Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КЕЙЕКОВТАР

КЕЙЕКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы Соҡор а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а.) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шәрип К., Польша походында (1771—73), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Тархан. Ирәкте һәм Ғәйнә улустары (1797 й. тиклем)...

КЕЙЕМДЕҢ ҺЫҘМАҺЫН ҺӘМ МОДЕЛЕН ӘҘЕРЛӘҮ СӘНҒӘТЕ

КЕЙЕМДЕҢ ҺЫҘМАҺЫН ҺӘМ МОДЕЛЕН ӘҘЕРЛӘҮ СӘНҒӘТЕ, проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәте; художество ҡиммәткә эйә автор кейеме тегеү. БР‑ҙа рәссамдарҙың автор кейеменә музей экспонаты булараҡ ҡыҙыҡһыныуҙары 20 б. 90‑сы йй. барлыҡҡа килә. Был сәнғәт өсөн халыҡ традицияларына эйәреү (А.Д.Кирдякин, О.В.Лыкасов, В.М.Шибаева)...

КЕЛӘШ, Иглин р‑нындағы ауыл

КЕЛӘШ, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 453 кеше; 1920 — 628; 1939 — 569; 1959 — 507; 1989 — 172; 2002 — 192; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты...

КЕЛӘШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

КЕЛӘШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 22 км һәм Йоматау т. юл ст. К. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1436 кеше; 1920 — 1724; 1939 — 1377; 1959 — 1094; 1989 — 613; 2002 — 583; 2010 — 560 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

КЕЛЛЕР Борис Максимович

КЕЛЛЕР Борис Максимович (14.10.1912, Берлин ҡ. — 14.1.1997, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1948), профессор (1962). Мәскәү геология-разведка институтын тамамлаған (1934). Фәнни тикшеренеүҙәре геология һәм стратиграфияға арналған. К. етәкселегендә өҫкө протерозойҙың тасуирламаһы...

КЕМБРИЙ

КЕМБРИЙ (латинса Cambria — Уэльстың боронғо атамаһы), кембрий системаһы (осоро), палеозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 542±1,0 млн йыл, тамамланыуы — 488±1,7 млн йыл. 1835 й. Уэльста А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡы, урта, өҫкө. К. ултырмалары...

КЕМБРИЙ АЛДЫ

КЕМБРИЙ АЛДЫ, протозой, криптозой, фанерозойҙан алда булған Ерҙең геологик тарихындағы бик ҙур этап. Ер ҡабығының боронғо ҡатлауҙарын һәм уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын кәүҙәләндерә. Яҡынса 3,5 млрд йыл дауам итә. 1838 й. А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Ике акротемаға бүленә: аҫҡы К.а. — архей...

КЕНӘЗ

КЕНӘЗ, ҡәбилә йәки ҡәбиләләр берләшмәһе юлбашсыһы, 9—16 бб. Рәсәйҙә дәүләт йәки дәүләт берәмеге м‑н идара итеүсе, һуңыраҡ нәҫелдән күсә килгән почётлы титул. Шәжәрәләр һәм башҡа тарихи сығанаҡтар б‑са, башҡорттарҙа — ырыу йәки ырыуҙар берләшмәһе (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре), ырыуҙар башлығының...

КЕНӘЗ МИХАИЛ ҠОРОС-ТУП ФАБРИКАҺЫ

КЕНӘЗ МИХАИЛ ҠОРОС-ТУП ФАБРИКАҺЫ, 1859 й. ҡаҙна тарафынан Златоуст (Косотур) заводы эргәһендә нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна; 1917 й. һуң национализациялана. Златоуст тау заводы округына ингән. 1860 й. эшләй башлай. Составында сеймал, ҡорос ҡойоу, сүкеү, быраулау һәм бер нисә ярҙамсы цех була. 3 пар...

КЕНДЕКТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл

КЕНДЕКТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Кендек й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 760 кеше; 1920 — 797; 1939 — 521; 1959 — 590; 1989 — 458;...

КЕНИГ Вильгельмина Генриховна

КЕНИГ Вильгельмина Генриховна (24.6.1913, Одесса ҡ. — 2.3.2002, Өфө), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1955). Одесса граждандар һәм коммуналь төҙөлөш инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1939). 1940 й. алып Башҡортостанда эшләй: 1941 й. — Өфө, Черниковск ҡҡ. проект һәм төҙөлөш ойошмалары, 1944—68 йй....

