Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, башлыса сульфид (пирит) составы һәм ер ҡабығы үҫеше океан һәм утрауҙар дуғаһы стадияларының натрий серияһы вулканоген ҡатламдарына тура килеүе хас булған баҡыр һәм баҡыр-цинк комплекслы ятҡылыҡтар ғаиләһе. Б.к.я. сәнәғәттәге әһәмиәте мәғдәндәр составында баҡыр, цинк, ҡурғаш,...

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ, составында көкөрт колчеданы, баҡыр һ.б. төҫлө металдар сульфиды булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Төп мәғдән минералдары — пирит, халькопирит, сфалерит, ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙа төп минерал — пирит — пирротин һәм магнетит менән ассоциациялаша. Аҙ миҡдарҙа — борнит, халькозин,...

БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы

БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы (31.3.1931, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы а. — 4.6.2014, Өфө ҡ.), нефтсе‑геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1989). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР‑ҙың нефть...

БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ

БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв Баймаҡ ҡ. һәм Хәйбулла районы Бүребай а. тирәһендә ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1948). Ултырмаларҙың тасуирламаһын И.С.Анисимов (1967), М.Ш.Биков (1967), А.А.Захаров (1967), А.М.Косарев (1973), А.И.Кривцов (1970),...

БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ

БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ, беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. М.М.Алиев тарафынан венд ултырмаларында айырып күрһәтелә (1977). Аҫтына түшәлгән архей-урта протерозой һәм рифей ҡатламдарына ҡарата япма булып тора. Көньяҡ Урал яны буйлап һуҙыла, Башҡортостандың үҙәк, көнсығыш һәм көньяҡ өлөштәрен...

БАЗАЛЬТ, тау тоҡомо

БАЗАЛЬТ (лат. basaltes), магмалы тау тоҡомо, габброның эффузив аналогы. Һелте составлы плагиоклаздан, моноклинлы пироксендан һәм магнетит, ильменит, апатит, оливин, вулкан быялаһы ҡушылмаларынан тора. Структураһы тығыҙ йәки ваҡ бөртөклө, йыш ҡына порфирлы, текстураһы күҙәнәкле; Б. йыш ҡына бүкән нигеҙле...

БАБАЛЯН Григорий Аветисович

БАБАЛЯН Григорий Аветисович (2.3.1913, Баҡы ҡ. — 13.6.1988, Өфө ҡ.), инженер-нефтсе. Техник фәндәр докторы (1958), профессор (1961). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). Әзербайжан индустриаль институтын...

ӘХМӘТОВ Илүс Ғәлим улы

ӘХМӘТОВ Илүс Ғәлим улы [13.11.1933, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Ишҡар а. (БР‑ҙың Илеш районы)], инженер‑нефтсе. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1994). Нефть сәнәғәте отличнигы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1957) 1959 й. тиклем “Туймазанефть” нефть промыслалары идаралығында оператор, 1960—62 йй....

ӘҮЖӘН СВИТАҺЫ

ӘҮЖӘН СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. К.А.Львов тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Ултырмалар М.И.Гарань (1937, 1963, 1969), О.П.Горяи­нова, Э.А.Фалькова (1940), В.И.Козлов (1978,1982,1988), Н.Н.Ларионов (1985, 1994), А.В.Маслов (1990, 2000, 2001) тарафынан тасуирлана. 6 ярым...

ӘСЕЛЕ ЯРУСЫ

ӘСЕЛЕ ЯРУСЫ, пермь системаһының (ҡара: Пермь) аҫҡы бүлексәһе. Гжель ярусында ята, һаҡмар ярусы менән ҡаплана. В.Е.Руженцев тарафынан Көньяҡ Урал янындағы Әселе й. (Оло Эйек й. ҡушылдығы) буйында айырып күрһәтелә (1954). Стратотибы конгломераттарҙан тора, өҫкө өлөшөндә органоген‑киҫәкле һәм афанитлы...

ӘРТӘ ЯРУСЫ

ӘРТӘ ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан өсөнсө бүлексәһе. Һаҡмар ярусында ята, көңгөр ярусы менән ҡаплана. А.П.Карпинский тарафынан айырып күрһәтелә (1874), исеме Әртә заводынан алынған. Стратотибы балсыҡлы эзбизташтар ҡатыш полимиктлы терриген ултырмаларҙан тора; ҡалынлығы 600—1500 м. Фузулинидалар,...

ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы

ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы (15.6.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Оло Әбеш а. — 25.7.2007, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1995). Мәскәү тау институтын тамамлаған (1967). 1959—61 йй. Силәбе өлкәһенең Вишневогорск рудник идаралығында һәм Салауат ҡ. 18‑се комбинатында,...

АҪЫЛ ТАШТАР

АҪЫЛ ТАШТАР, зәргәрлек эшендә ҡулланылған, үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булған минералдар. Күпселеге үтә күренмәле, ялтыр, юғары ҡатылыҡта, көслө яҡтылыҡты таратыу, ҡырлауҙы ҡабул итеү һәләте булыуы менән айырыла; матур саф төҫтә йәки төҫһөҙ була. А.Е.Ферсман һәм М.Бауэр классификацияһына ярашлы, берләштерелеүсе...

АСФАЛЬТ

АСФАЛЬТ (гр. asphaltos — тау ыҫмалаһы), тәбиғи асфальт, мальталар һәм асфальтиттар араһында аралаш урынды биләүсе тәбиғи битумдар класы. Төҫө ҡуйы көрәндән ҡараға тиклем, ыҫмала ялтырауыҡлы һәм ҡыуыш һынылышлы. Йәбешкәк, ҡайһы берҙә ҡаты, тығыҙлығы — 1000—1120 кг/м3; май миҡдары — 25—40%, хлороформда...

АСБЕСТ, минерал

АСБЕСТ (гр. asbestos — ҡаҡшамаҫ, һүнмәҫ), магний, тимер, өлөшләтә кальций һәм натрийҙың һыулы силикаттары класы минералдары. Структураһы сүсле, төҫө йәшкелт һоро, аҡ, зәңгәр; ялтырауығы ебәк һымаҡ. Ҡатылығы — 2—2,5; тығыҙлығы — 2500 кг/м3. Гигроскопик, юғары һығылмалы, яҡшы диэлектрик. Хризотил-А. һәм...

АРХЕЙ

АРХЕЙ (гр. archaios — боронғо), археозой, архей эраһы, архей акротемаһы, кембрий алдының түбәнге бүлексәһе, Ерҙең геологик тарихында иң боронғоһо. 1 млрд йылдан ашыу дауам итә. Йәшенең үрге сиге — 2500±50 млн йыл. Түбәнге (400 млн йылдан ашыу) һәм үрге (650 млн йылға яҡын) эонотемаға бүленә. Архей ҡатламдары...

АРТЮШКОВА Ольга Викторовна

АРТЮШКОВА Ольга Викторовна (20.9.1948, Черкассы ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2010). И.В.Артюшковтың апаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Бөрө районының Осиновка урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1973 й. алып Геология институтында: өлкән лаборант, 1993 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр,...

АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, РФ‑та иң эре ятҡылыҡтарҙың береһе һәм БР‑ҙа иң ҙуры. Республиканың төньяҡ-көнбайышында Краснокама, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Илеш райондарында һәм Удмурт Республикаһының көньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Бөрө биләненең Арлан ҡалҡыуына тура килә. Оҙонлоғо яҡынса 120 км, киңлеге 10—25 км....

АПАТИТ

АПАТИТ (гр. apatē — ялған), фосфаттар класы минералы, Ca5[PO4]3(F, Cl, OH)2, составында марганец, стронций, магний, тимер, торий һәм ерҙәһирәк элементтар булыуы мөмкин. Кристалдары алты ҡырлы оҙонса призма, пластинка рәүешендә һәм энәле. Агрегаттары бөртөклө, ҡайһы берҙә бөрө һымаҡ, оолитлы. Төҫө күбеһенсә...

АНДРЕСОН Борис Арнольдович

АНДРЕСОН Борис Арнольдович (3.1.1939, Краснодар крайы Тбилисский станицаһы — 3.5.2004, Өфөҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1999). БАССР‑ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1985). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлағандан һуң (1961) Ҡаҙағстанда Аралсор нефть...