Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СОПКО Павел Филиппович

СОПКО Павел Филиппович (3.7.1918, Псков губ. Великие Луки ҡ. — 28.11. 1983, Өфө), тау инженеры. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1968). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү геол.- разведка ин‑тын тамамлаған (1940). 1944 й. алып Мәскәү геол.‑разведка ин‑тының геол. партияһы...

СОПОЛИМЕРҘАР

СОПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаларында төрлө типтағы сомономер быуындары булған полимерҙар. Регуляр булмаған йәки статистик (быуындарҙың төркөмләнеүе осраҡлы, композицион‑төрлө), регуляр (билдәле ҡабатланыусы, композицион‑бер төрлө); ялғаулы, блоксополимерҙар (мономерҙарҙың 1 йәки бер нисә төрлө быуыны...

СОРАМАН, Учалы р‑нындағы ауыл

СОРАМАН, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 69 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 345 кеше; 1920 — 444; 1939 — 454; 1959 — 380; 1989 — 288; 2002 — 332; 2010 — 291 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Озёрный...

СОРАН СВИТАҺЫ

СОРАН СВИТАҺЫ, аҫҡы рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. А.И.Иванов тарафынан айырып күрһәтелә (1937). Ултырмалар Иванов (1937, 1956), О.П.Горяинова (1940), В.И.Козлов (1989) һ.б. тарафынан тасуирлана. С.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийының күсәр яны зонаһында (Кесе Ямантау, Ҡараташ, Юша, Юрматау...

СОРАН ФЛЮОРИТ ЯТҠЫЛЫҒЫ

СОРАН ФЛЮОРИТ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Белорет р‑нында Инйәр й. һул ярында урынлашҡан. 1980 й. Н.Н.Ларинов тарафынан асыла, эҙләнеү һәм разведка 1987—98 йй. үткәрелә. Башҡорт мегантиклинорийында ята. Генезисы б‑са түбән т‑ралы гидротермаль-метасоматик типҡа ҡарай. Плавик шпаты мәғдәнләнеү Соран төбәк һынылышы зонаһында...

СОРБЦИЯ

СОРБЦИЯ (лат. sorbeo — һеңдерәм), ҡаты матдәләр, шыйыҡса тарафынан (сорбент) тирә‑яҡ мөхиттән төрлө газдарҙы, шыйыҡсаларҙы (сорбат йәки сорбтив) һеңдереү. Абсорбция (шыйыҡ сорбенттың матдәне тотош күләме м‑н һеңдереүе), окклюзия (газ мөхитенән ҡаты матдәне йәки иретмәне тотош масса м‑н һеңдереү), адсорбция...

СОРҒОЛДО, Тәтешле р‑нындағы ауыл

СОРҒОЛДО, Вәзит, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Башҡы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 439 кеше; 1920 — 631; 1939 — 775; 1959 — 917; 1989 — 523; 2002 — 484 кеше....

СОРЕДИЯЛЫ ФЛАВОПУНКТЕЛИЯ

СОРЕДИЯЛЫ ФЛАВОПУНКТЕЛИЯ (Flavopunctelia soredica), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы дөрөҫ булмаған розетка һымаҡ йәки билдәһеҙ формалы, үҙәк өлөшөндә ҡыҫылған, сит яҡтары бер аҙ өҫкә күтәрелеп тора, диам. 20 см тиклем етә. Айырсалар киңлеге 15 мм тиклем, тығыҙ урынлашҡан,...

СОРОКА Николай Григорьевич

СОРОКА Николай Григорьевич (1906 й. майы, Полтава губ. — 29.8.1973, Өфө), зоотехник. А.х. ф. канд. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1966). Харьков зоотехния ин‑тын (1929), Маркс—Энгельс—Ленин ин‑тын (Мәскәү, 1952) тамамлаған. 1929 й. алып Көнсығыш Себер крайының “Овцевод” тресы “Красный великан”...

СОРОКИН Валентин Васильевич

СОРОКИН Валентин Васильевич (25.7.1936, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Авашла утары), шағир. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1965) “Волга” ж. (Һарытау ҡ.), 1968 й. алып “Молодая гвардия” (“Йәш гвардия”) ж. бүлек мөдире, 1970—80 йй. “Современник” (“Замандаш”;...