КЕР ЙЫУЫУ ЙОРТО

КЕР ЙЫУЫУ ЙОРТО, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү пр-тиеһы, керҙе йыуыу һәм артабанғы эшкәртеү м‑н шөғөлләнә; кер йыуыу өсөн бина. Керҙе йыйыу һәм оҙатыу, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү ысулы м‑н йыуыу, әйберҙәргә ваҡ ремонт яһау һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Ҡорамалдары: кер йыуыу машиналары, центрифугалар, киптереү...

КЕРАМИК ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ

КЕРАМИК ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ, сеймал составына бәйле рәүештә балсыҡты 800—1000°С йәки 1100—1200°С т‑рала уҡмаштырып алынған, металл булмаған материалдар. Структураһы б‑са ҡаты (күҙәүлеге 5—30%; кирбес, черепица, к‑таларға сыҙамлы һәм канализация торбалары) һәм нескә (күҙәүлеге 5%‑тан аҙ; эс яҡтан биҙәү...

КЕРАМИКА

КЕРАМИКА (гр. keramike — көршәк яһау сәнғәте), балсыҡтарҙы һәм уларҙың минераль өҫтәмәләр, ш. уҡ металл оксидтары һ.б. органик булмаған берләшмәләр м‑н ҡатышмаларын яндырып уҡмаштырылған әйберҙәр һәм материалдар. Балсыҡтың һығылмалығы боронғо замандан уҡ билдәле. Тәүҙә К. төп төрө һауыт-һаба булған....

КЕРАТИТ

КЕРАТИТ (гр. кeras — мөгөҙ), күҙ мөгөҙсәһенең шешеүе. К. йоғошло (бактериаль, вируслы, бәшмәк һ.б.), травматик, аутоиммун, нейропаралитик һ.б. төрҙәргә бүләләр. Ябай герпес һәм аденовирустар, ш. уҡ бактериялар (кокктар) тыуҙырған йоғошло К. таралған. Контакт, гематоген юлдар аша һәм йәрәхәтләнгән ваҡытта...

КЕРӘН

КЕРӘН (Armoracia), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 3 төрө билдәле, Европала һәм Төньяҡ Азияла таралған. Башҡортостанда ауыл, йәки ябай К. үҫә. Йыуан итләс тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 50—150 см. Тамыр яны япраҡтары розеткала, оҙон һаптарҙа, эре, оҙонса йәки...

КЕРӘҮЛЕ‑ИЛЮШКИН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

КЕРӘҮЛЕ‑ИЛЮШКИН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Керәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 423 кеше; 1920 — 683; 1939 — 751; 1959 — 530; 1989 — 595; 2002 — 601; 2010 — 678 кеше. Сыуаштар...

КЕРӘШЕНДӘР

КЕРӘШЕНДӘР, Волга-Урал төбәге татарҙары составындағы этноконфессиональ төркөм. К. һаны 2002 й. РФ‑та — 24668, БР‑ҙа — 4510. Нигеҙҙә, ТР‑ҙа, Удмурт Респ., БР‑ҙа һәм Силәбе өлк. йәшәйҙәр. БР‑ҙа Баҡалы районында тупланғандар. К. теле татар теленең урта диалектына (Ҡазан аръяғы К., Түбәнге Кама буйы К.,...

КЕРБЕЛЬ Лев Ефимович

КЕРБЕЛЬ Лев Ефимович (7.11.1917, Чернигов губ. Семёновка а. — 14.8. 2003, Мәскәү), скульптор. СССР‑ҙың (1977) һәм РСФСР‑ҙың (1967) халыҡ рәссамы. СССР Художество акад. академигы (1975). Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). СССР‑ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1942). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Суриков ис. Мәскәү...

КЕРҘӘШЛЕК

КЕРҘӘШЛЕК, аҫаба башҡорттар (ҡара: Аҫаба) м‑н күскенселәрҙең төрлө категориялары (ҡара: Керҙәштәр) араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләгән соц. институт. Тәүҙә ул ергә аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) юғалтҡан башҡорттарға ғына, 17 б. алып К. иҫәбенә башҡ. улустарында хужалыҡ алып барыу...