Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РӘССАМДАР ИЖАДИ СОЮЗЫ

РӘССАМДАР ИЖАДИ СОЮЗЫ, рәссамдар, дизайнерҙар, фотографтар, сәнғәт тәнҡитселәренең ижади берекмәһе. 1995 й. Өфөлә ЮНЕСКО‑ның Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ ойошторола, 2005 й. алып БР Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының Төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Төп маҡсаты һәм бурыстары —...

РӘСМИ ТЕЛДӘР

РӘСМИ ТЕЛДӘР, Б а ш ҡ о р т о с т а н  Р е с п у б л и к а һ ы н ы ң  р ә с м и  т е л д ә р е, рәсми эш башҡарғанда, суд эштәрендә, дәүләт властары органдары һәм урындағы үҙидара эштәрендә, БР‑ҙың норматив‑хоҡуҡи акттарын баҫтырып сығарғанда, һайлауҙарға, референдумдарға әҙерләнгәндә һәм үткәргәндә,...

РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕТАШЛАНДЫҠ

РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ ТАШЛАНДЫҠ (РСТ), ваҡыт берәмегендә атмосфераға сығарылған иң ҙур рөхсәт ителгән газ ҡалдыҡтарында бысрата торған матдәнең фәнни нигеҙләнгән техник нормаһы. Һауаның ер тирәһендәге ҡатламында сығанаҡтан йәки сығанаҡтар йыйылмаһынан бысрата торған матдәнең миҡдары халыҡҡа, хайуан һәм үҫемлектәр...

РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ КОНЦЕНТРАЦИЯ

РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ КОНЦЕНТРАЦИЯ, тирә‑яҡ мөхиттәге сикләнмәгән ваҡыт эсендә кеше организмында ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр һәм уларға бәйле насар эҙемтәләр булдырмаған ағыулы матдәләр булыуҙың ҡануниәт тарафынан раҫланған нормативы (ГОСТ, СанПиН һ.б.). Макс.‑бер тапҡыр (матдәнең ҡыҫҡа ваҡытлы тәьҫиренә...

РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ ДОЗА

РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ ДОЗА, ионлы нурланыш сығанаҡтары м‑н эшләгәндә һаулыҡ торошона тиҫкәре үҙгәрештәр килтермәгән индивидуаль эквивалент дозаның тотош кеше тәнендә йәки айырым ағзаларында иң ҙур рөхсәт ителгән дәүмәлен билдәләгән гигиена нормативы. Үлсәү берәмеге — бэр (рентгендың биол. эквиваленты) —...

РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ АҒЫНТЫ (РСА)

РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ АҒЫНТЫ (РСА), н о р м а т и в  с и к л ә н е ү л е а ғ ы н т ы, ағынты һыуҙарҙа бысратҡан матдәнең массаһы, контроль (ағынты һыу сыҡҡан ерҙән 500 м түбәндә) пунктта һыу объектының сифат нормаларын тәьмин иткән, билдәле бер режимда ваҡыт берәмегенә макс. бүленгән рөхсәт. РСА һыуҙы файҙаланыу...

РӘСМӘКӘЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

РӘСМӘКӘЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Рәсмәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1147 кеше; 1920 — 1198; 1939 — 850; 1959 — 475; 1989 — 268; 2002 — 236; 2010 — 224 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

РӘСМӘКӘЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

РӘСМӘКӘЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Майский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 63 км һәм Оло Теләк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Эҫем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 655 кеше; 1939 — 613; 1959 — 375; 1989 — 173; 2002 — 114; 2010 — 118 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб, китапхана бар. Ауылға...

РӘСИХ Атилла Ҡадир улы

РӘСИХ (Рәсүлев) Атилла Ҡадир улы (16.9.1915, Истамбул — 9.5.1996, Ҡазан), яҙыусы. З.Х.Рәсүлевтың ейәне. “Минең дуҫым Мансур” (1955), “Ҡыйыуҙар юлы” (1972), “Һынау” (1981) романдары, “Бәхет орлоҡтары” (1948), “Урланған хазина” (1961; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. повестар авторы. “Ямашев(1968—84) трилогияһында...

РӘСЕМ СӘНҒӘТЕ

РӘСЕМ СӘНҒӘТЕ, әҫәрҙәре нимәнеңдер өҫтөндә буяуҙар м‑н төшөрөлгән һынлы сәнғәт төрө. Әҫәрҙәрҙе ижад иткәндә донъяның сағыу матурлығын, күҙ алдындағы тормош күренештәре һүрәтләгән төрлө саралар — төҫ, һүрәт, колорит, яҡтылыҡ һәм күләгә, композиция, фактура ҡулланыла. Ҙур идея‑художество мөмкинлектәре,...

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ГЕРОЙЫ

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ГЕРОЙЫ, Рәсәйҙә иң юғары почётлы исем. 1992 й. 20 мартындағы «Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен индереү һәм махсус айырма билдәһе — “Алтын Йондоҙ” миҙалы булдырыу тураһында»ғы РФ законы м‑н булдырыла. Исем РФ Президенты тарафынан бирелә һәм алына. Геройға махсус айырма билдәһе — “Алтын...

