Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИРИКОВ Николай Романович

ИРИКОВ Николай Романович [1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Үрге Ҡаҙарма а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 16.3.1943, Каменная Яруга а., Украина ССР‑ының Тетлега а. ерләнгән], танкист, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. башлап Сталинград,...

ИХСАНОВ Рафиҡ Рәшит улы

ИХСАНОВ Рафиҡ Рәшит улы (27.9.1965, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Түбәнге Әүрез а.), лётчик, полковник (2002). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). 1987—88 йй. Афғанстанда һәм 1995—96 йй., 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Һарытау юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1986), Ю.А.Гагарин...

ИШКИНИН Ишмәй Иштубай улы

ИШКИНИН Ишмәй Иштубай улы [23.12.1914 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 15.12.1914), Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ишем а. (БР‑ҙың Мишкә районы) — 2.8.1964, БАССР‑ҙың Мишкә районы Баймырҙа а.], Советтар Союзы Геройы (1945). Лейтенант (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Полтава пехота училищеһын тамамлаған (1944)....

ИШҠОЛОВ Ғәтиәт Абдулла улы

ИШҠОЛОВ Ғәтиәт Абдулла улы [15.7.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңы Яуыш а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 10.12.1944, Челёвце а., Плехотице а. ерләнгән, Словакия], танкист, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Харьков бронетанк уч‑щеһын...

ИЩЕНКО Иван Митрофанович

ИЩЕНКО Иван Митрофанович (15.9.1912, Херсон губ. Яңы Подымка а. — 17.1.1979, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. нояб. алып Көнбайыш, Калинин, 1‑се Балтик буйы, 3‑сө һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армия 179‑сы уҡсылар див. 234‑се уҡсылар...

ЙӘЛИЛ Муса Мостафа улы

ЙӘЛИЛ (Йәлилов) Муса Мостафа улы [2.2.1906, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мостафа а. (Ырымбур өлк. Шарлыҡ р‑ны) – 25.8.1944, Плётцензее хәрби төрмәһе, Берлин], шағир. Советтар Союзы Геройы (1956). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1914—17), МДУ‑ны тамамлаған...

КАЗАКОВ Степан Александрович

КАЗАКОВ Степан Александрович (25.3.1914, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Кесе Яңы Троицкий а., хәҙер БР‑ҙың Мишкә районы Яңы Троицкий а., — 7.12.1964, БАССР‑ҙың Асҡын районы Асҡын а.), Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия өлкән лейтенанты (1944). 1938 й. Хәсән күле янында совет-япон ҡораллы конфликтында,...

КАЛГАНОВ Алексей Нестерович

КАЛГАНОВ Алексей Нестерович (25.3.1921, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңы Ҡуғанаҡ а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны, — 16.4.1990, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Трудовик” к‑зында эшләй. 1942 й. башлап Воронеж, Брянск, Үҙәк һәм 1‑се Белоруссия...

КАРМАНОВ Афанасий Георгиевич

КАРМАНОВ Афанасий Георгиевич (18.1.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кәстәй а., хәҙ. БР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Кәстәй а., — 23.6.1941, Кишинёв), лётчик, капитан (1940). Советтар Союзы Геройы (1942). 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Өсөнсө лётчиктар һәм лётчик-күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен...

КАРМИШИН Дмитрий Дмитриевич

КАРМИШИН Дмитрий Дмитриевич [4.11.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Предтечино а. (БР‑ҙың Шаран районы) — 7.11.1956, Будапешт, Львов ҡ. ерләнгән], лётчик, гвардия капитаны (1956). Советтар Союзы Геройы (1956). 1956 й. Венгрияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге Беренсе Чкалов хәрби...

КАШИН Николай Иванович

КАШИН Николай Иванович [28.2.1923, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Оло Ҡуяш а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 20.12.1943, Украина ССР‑ы Трахтемиров а. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 309‑сы уҡсылар див. 955‑се...

КВАШНИН Анатолий Васильевич

КВАШНИН Анатолий Васильевич (15.8.1946, Өфө ҡ. — 7.1.2022, Мәскәү ҡ., Мытищи ҡ. ерләнгән), хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Хәрби фәндәр докторы (2003), социология фәндәре кандидаты (1996). Армия генералы (1997). РФ‑тың 1‑се класлы действительный дәүләт советнигы (2004). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999). Ҡурған...

КИСЕЛЁВ Геннадий Семёнович

КИСЕЛЁВ Геннадий Семёнович (1.2.1922, Өфө — 15.5.1979, Омск ҡ.), лётчик, подполковник (1959). Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1942), Хәрби‑һауа акад. (Мәскәү өлк. Монино ҡасабаһы, 1952) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1942 й....

КИСЕЛЁВ Иван Александрович

КИСЕЛЁВ Иван Александрович [16.8.1920, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Архангел а. (БР‑ҙың Архангел р‑ны) — 3.1.2008, Мәскәү], танкист, ген.‑майор (1967). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Армияның Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1949)....

КЛИМОВ Юрий Семёнович

КЛИМОВ Юрий Семёнович (21.9.1961, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Мораҡ а. — 9.1.2000, Чечен Республикаһының Аргун а. янында, Новосибирск ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). Милиция подполковнигы (1996). 1995—96 йй. һәм 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Новосибирск...

КЛОКОВ Всеволод Иванович

КЛОКОВ Всеволод Иванович [25.6.1917, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡытаутамаҡ заводы а. (Силәбе өлк. Ҡытаутамаҡ ҡ.) — 11.10.2004, Киев], инженер, тарихсы. Советтар Союзы Геройы (1945). Украина ССР‑ы ФА-ның мөхбир ағзаһы (1978), тарих ф. д‑ры (1962), проф. (1965). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1977)....

КНЯЗЕВ Иван Николаевич

КНЯЗЕВ Иван Николаевич (12.7.1924, Өфө, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Князев утары — 17.10.1999, Светлоград ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Кесе лейт. (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се уҡсылар див....

КОБЕЛЕВ Александр Иванович

КОБЕЛЕВ Александр Иванович (5.3.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Богородский а. — 14.10.1975, Өфө), лётчик, подполковник (1948). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Батайск граждан һауа флоты пилоттары мәктәбен тамамлағандан һуң (1934) шунда уҡ, 1938 й. алып Тамбов граждан һауа...

КОВАЛЬСКИЙ Антон Филиппович

КОВАЛЬСКИЙ Антон Филиппович [1906, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Урыҫ Һаҫыҡкүле а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 1945 й. февр., Германия]. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Ғафури р‑нының “Ҡыҙыл һабансы” к‑зында эшләй. 1943 й. февр. башлап 1‑се Украина һәм Белоруссия фронттарында...

КОВШОВА Наталья Венедиктовна

КОВШОВА Наталья Венедиктовна (26.11.1920, Өфө ҡ. — 14.8.1942, Ленинград өлкәһе Сутоки-Бяково а. янында, Новгород өлкәһе Коровитчино а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Снайперҙар мәктәбен тамамлағандан һуң (1942 й. ғинуарында) Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт...