союз-ара Үҙешмәкәр ижад йорто, 1989 й. — Респ. профсоюздарының М.һ.я.ү., 1990 й. ябыла. Профсоюздарҙың үҙешмәкәр сәнғәт ижадына ижади һәм методик яҡтан етәкселек итә, урта махсус...

МӘҘХИӘ, шиғри жанр

МӘҘХИӘ (ғәр.), о д а, тантаналы, патетик, данлап яҙылған шиғри жанр. Төп йөкмәткеһе — мөһим тарихи ваҡиғаларҙы йәки ниндәй ҙә булһа кешенең уңыштарын, дәрәжәләрен данлау. Башҡорт әҙәбиәтенд әкөнсығыш (мәҙхиә), европа (ода) һәм башҡорттарҙың үҙҙәренең (ҡобайыр) әҙәби традициялары контаминацияһынан торған...

МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ

МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ, үҙенә йәки ғаиләһенең ағзаларына ҡарата көс ҡулланыу йә башҡа төрлө эҙәрлекләү арҡаһында, йәки расаһы йә милләте, дине, теле йәки ниндәй ҙә булһа социаль төркөмгә ҡарауы, йә билдәле бер кешегә йәки кешеләр төркөмөнә ҡарата дошманлыҡ кампаниялары үткәрелеүгә, киң халыҡ массаларының...