Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАЛЕОГЕН

ПАЛЕОГЕН (палео... һәм ...генез), п а л е о г е н  с и с т е м а һ ы (о с о р о), кайнозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 65, тамамланыуы — 23±1 млн йыл. 1866 й. Науманн тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлектән (дәүерҙән) тора: аҫҡыһы — палеоцен, уртансыһы — эоцен һәм өҫкөһө —...

ПАЛЕОГЕОГРАФИЯ

ПАЛЕОГЕОГРАФИЯ (палео... һәм география), үткән дәүерҙәрҙең физик‑геогр. шарттарын, ер ҡабығының һәм дөйөм Ерҙең үҫешен өйрәнгән фән. 19 б. 1‑се ярт. тарихи геология һәм физик география сигендә формалаша. П. геохимия, климатология, литология, палеонтология, палеоэкология, стратиграфия, фациялар т‑дағы...

ПАЛЕОЗОЙ

ПАЛЕОЗОЙ (палео... һәм гр. zōē — тормош), п а л е о з о й  э р а т е м а һ ы, п а л е о з о й  э р а һ ы, фанерозойҙың аҫҡы бүлексәһе. Эраның башы — 542 млн йыл, тамамланыуы — 251 млн йыл. 1838 й. А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Кембрий, ордовик, силур, девон, ташкүмер (карбон) һәм пермь системаларына...

ПАЛЕОНТОЛОГИЯ

ПАЛЕОНТОЛОГИЯ (палео... һәм онтология), үткән геол. осорҙоң органик донъяһы, уның йәшәйеш һәм үҫеш шарттары т‑дағы фән. Палеозоология, ‑ботаника, ‑экология, ‑биогеография, микропалеонтологияға бүленә. Палеонтологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре тау тоҡомдарының сағыштырмаса йәшен билдәләүҙә һәм геол....

ПЕЙВЕ Александр Вольдемарович

ПЕЙВЕ Александр Вольдемарович (9.2.1909, Псков губ. Семенцово а. — 21.12.1985, Мәскәү), геолог. СССР ФА акад. (1964), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1946). Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). Мәскәү геол. разведка ин‑тын тамамлаған (1930). 1960 й. алып СССР ФА‑ның Геол. ин‑ты (Мәскәү) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге...

ПЕРЛИТ

ПЕРЛИТ (фр. perlite), бер аҙ ынйы һымаҡ ялтырауыҡ йөҙлө күп һанлы концентрик структуралы бөртөксәләр булыу сәбәпле концентрик‑ҡабыҡлы (перлит) айырымлылыҡ хас булған әсе составлы вулкан быялаһы. П. составына 1%‑тан ашыу конституцион (ҡатнашмалы) һыу, кварц һәм ялан шпаты кристалдарынан торған бөрсөктәр...

ПЕРМЬ

ПЕРМЬ, п е р м ь с и с т е м а һ ы (о с о р о), палеозойҙың алтынсы хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 299,0±0,8 млн йыл, аҙағы — 251,0±0,4 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1841 й. Уралда Р.Мурчисон тарафынан айырып күрһәтелә. Халыҡ‑ара стратиграфия шкалаһы б‑са 3 бүлектән (дәүерҙән) тора: Урал...

ПЕРМЯКОВ Илья Григорьевич

ПЕРМЯКОВ Илья Григорьевич (6.8. 1901, Пермь губ. Берёзовка Заводы ҡсб — 28.6.1983, Өфө), инженер‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. канд. (1962), проф. (1966). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1930) геол.‑разведка контораһы дир. урынбаҫары булып эшләй, 1934 й. алып “Эмбанефть” ПБ (Гурьев ҡ.),...

ПЕТРОГРАФИЯ

ПЕТРОГРАФИЯ (гр. pétros — таш һәм ...графия), геологияның тау тоҡомдарын (ТТ), уларҙың минераль һәм химик составын, структураһын һәм текстураһын, барлыҡҡа килеүен, урынлашыу шарттарын, геогр. таралыуын, классификацияһын һәм номенклатураһын өйрәнгән бүлеге. Магматик тоҡомдар, метаморфик тоҡомдар, ултырма...

ПИРИТ

ПИРИТ (гр. pyrites), к ө к ө р т   к о л ч е д а н ы, т и м е р   к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, FeS2. Составына баҡыр, кобальт, никель һ.б. ҡушылмалар инә. Кристалдары куб (йыш ҡына ҡырҙарында штрихтар була), пентагондодекаэдр, һирәк осраҡта октаэдр формаһында, бергә уҡмашҡан һәм шытып...