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ, РФ, Р ә с ә й, Евразияның төньяҡ өлөшөндәге дәүләт. Майҙаны — 17,1 млн км2 (ҡоро ерҙең 11,5%‑ы). Баш ҡалаһы — Мәскәү ҡ. РФ составында 89 субъект: 24 республика (ш. иҫ. Башҡортостан Республикаһы), 9 край, 48 өлкә, 4 автономиялы округ, Еврей автономиялы өлкәһе, федераль әһәмиәттәге...

РӘСӘЙ ТАРИХСЫ-АРХИВСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ

РӘСӘЙ ТАРИХСЫ‑АРХИВСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, тарих һәм архив эше үҫешенә булышлыҡ итер өсөн төҙөлгән дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. Р.т.‑а.й. Башҡ‑н респ. бүлексәһе 2000 й. дек. ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Составында 40 беренсел ойошма, 240 ағза бар (2014). Генеалогия, хәрби‑тарихи, сығанаҡтар өйрәнеү һәм документтар...

РӘСӘЙ СОЦИОЛОГТАР ЙӘМҒИӘТЕ

РӘСӘЙ СОЦИОЛОГТАР ЙӘМҒИӘТЕ (РСЙ), дөйөм Рәсәй ғилми йәмәғәт ойошмаһы. РСЙ‑ның Башҡ‑н бүлексәһе 1965 й. Совет социол. ассоциацияһының бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1989 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: социологтарҙы туплау, социол. белем таратыу. Мәскәүҙә үткәрелгән Бөтә Рәсәй...

РӘСӘЙ СОЦИАЛ-ДЕМОКРАТИК ЭШСЕЛӘР ПАРТИЯҺЫ

РӘСӘЙ СОЦИАЛ‑ДЕМОКРАТИК ЭШСЕЛӘР ПАРТИЯҺЫ (РСДРП), берҙәм сәйәси ойошма булараҡ 1898 й. мартында ойошторола. Партияның 2‑се съезында (1903 й. июль—авг., Брюссель, Лондон) ойошма большевиктар (ҡара: Советтар Союзы Коммунистар партияһы) һәм меньшевиктар фракцияһына бүленә. Съездан һуң меньшевиктар фракцияһы...

РӘСӘЙ МОСОЛМАНДАРЫНЫҢ ҮҘӘК ДИНИӘ НАЗАРАТЫ

РӘСӘЙ МОСОЛМАНДАРЫНЫҢ ҮҘӘК ДИНИӘ НАЗАРАТЫ, дини төркөмдәрҙе һәм төбәк ойошмаларҙы берләштергән дини ойошма. Өфөлә урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: кешенең ислам динен тотоу азатлығына хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу; мосолман дин ғилемен таратыу; дини белем биреү үҫешенә булышлыҡ итеү; мосолмандарға...

РӘСӘЙ МОСОЛМАНДАРЫ ИТТИФАҒЫ

РӘСӘЙ МОСОЛМАНДАРЫ ИТТИФАҒЫ, И т т и ф а ҡ ә л ‑ м ө с л и м и н, 1905—07 йй. Рәсәй мосолмандарының либераль‑демократик партияһы. 1905 й. авг. Рәсәй мосолмандарының 1‑се съезында (Түб. Новгород ҡ.) мосолмандарҙың “Иттифаҡ әл‑мөслимин” ижт.‑сәйәси берлеге булараҡ ойошторола, 1906 й. алып Р.м.и. тип үҙгәртелә....

РӘСӘЙ МӘҘӘНИӘТ ФОНДЫ

РӘСӘЙ МӘҘӘНИӘТ ФОНДЫ. Башҡ‑н филиалы Өфөлә 1987 й. СССР Мәҙәниәт фондының Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ асыла, 1991 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Төп маҡсаттары: мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғарифҡа ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү, БР күп милләтле халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм арттырыу....

РӘСӘЙ ҠЫҘЫЛ ТӘРЕҺЕ

“РӘСӘЙ ҠЫҘЫЛ ТӘРЕҺЕ”, дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. 1867 й. ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: күп балалы һәм ярлы ғаиләләргә, яңғыҙ оло йәштәгеләргә, инвалидтарға һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргәндәргә (йорт‑ере янған кешеләр, ҡасаҡтар һ.б.), балалар йорттарына, хоспистарға ярҙам күрһәтеү,...

РӘСӘЙ ИСЛАМ УНИВЕРСИТЕТЫ

РӘСӘЙ ИСЛАМ УНИВЕРСИТЕТЫ, М о с о л м а н д а р ҙ ы ң  Ү ҙ ә к  Д и н и ә  н а з а р а т ы н ы ң  Р ә с ә й  и с л а м  у н и в е р с и т е т ы, дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорто. 1999 й. Өфөлә Р.Фәхретдин ис. мәҙрәсә (1989 й. ойошторолған) базаһында Р.Фәхретдин ис. Рәсәй ислам ун‑ты булараҡ...