Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИХАЙЛОВ Дмитрий Иванович

МИХАЙЛОВ Дмитрий Иванович [7.11.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шаран а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 5.12.2018, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1980), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

МИХАЙЛОВ Валерий Иванович

МИХАЙЛОВ Валерий Иванович (29.10.1954, Бәләбәй ҡ.), инженер‑конструктор. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1982) ӨМЭПБ‑ла эшләй. 1991 й. алып ИПТЭР‑ҙа (2001 й. башлап проекттар б‑са баш инженер). Фәнни‑ғәмәли эшмәкәрлеге үткәргес торбаларҙы ремонтлау һәм файҙаланыу өсөн ҡорамалдар уйлап табыуға арналған. М....

МИХАЙЛОВ Валерий Германович

МИХАЙЛОВ Валерий Германович (25.11.1958, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ, 2012 й. алып “РН‑УфаНИПИнефть”тә, бер үк ваҡытта БДПУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге гидродинамикаға һәм газ динамикаһына арналған. М. тарафынан күп фазалы мөхиттәрҙең...

МИХАЙЛОВ Александр Яковлевич

МИХАЙЛОВ Александр Яковлевич (28.12.1921, Новгород губ. Рудово а. — 10.1. 1984, Өфө), зенитсы, полковник (1965). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Баҡы зенит артиллерияһы уч‑щеһын (1941), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (1957) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында....

МИХАЙЛОВ Александр Фадеевич

МИХАЙЛОВ Александр Фадеевич [20.4.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Кручинин а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 2.1.1944, Украина ССР‑ы Дубовка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. ғин. алып Воронеж, 1‑се Украина фронттарындахеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһы...

МИХАЙЛОВ Александр Викторович

МИХАЙЛОВ Александр Викторович (6.11.1970, Волгоград ҡ.), спортсы. Фристайл буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). 1994—2003 йй. тау саңғыһы спорты буйынса СДЮШОР, бер үк ваҡытта 1997—2002 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (Өфө ҡ., тренеры Л.П.Финк)...

МИХАЙЛОВ Александр Алексеевич

МИХАЙЛОВ Александр Алексеевич [18.2.1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Семёнкин а. (БР‑ҙың Бәләбәй р-ны) — 12.2.1977, Өфө], педагог, юрист. БАССР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1924). Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын тамамлаған (Мәскәү,...

МИХАИЛ, дин әһеле

МИХАИЛ (донъяуи исеме Добров Матвей Алексеевич; 5.11.1795, Мәскәү — 19.5.1858, Өфө), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1831— 35). Дини тәғлимәт магистры (1818). Архимандрит (1822). Монахлыҡ ҡабул иткән (1818). Мәскәү дини акад. тамамлаған (1818). 1819 й. алып Мәскәү дини семинарияһы инспекторы, 1821...

МИХАИЛ АРХАНГЕЛ СИРКӘҮЕ

МИХАИЛ АРХАНГЕЛ СИРКӘҮЕ, Бәләбәй ҡ. урынлашҡан. Мәхәллә кешеләре аҡсаһына, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында яндырылған ағас сиркәү (яҡынса 1757 й. асылған) урынында төҙөлә һәм 1828 й. изгеләндерелә, тип фараз ителә, 1879 й. йәмиғ сиркәүе итеп үҙгәртелә, 1988 й. хәҙ. исемен ала. Классицизм стилендәге,...

МИФТАХОВА Әминә Садиҡ ҡыҙы

МИФТАХОВА Әминә Садиҡ ҡыҙы [8.12.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Абдулла а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 25.11.2005, Өфө], балалар неврологы. Мед. ф. д‑ры (1973), проф. (1974). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967). БДМИ‑ны тамамлаған (1947), 1948— 50 йй. Өфөнөң мәктәпкәсә һәм мәктәп учреждениеларында...

МИФТАХОВА Айһылыу Мансаф ҡыҙы

МИФТАХОВА Айһылыу Мансаф ҡыҙы (28.7.1975, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Балаҡ а.), эколог. Биол. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2009), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1998) шунда уҡ эшләй (2002 й. алып кадрҙар...

МИФТАХОВ Сәғит Мифтах улы

МИФТАХОВ Сәғит Мифтах улы [10.1.1907, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 1942, февр.], драматург. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1929) 2‑се баҫҡыс Башҡ‑н өлкә совет партия мәктәбенең...

МИФТАХОВ Риф Фәйзрахман улы

МИФТАХОВ Риф Фәйзрахман улы (17.9.1939, БАССР‑ҙың Ишембай районы Кинйәбулат а. — 22.4.2020, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), шағир. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Журналистар союзы (1970), Яҙыусылар союзы (1976), Кинематографсылар союзы (1997) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1968 й....

МИФТАХОВ Мансур Сәһәрйәр улы

МИФТАХОВ Мансур Сәһәрйәр улы (23.7.1947, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Боғҙан а.), химик. БР ФА акад. (2018), химия ф. д‑ры (1988), проф. (1991). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Миәкә р‑нының Боғҙан урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1972 й. алып Органик химия ин‑тында...

МИФТАХОВ Ҡәйүм Ғайнан улы

МИФТАХОВ Ҡәйүм (Ғәбделҡәйүм) Ғәйнан улы [16.6.1892, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нәсибаш а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 4.10.1948, Ҡырғыҙ ССР‑ының Байтыҡ а., Фрунзела ерләнгән], фольклорсы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Рәсүлиә” (1907—11), “Ғәлиә” (1911—13) мәҙрәсәләрендә уҡый, Ҡырғыҙ пед. ин‑тын (1937; Фрунзе)...

МИФТАР

МИФТАР (гр. myјthos — риүәйәт, хикәйәт), ысынбарлыҡтың үҙ аллы күренештәре тип һаналған күреп‑тойоп булған образдар ярҙамында кисерештәрҙе һәм ысынбарлыҡты аңлатыу формаһы; тәүтормош ҡоролошонда — донъяны аңлауҙың төп ысулы. М. өсөн тәбиғи һәм мәҙәни (соц.) объекттарҙы метафорик сағыштырыу, тирә‑яҡ...

МИФОЛОГИЯ

МИФОЛОГИЯ, 1) башҡ. халҡының мифтары йыйылмаһы. М. сығанаҡтары башҡ. халҡының этногенезында ҡатнашҡан ырыуҙарҙың М. һәм ышаныуҙарына барып тоташа, ул ш. уҡ башҡорттар м‑н бәйләнештә булған ырыуҙар һәм халыҡтарҙың йоғонтоһон кисерә (ҡара: Этник процестар). Боронғо замандарҙа барлыҡҡа килеп, мифологик...

МИТРОФАНОВКА, Дыуан р‑нындағы ауыл

МИТРОФАНОВКА, Дыуан р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 31 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 106 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 627 кеше; 1920 — 594; 1939 — 443; 1959 — 287; 1989 — 220; 2002 — 220; 2010 — 207 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

МИТРӘЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

МИТРӘЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ирсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 5 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 122 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 501 кеше; 1920 — 550; 1939 — 446; 1959 — 298; 1989 — 247; 2002 — 251; 2010 — 254 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

МИТРӘЙ-ӘЙҮП, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

МИТРӘЙ-ӘЙҮП, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 29 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 60 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 450 кеше; 1920 — 690; 1939 — 608; 1959 — 699; 1989 — 482; 2002 — 460; 2010 — 457 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп...