Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДИАБАЗ

ДИАБАЗ (грекса diabasis — күсеү), һелте составлы палеотиплы эффузив йәки интрузив магмалы тау тоҡомо. Химик һәм минералогик составы буйынса базальтҡа оҡшаған. Структураһы диабазлы (офитлы), ваҡтан алып эре бөртөклөгә тиклем. Төҫө ҡуйы һоро йәки йәшкелт ҡара. Йыйырсыҡлы өлкәләрҙә һәм платформаларҙа үҫешкән,...

ДЕВОН

ДЕВОН, девон системаһы (осоро), палеозойҙың дүртенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 416,0±2,8 млн йыл, тамамланыуы — 359,2±2,5 млн йыл (ҡара: Геохронология). Англияла Р.Мурчисон һәм А.Седжвик тарафынан 1839 й. айырып күрһәтелә, Девоншир графлығы исеме буйынса атала. Д. аҫҡы, урта, өҫкө...

ДВОРКИН Владимир Исаакович

ДВОРКИН Владимир Исаакович (28.10.1954, Октябрьский ҡ.), геофизик. Техник фәндәр докторы (2003). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1997), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2005). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик...

ДӘҮЛӘТБАЕВ Усман Йосоп улы

ДӘҮЛӘТБАЕВ Усман Йосоп улы [14.6.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Баҡый а. (БР‑ҙың Белорет районы) — 11.8.2010, БР‑ҙың Хәйбулла районы Бүребай а.], быраулаусы. 1949 й. алып “Уралцветметразведка” тресының Баймаҡ геологик разведка партияһында (1954 й. башлап өлкән быраулау мастеры); 1958—88 йй. — “Башкиргеология”...

ҒҮМӘРСКИЙ Хәким Хәсән улы

ҒҮМӘРСКИЙ Хәким Хәсән улы (8.6. 1946, Ишембай ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (1999). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), СССР нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм‑ре (1986). ӨНИ‑не тамамлаған (1979). 1962—68 йй. Ишембай электр селтәрҙәрендә, 1972 й. алып...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Марсель Ғәлиулла улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Марсель Ғәлиулла улы (3.7.1948, БАССР‑ҙың Илеш районы Түбәнге Сереккүл а.), геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2003), профессор (2009). РФ‑тың атҡаҙанған геологы (2011). Пермь университетын тамамлағандан һуң (1972) 1975 й. тиклем Ҡустанай геофизика экспедицияһында (Ҡаҙағстан),...

ҒИЛМАНОВА Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы

ҒИЛМАНОВА Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы (3.1.1963, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Шырлыҡ а.), географ, геоморфолог. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1980 й. алып Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында, 1986 й. башлап “Нефтеотдача” ҒТИ‑нда эшләй. 1991 й. алып “Нефтегазтехнология”...

ҒИЛӘЖЕВ Рәил Мәсәлим улы

ҒИЛӘЖЕВ Рәил Мәсәлим улы (12.8.1953, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡсб, хәҙ. Туймазы ҡ.), тау инженер‑нефтсеһе. Техник ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) Туймазы быраулау эштәре идаралығында эшләй: 1984 й. алып бүлек мөдире, 1995 й. — баш инженер; 1998 й. башлап...

ҒӘНИЕВ Ирек Ғиләжетдин улы

ҒӘНИЕВ Ирек Ғиләжетдин улы (22.7.1933, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1973). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1982). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1957) МДУ‑ның Үҙәк Ҡаҙағстан экспедицияһында, 1962 й. алып 2609‑сы почта йәшниге предприятиеһында эшләй: лаборатория мөдире, баш инженер, начальник...

ҒӘЛЛӘМОВ Мөнир Нафиҡ улы

ҒӘЛЛӘМОВ Мөнир Нафиҡ улы (26.10.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Собханғол а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Иҫке Собханғол а. — 15.9.2021, Өфө ҡ.), нефтсе‑инженер. Техник фәндәр кандидаты (1972). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1988), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған...

