Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СМИРНОВ Алексей Петрович

СМИРНОВ Алексей Петрович (10.6. 1899, Мәскәү — 10.3.1974, шунда уҡ), археолог. Тарих ф. д‑ры (1944), профессор (1951). ТАССР‑ҙың (1959), Сыуаш АССР‑ының (1958) атҡ. фән эшмәкәре. 1922—24 йй. 1‑се МДУ‑ла уҡый. 1929 й. алып СССР ФА‑ның Археология ин‑тында эшләй: 1932 й. башлап дир. урынбаҫары, 1956 й....

СМАҠОВА Асия Вәфир ҡыҙы

СМАҠОВА Асия Вәфир ҡыҙы (27.8. 1947, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Латип а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (1995) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; А.Л.Легкота класы), ӨДСИ‑не (1975; М.А. Букатова класы) тамамлаған. 1969 й. алып Башҡ. филармонияһының Башҡ. хор капеллаһы, 1982 й. —эстрада солисы,...

СМАҠОВ Муса Ғәтиәтулла улы

СМАҠОВ Муса Ғәтиәтулла улы [1885, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Смаҡ а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — ?], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 й. авг. алып Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы (нояб. мәғариф бүлеге мөдире), дек. — Кесе ҡоролтай ағзаһы. 1918 й. Башҡорт хөкүмәтенең...

СМАҠОВ Ислам Нәсибулла улы

СМАҠОВ Ислам Нәсибулла улы (1903, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аҡтау а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Аҡтау а., — 1980, шунда уҡ), шағир- импровизатор. Тыуған ауылында 4 класлы халыҡ уч‑щеһын тамамлаған (1916). 1922 й. алып Аҡтау а/с секретары, 1925 й. — Бүздәк улусы башҡарма ком‑тында финанс бүлеге мөдире,...

СМАҠОВ Илфаҡ Мөзип улы

СМАҠОВ Илфаҡ Мөзип улы (22.1. 1940, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Рапат а. — 27.5.1993, Өфө, тыуған ерендә ерләнгән), йырсы (лирик баритон). РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1985) һәм атҡ. (1978) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1963; М.Ғ.Мортазина класы). 1964—66 йй. һәм 1968—91 йй. Башҡ. филармонияһы,...

СМАҠОВ Ғәли Мөғәллим улы

СМАҠОВ Ғәли Мөғәллим улы (20.10. 1938, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Инйәр а. — 2.7.2002, Мәскәү), хирург. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1990). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Иглин һәм Өфө райондары участка дауаханаларында (1963 й. алып баш табип) эшләгән. 1965 й. башлап Мәскәү мед.‑стоматология ун‑тында....

СМАҠАЙ, ауыл, Ишембай ҡ. эсендә

СМАҠАЙ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (18 йортта 85 кеше иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Исмаҡай исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 55 йортта 252 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана яһау...

СМАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

СМАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 247 кеше; 1920 — 257; 1939 — 251; 1959 — 290; 1989 — 536; 2002 — 478; 2010 — 444 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

СЛЮДАЛАР

СЛЮДАЛАР, ҡатлы силикаттар ярым класы минералдар төркөмө, XY2‑3Z(Al)0‑2 Z(Si)2‑4O10(OH,F)2, X — K, Na, Ca, Ba, Rb, Sc һ.б.; Y — Al, Mg, Fe, Mn, Cr, Li, Ti; Z — Si, Al, Fe3+, Ti. С. үҙе (мусковит, парагонит, флогопит‑биотит, лепидолит һ.б.) һәм мурт (маргарит, клинтонит һ.б.), химик составы б‑са алюмин...

СЛУЧЕВСКИЙ Измаил Фёдорович

СЛУЧЕВСКИЙ Измаил Фёдорович (17.10.1903, Тула ҡ. — 21.6.1966, Ленинград), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1938), проф. (1943). РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1944), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). 1‑се Ленинград мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1926) шунда уҡ эшләй, 1932 й....

СЛОВАКИЯ

СЛОВАКИЯ, С л о в а к и я  Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 49 мең км2. Баш ҡалаһы — Братислава. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 5,4 млн кеше (2011): словактар (85,8%), венгрҙар (9,7%) һ.б. Рәсми тел — словак теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР‑ҙың С. м‑н...

СЛОБОДЧИКОВ Иван Фёдорович

СЛОБОДЧИКОВ Иван Фёдорович [27.3.1905, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Слободчикова а. (Силәбе өлк. Кәҫле р‑ны) — 2.7.1994, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй: Учалы урман хужалығы дир., Учалы башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары,...

СЛИНИН Владимир Игоревич

СЛИНИН Владимир Игоревич (28.12. 1951, Ярославль ҡ. — 18.12.2004, Өфө), спортсы. Пуля менән атыу б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1975). Мәскәү өлкә физик культура ин‑тын тамамлаған (1990). ДОСААФ‑тың атыу клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренеры А.П.Банников). СССР (1975) һәм РСФСР (1973—79)...

СЛИВА

СЛИВА (Prunus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ағас йәки ҡыуаҡлыҡ заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда уссури С. һәм ҡытай С. төрҙәренә ҡараған сорттар үҫтерелә. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған ағас йәки ҡыуаҡ. Япрағы йомортҡа йәки кире...

СЛАВЯНДАР ТУРАҺЫНДА ФӘН

СЛАВЯНДАР ТУРАҺЫНДА ФӘН, с л а в и с т и к а, славян халыҡтарының теле, әҙәбиәте, фольклоры, тарихы, матди һәм рухи мәҙәниәте т‑дағы фәнни дисциплиналар йыйылмаһы. С.т.ф. барлыҡҡа килеүе 16—17 бб. ҡарай, ул ваҡытта төрлө славян грамматикалары барлыҡҡа килә. Башҡортостанда С.т.ф. б‑са тикшеренеүҙәр 20...

СЛАВИНСКИЙ Пётр Михайлович

СЛАВИНСКИЙ Пётр Михайлович (16.10.1899, Харьков ҡ. – 2.5.1977, Мәскәү), дирижёр. РСФСР‑ҙың атҡ., БАССР‑ҙың халыҡ (икеһе лә – 1944) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1928; С.М.Козолупов класы). 1925 й. алып СССР‑ҙың Ҙур театры оркестры солисы, 1936 й. – Пермь, Ташкент ҡҡ. опера театрҙары дирижёры....

СКУРКО Евгения Романовна

СКУРКО Евгения Романовна (5.8. 1947, Куйбышев ҡ.), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2005), проф. (2007). БР‑ҙың (2001) һәм РФ‑тың (2014) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1984). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1970) Белорус консерваторияһы эргәһендәге урта махсус музыка...

СКУЛЬПТУРА

СКУЛЬПТУРА (лат. sculptura), әҫәрҙәре өс үлсәүле формалы булған, соҡоу, ҡырҡыу, әүәләү, сүкеү, ҡойоу һ.б. алымдар м‑н эшләнгән һынлы сәнғәт төрө. С. һүрәтләү объекты — кеше, һирәгерәк хайуандар һ.б.; төп жанрҙары: портрет, анималистика, тормош‑көнкүреш жанры, тарихи жанр, ш. уҡ символик, аллегорик композициялар;...

СКРЯБИН Игорь Петрович

СКРЯБИН Игорь Петрович (17.2. 1937, Киров ҡ.), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1974). 1956 й. алып “Хеҙмәт” ДСО‑һы (Киев), 1962 й. — “Спартак” ДСО‑һы (Белорет ҡ.) тренеры. 1976 й. башлап Украинала эшләй. СССР (1980 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—98) ҡатын‑ҡыҙҙар йыйылма командаһы...

СКРИПКИН Артур Геннадиевич

СКРИПКИН Артур Геннадиевич (9.9. 1968, Украина ССР‑ы Рубежное ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1992). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура акад. тамамлаған (1996). “Хеҙмәт” ДСО‑һы (Белорет ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе, 1992—97 йй. армия спорт клубы өсөн...