Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УРМАНДЫ ФАЙҘАЛАНЫУ

УРМАНДЫ ФАЙҘАЛАНЫУ, урмандарҙы кешеләрҙең урман ресурстарына һәм урмандың файҙалы үҙенсәлектәренә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡулланыу. РФ Урман кодексы тарафынан көйләнә (ҡара: Урман хоҡуғы). У.ф. ағас, сайыр әҙерләү, ағас булмаған урман ресурстары, аҙыҡ‑түлек ресурстары, дарыу үҫемлектәре әҙерләү...

УРМАН, лимон сорты.

УРМАН, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Һалынҡы сатырлы ағас, бейеклеге 2,5—2,8 м. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, көрән төҫтә, яланғас. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, йәшел, ялтыр, киртләсле. Емеше эре, ауырлығы 280—450 г (максималь —...

УРМАН ҺЫҘАТТАРЫ

УРМАН ҺЫҘАТТАРЫ, һыҙат тибындағы һаҡлаусы урман ултыртмалары, терр‑яның гидрологик режимын һәм микроклиматын яҡшыртыу, һыу һәм ел эрозияһы үҫешенә юл ҡуймау, а.х. культураларының уңдырышлылығын арттырыу өсөн булдырыла. У.һ., тәғәйенләнешенә һәм терр‑яла урынлашыуына ҡарап, баҫыу һаҡлаусы, йырын яны,...

УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ

УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ, халыҡ хужалығы тармағы, урмандарҙы өйрәнеү, иҫәпкә алыу, тергеҙеү һәм һаҡлау, урманды файҙаланыуҙы көйләү һ.б. м‑н шөғөлләнә. Тармаҡтың төп үҙенсәлеге — урман үҫтереүҙең дауамлы осоро (50—100 йыл һәм унан да күберәк). У.х. иң мөһим функциялары — ағас үрсетеү һәм урман тергеҙеү. У.х....

УРМАН ТЕРГЕҘЕҮ

УРМАН ТЕРГЕҘЕҮ, урманды яһалма юл м‑н яңыртыу, ш. уҡ уның тәбиғи юл м‑н яңыртылыуына һәм тоҡом составын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән саралар. У.т. барышында ҡырҡыу, янғын, дауыл арҡаһында юҡҡа сыҡҡан урман майҙандарында ағастар ултыртыла. Башҡортостанда У.т. 1990 й. — 33 мең га, 1995 й. — 29,1, 2000 й....

УРМАН ПИТОМНИГЫ

УРМАН ПИТОМНИГЫ, 1) урманда үҫкән ағас һәм ҡыуаҡ тоҡомдарының ултыртыу материалын (үҫенте һәм үрсетмәлектәрен) үҫтереү хужалығы. 2) Урман тоҡомдарының ултыртыу материалын үҫтергән ер участкаһы. Биләгән майҙандың ҙурлығы б‑са — ваҡ (5 га тиклем), уртаса (5—15 га) һәм эре (15 га ашыу), эшмәкәрлек ваҡыты...

УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ

УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ, ағас һәм ҡыуаҡ тоҡомдарын яһалма сәсеү йәки ултыртыу юлы м‑н булдырылған ултыртмалар. Тотош (урмандың тәбиғи яңырыуы булмағанда йәки урман булмаған урында), өлөшләтә (урманды яңыртыу ҡәнәғәтләнерлек булмағанда), алдан ултыртылған (киләһе 1—3 йыл эсендә ҡырҡыуға тәғәйенләнгән урманда)...

УРМАН БОНИТЕТЫ

УРМАН БОНИТЕТЫ, урман продуктлылығы күрһәткесе. Ағастарҙың үҫеү шарттарына һәм тоҡомдарына бәйле. Ултыртылған ағастарҙың йәшен иҫәпкә алып уртаса бейеклеге б‑са билдәләнә. Рәсәйҙә 1911 й. алып М.М.Орловтың бонитировка шкалаһы ҡулланыла (кластарға бүлеүҙең нигеҙе итеп 100 йәшлек ағастарҙың бейеклеге...

УРАЛТАУ, цитрон сорты.

УРАЛТАУ, цитрон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Һалынҡы сатырлы ағас, бейеклеге 3—3,5 м. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, һарғылт йәшел, яланғас. Япрағы эре, киң овал формаһында, кирткәсле. Сәскәһе бокал рәүешле, яңғыҙар йәки сәскәлектәрҙә...

УҢЫШТЫ ПРОГРАММАЛАУ

УҢЫШТЫ ПРОГРАММАЛАУ, а.х. культураларының уңышын формалаштырыу процесы м‑н идара итеү, майҙан берәмегенән юғары сифатлы продукцияның макс. күләмен алыуға йүнәлтелгән. У.п. этаптары: 1) һәр бер баҫыуҙан тәбиғәт ресурстарының торошо һәм уңышты формалаштырыу факторҙары т‑да мәғлүмәт йыйыу; 2) тәбиғәт һәм...

УМАРТАСЫЛЫҠ

УМАРТАСЫЛЫҠ, бал ҡорттарын бал, бал ҡорто балауыҙы һ.б. продукттар (бал ҡорто ағыуы, инә ҡорт һөтө, прополис һ.б.) алыу, ш. уҡ энтомофиль а.х. культураларын һеркәләндереү өсөн үрсетеү; малсылыҡ тармағы. У. үҫешендә бер нисә этап айырыла: ҡырағай У. (бал һәм балауыҙ алыу), солоҡ У. (ҡара: Солоҡсолоҡ),...