ҒӘЛИУЛЛИН Заһиҙулла Талип улы

ҒӘЛИУЛЛИН Заһиҙулла Талип улы [26.12.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Урсай а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 28.3.2016, Мәскәү өлкәһе Развилка ҡсб], инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР‑ҙың...

ҒӘЛИМОВ Эрик Михайлович

ҒӘЛИМОВ Эрик Михайлович (29.7.1936, Владивосток ҡ. — 23.11.2020, Мәскәү ҡ.), геохимик. РФА академигы (1994), БР ФА‑ның почётлы академигы (2002), геология‑минералогия фәндәре докторы (1970), профессор (1982). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлаған (1959). Фәнни...

ҒӘЙНАНОВ Адонис Ғарифйән улы

ҒӘЙНАНОВ Адонис Ғарифйән улы [27.1.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Өлкөндө а. (БР‑ҙың Дыуан районы) — 20.1.2012, Мәскәү ҡ.], геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1976), профессор (1978). СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1987). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1949) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге...

ҒАФАРОВ Шамил Анатолий улы

ҒАФАРОВ Шамил Анатолий улы (26.1.1948, Коканд ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй (1981—87 йй. ғилми-тикшеренеү секторы нач.). Фәнни эшмәкәрлеге карбонат...

ҒАБДРАХМАНОВ Нурфаяз Хәбибрахман улы

ҒАБДРАХМАНОВ Нурфаяз Хәбибрахман улы (5.8.1948, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Мулла-Ҡамыш а.), инженер-нефтсе. Техник ф. д‑ры (2005). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1971 й. “Октябрьскнефть” НГДУ‑һында эшләй. 1972—79 йй. һәм...

ГУБКИН Иван Михайлович

ГУБКИН Иван Михайлович (9.9.1871, Владимир губернаһы Поздняково а. — 21.4.1939, Мәскәү ҡ.), геолог-нефтсе. СССР ФА академигы (1929; 1936 й. алып вице-президенты), профессор (1920). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1929). Фәнни эшмәкәрлеге нефттең барлыҡҡа килеү теорияһы нигеҙҙәрен эшләүгә,...

ГРАНИТ

ГРАНИТ (латинса granum — бөртөк), әсе составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Кварцтан (20—40%, һирәгерәк — 60%‑ҡа тиклем) һәм биотит, мусковит, мөгөҙ обманкаһы һ.б. ҡушылмалары булған (5—10%‑ҡа тиклем) ялан шпатынан тора. Ялан шпаттарының составы һәм һан нисбәте буйынса калишпатлы, плагиоклазлы һ.б.,...

ГРАНАТТАР

ГРАНАТТАР (латинса granatus — бөртөклө), A2+—Mg, Fe, Mn, Ca; B3+ — Al, Fe, Cr, Ti һ.б. булған A32+B23+(SiO4)3 дөйөм формулалы үҙгәреүсән составлы ортосиликат минералдар төркөмө. Алюминлыларға — пиральситтарға (пироп, альмандин, спессартин) һәм кальцийлыларға — уграндиттарға (уваровит, гроссуляр, андрадит)...

ГРАВИРАЗВЕДКА

ГРАВИРАЗВЕДКА, гравиметрик разведка, ер өҫтөндәге йәки уға яҡын ерҙәге тәбиғи ауырлыҡ ҡырын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Гравитация ҡыры т‑дағы мәғлүмәт ер ҡатламындағы геол. есемдәрҙәге тығыҙлыҡ айырмалылығының төрлө тәрәнлектә таралыуы б‑са өйрәнелеүҙә булған майҙандарҙың төҙөлөшөн...

ГОРСКИЙ Иван Иванович

ГОРСКИЙ Иван Иванович (31.8.1893, Ярославль губернаһы Рыбинск ҡ. — 9.7.1975, Мәскәү ҡ.), геолог, палеонтолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), геология‑минералогия фәндәре докторы (1937), профессор (1935). Петроград тау институтын тамамлағандан һуң (1920) 1960 й. тиклем шунда уҡ уҡыта (1945 й. алып...