ПИРОЖОК Пётр Иванович

ПИРОЖОК Пётр Иванович (3.9.1927, Украина ССР‑ы Семёново а. — 2020 й. декабре, Учалы ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1995). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1959) Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатында эшләй: 1962 й....

ПИРОКСЕНДАР

ПИРОКСЕНДАР (гр. pýr — ут һәм xénos — сит), сылбырлы структуралы метасиликаттар класы минералдары. Дөйөм формулаһы W(X,Y)1+ +p(Z2O6), бында W — Ca, Na; X — Mg, Fe2+, Mn, Li, Ni; Y — Al, Fe3+, Cr, Ti; Z — Si, Al. Төрҙәре: тимерҙең күләме 0—12%‑тан 88—100%‑ҡа тиклем үҙгәреү м‑н өҙлөкһөҙ энстатит—ферросилит...

ПИРОФИЛЛИТ

ПИРОФИЛЛИТ (гр. pýr — ут һәм phýllon — япраҡ), икеләтә системаһыҙ структуралы ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Al2(OH)2[Si4O10], Al3+ өлөшләтә Fe2+, Mg2+ һ.б. м‑н алмашына. Моноклин сингонияһында кристаллана. Агрегаттары табаҡлы, тәңкәле. Пластинкалы, нурлы һәм тотош тупланмалар рәүешендә осрай....

ПИРРОТИН

ПИРРОТИН (гр. pyrrhotēs — ҡыҙғылт), м а г н и т  к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, Fe1‑xS. Сингонияһы тимер һәм көкөрт нисбәтенә бәйле гексагональ йәки моноклинлы, кристалдары дипирамидаль, пластинка, бағана, мискә формаһында; игеҙәктәр хас. Төҫө һарғылт‑ҡуңыр, көрән төҫмөрө бар, металл...

ПЛАКСИН Игорь Николаевич

ПЛАКСИН Игорь Николаевич (25.9. 1900, Өфө — 15.3.1967, Мәскәү), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1937), проф. (1934). СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1946). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Алыҫ Көнсығыш ун‑тын тамамлағандан һуң (Владивосток, 1926) СССР ФА‑ның Химия ин‑тында (Ленинград) эшләй, 1928 й. алып...

ПЛАТФОРМА ҠАПЛАМАҺЫ

ПЛАТФОРМА ҠАПЛАМАҺЫ, платформаның өҫкө структур ҡаты, күбеһенсә плита тибындағы ултырма, ҡайһы берҙә үҙенсәлекле магматик формацияларҙан тора. Респ. сиктәрендә П.ҡ. Көнсығыш Европа платформаһының венд, палеозой, мезозой һәм кайнозой ултырмаларынан ғибәрәт. Венд ултырмалары киҫкен структур һәм стратиграфик...

ПЛЮМ‑ТЕКТОНИКА

ПЛЮМ‑ТЕКТОНИКА, геол. теория, уға ярашлы Ер мантияһында ядро— мантия сигендә барлыҡҡа килгән плюмдар — еңелсә йылынған матдәнең конвектив ағымдары була (У. Морган, 1971). Плюмдар, Ер өҫтөнә күтәрелеп, ер ҡабығында һәм өҫкө мантияла иреү усаҡтары булдыра һәм билдәле геохимик типтағы вулканизм тыуҙыра,...

ПОДОЛЬСК БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ПОДОЛЬСК БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Хәйбулла р‑ны Подольск а. эргәһендә урынлашҡан. 1970 й. Башҡ‑н терр. геол. идаралығы тарафынан асыла. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш итәгенә тура килә. Ҡарамалыташ свитаһының базальт һәм риодациттар бәйләнешендә ойошҡан мәғдәнләнеү олотау свитаһының ҡалын...

ПОПОВ Владимир Георгиевич

ПОПОВ Владимир Георгиевич (11.8.1941, Новочеркасск ҡ. — 5.1.2017, шунда уҡ), гидрогеолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1987), проф. (1990). Новочеркасск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) Башҡ‑н терр. геол. идаралығының Көнбайыш Башҡ‑н комплекслы геол. экспедицияһында өлкән гидрогеолог. 1973 й....

ПОРФИРИТ

ПОРФИРИТ, плагиоклаз, пироксен, мөгөҙ обманкаһы минералдарының эре бүленделәрен үҙ эсенә алған үтә ваҡ бөртөклө массанан торған порфир төҙөлөшөндәге һелтеле һәм урта составлы палеотип эффузив тау тоҡомдарының дөйөм атамаһы. Химик составы б‑са базальтлы, андезит‑базальтлы, андезитлы П., порфир бүленделәренең...