СОРОКИН Дмитрий Евгеньевич

СОРОКИН Дмитрий Евгеньевич (1.1.1946, Мәскәү), иҡтисадсы. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2008), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), иҡт. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). Мәскәү иҡт.‑статистика ин‑тын тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ, бер үк ваҡытта СССР ЭЭМ акад., МДУ эргәһендәге Ижт. фәндәр уҡытыусыларының квалификацияһын...

СОРОКИН Егор Валерьевич

СОРОКИН Егор Валерьевич (23.4.1977, Өфө ҡ.), спортсы. Спорт ориентиры буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1998). 7‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары В.А.Капитонов, В.М.Прохоров). Рәсәй чемпионы (1998, 2000; 2 тапҡыр, 2002; 2003—06), Рәсәй кубогын...

СОРОКИНА Анна Ивановна

СОРОКИНА Анна Ивановна (3.9.1948, Златоуст ҡ.), психолог, педагог. Психология ф. д‑ры (2001), проф. (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) 60‑сы урта мәктәп (Өфө) уҡытыусыһы, 1980 й. башлап ӨАИ‑ла уҡыта, 1986 й....

СОРОКИНА Валентина Мефодьевна

СОРОКИНА Валентина Мефодьевна (9.4.1940, Өфө), сәнғәт белгесе. РФ‑тың (2012) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). Ю.М.Ракшаның һеңлеһе. И.Е.Репин ис. Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1967). 1960 й. алып БДХМ‑да эшләй: 1968 й....

СОРОРАТ

СОРОРАТ (лат. soror — һеңле), тол иргә үлгән ҡатынының һеңлеһенә өйләнеү хоҡуғы биргән никах формаһы. Был осраҡта ҡалым аҙыраҡ күләмдә түләнгән. 20 б. башына тиклем башҡорттарҙа йола хоҡуғы нормаһы иҫәпләнгән. Туғанлыҡ системаһына ярашлы, тол ир ш. уҡ үлгән ҡатынының ике туған һеңлеһенә өйләнә алған....

СОРТТАР ҺЫНАУ

СОРТТАР ҺЫНАУ, а.х. культураларының сорттарын һәм гибридтарын хужалыҡ‑биол. билдәләр комплексы, үҙенсәлектәре б‑са өйрәнеү, бөтә яҡлап баһалау һәм а.х. производствоһы шарттарында үҫтереү өсөн уларҙың яраҡлылығын, хужалыҡта файҙаһын (стандарт м‑н сағыштырғанда) билдәләү. Киңәйтелгән (өйрәнеү ваҡытын...

СОРТТАРҘЫ РАЙОНЛАШТЫРЫУ

СОРТТАРҘЫ РАЙОНЛАШТЫРЫУ, а.х. культураларының юғары продуктив сорттарын, гибридтарын һайлап алыу һәм уларҙы үҫтереүҙең терр. сиктәрен билдәләү. Сорт һынау һөҙөмтәләре б‑са хужалыҡ‑биол. билдәләр стандартын үткән сорттар һәм гибридтар районлаштырыла. С.р. РСФСР субъекттарының тупраҡ-климат зоналары б‑са...

СОСНОВКА РАЙОНЫ

СОСНОВКА РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. 1934 й. 20 дек. ойошторолған. Майҙаны — 2112 км2. Адм. үҙәге — Долгодеревенский ауылы. Районда 16 ауыл советы, 78 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 60,9 мең кеше (2010), ш. иҫ. 18% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар...

СОСНОВКА, ауыл, Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә

СОСНОВКА, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә (ҡара: Черниковск). Ауылға 19 б. 70‑се йй. Өфө өйәҙендә Вятка губ. һәм Өфө губернаһынан күсеп килеүселәр Сосновский яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 11 йортта 85 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. башынан...

СОСНОВКА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

СОСНОВКА, Ҡ а р а т а л, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 62 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 145 кеше; 1959 — 341; 1989 — 527; 2002 — 530; 2010 — 407 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Йылайыр” ЯСЙ‑нда эшләй. Төп мәктәп,...