УЖЫМ КУЛЬТУРАЛАРЫ

УЖЫМ КУЛЬТУРАЛАРЫ, бер йыллыҡ а.х. үҫемлектәре, уларҙың нормаль үҫеше өсөн 30 — 70 көн дауамында түбән т‑ралар (0 — 10°С) тәьҫире мөһим. У.к. көҙ көнө, тотороҡло һыуыҡтар башланғанға тиклем 50 — 60 көн ҡалғас ултыртыла, уңышы киләһе йылда йыйып алына. 2 вегетация осоро бар: көҙгө осорҙа (40 — 45 көн)...

ТЫРМАТЫУ

ТЫРМАТЫУ, ер эшкәртеү алымы. Өҫкө тупраҡ ҡатламының ваҡланыуын, йомшарыуын, болғаныуын һәм тигеҙләнеүен тәьмин итә, ш. уҡ тешле һәм дискылы тырмалар ярҙамында ҡый үләндәренең үҫенте һәм шытымдарын бөтөрә. Үткәреү ваҡытына һәм тәғәйенләнешенә бәйле иртә яҙ, шытым алды һәм шытымдан һуңғы Т. айырыла. Иртә...

ТУПРАҠТЫҢ ФЕРМЕНТАТИВ АКТИВЛЫҒЫ

ТУПРАҠТЫҢ ФЕРМЕНТАТИВ АКТИВЛЫҒЫ, ферменттар ҡатнашлығында тупраҡта матдәләр һәм энергияның каталитик әүерелеү процестары йыйылмаһы. Т.ф.а. серетмәнең синтезы һәм тарҡалыуы, органик берләшмәләрҙең гидролизы һәм тупраҡтың окисланыу‑ҡайтарылыу режимы м‑н бәйле булған иң мөһим биохимик процестарҙың интенсивлығын...

ТУПРАҠТЫҢ УҢДЫРЫШЛЫЛЫҒЫ

ТУПРАҠТЫҢ УҢДЫРЫШЛЫЛЫҒЫ, тупраҡтың үҫемлектәрҙе туҡлыҡлы матдәләр, дым, йылылыҡ, һауа, уңайлы физик‑химик мөхит м‑н тәьмин итеү һәләте. Тәбиғи, йәки потенциаль (тупраҡта серетмә, туҡлыҡлы матдәләр, дым һ.б. запасы м‑н билдәләнә), яһалма (ер эшкәртеүсе хеҙмәте м‑н булдырыла), һөҙөмтәле (тәбиғи шарттар...

ТУПРАҠТЫҢ БОҘОЛОУЫ

ТУПРАҠТЫҢ БОҘОЛОУЫ, тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәрен, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәрен һәм тупраҡтың биол. үҙенсәлектәрен боҙған процесс. Т.б. тәбиғи һәм антропоген факторҙар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Башҡортостанда Т.б. төп тәбиғи факторҙары булып — һыу һәм ел эрозияһы, һаҙланыу (ҡара: Һаҙлыҡтар);...

ТУПРАҠТЫҢ БИОЛОГИК АКТИВЛЫҒЫ

ТУПРАҠТЫҢ БИОЛОГИК АКТИВЛЫҒЫ, тупраҡта микроорганизмдар, ылымыҡтар һәм умыртҡаһыҙҙарҙың (селәүсендәр, моллюскылар, бөжәктәр һ.б.) йәшәү эшмәкәрлеге м‑н бәйле булған органик һәм минераль берләшмәләрҙең әүерелеү процестары йыйылмаһы. Уңдырышлылыҡ кимәлен, техноген бысраныу һәм боҙолоу, тупраҡ эрозияһы...

ТУПРАҠТЫҢ ӘСЕЛЕГЕ

ТУПРАҠТЫҢ ӘСЕЛЕГЕ, тупраҡ эретмәһендә водород иондары һәм тупраҡтың һеңдереү комплексында водород һәм алюминдың алмаш иондары булыуға бәйле тупраҡтың үҙенсәлеге. Актуаль (рHН2О шартлы дәүмәле м‑н күрһәтелә) һәм потенциаль Т.ә. бүленә. Потенциаль Т.ә. алмаш (рHKCl шартлы дәүмәле м‑н күрһәтелә) һәм гидролитик...

ТУПРАҠТЫҢ АЗОТЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

ТУПРАҠТЫҢ АЗОТЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, тупраҡтың азотлы органик (98%) һәм минераль (2%) матдәләре. Органик Т.а.б. төп өлөшө (90%) — үҙенсәлекле серетмә матдәләрҙән, ҡалған өлөшө үҙенсәлекле булмаған берләшмәләрҙән тора. Органик Т.а.б. составына — аминдар, аминокислоталар, амин шәкәрҙәре, амин спирттары, гумин,...

ТУПРАҠТЫҢ АГРОХИМИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

ТУПРАҠТЫҢ АГРОХИМИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ, тупраҡтың уңдырышлылығын, уның а.х. культураларын үҫтереүгә яраҡлылығын ҡылыҡһырлай. Тупраҡтың химик составы м‑н бәйле булған Т.а.ү. үҫемлектәрҙең туҡланыу режимын һәм шарттарын, ашламаларҙың тупраҡта үҙгәреү процестарын билдәләй. Т.а.ү. төп күрһәткестәре: серетмә,...