Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАРЫҠ БӘШМӘГЕ

ҺАРЫҠ БӘШМӘГЕ (Russula), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр заты. Яҡынса 270 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 20‑нән ашыу төрө осрай. Эшләпәһенең диам. 5—10 см, тәүҙә шар йәки ярым шар һымаҡ, һуңыраҡ буранка формаһында, йәйенке йәки яҫы, сите төрөлгән йәки тура (валуйҙыҡы — һары, ашарға яраҡлы...

ҺАРЫҠСЫЛЫҠ

ҺАРЫҠСЫЛЫҠ, һарыҡ үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Еңел сәнәғәт өсөн ҡиммәтле сеймал төрҙәре (йөн, иләнгән һарыҡ тиреһе, илтер) һәм аҙыҡ продукттары (ит, һөт, май) бирә. Һарыҡ һөтөнән сыр әҙерләнә. Йөнөнән туҡыма, трикотаж, баҫылған әйберҙәр эшләнә. Һарыҡ тиреһе мех һәм тун өсөн иләнә. Һ. продуктлылығының...

ҺАРЫҠТАРҘЫҢ ҺӘМ КӘЗӘЛӘРҘЕҢ ЙОҒОШЛО ПУСТУЛЁЗ ДЕРМАТИТЫ

ҺАРЫҠТАРҘЫҢ ҺӘМ КӘЗӘЛӘРҘЕҢ ЙОҒОШЛО ПУСТУЛЁЗ ДЕРМАТИТЫ, йоғошло эктима, инфекцион ауырыу, лайлалы тиресәлә һәм тирелә төйөрҙәр, везикулалар, пустулалар һәм ҡутырҙар барлыҡҡа килеү хас. Тыуҙырыусыһы — Poxviridae ғаиләһенә ҡараған вирус. Ирен, аяҡ һәм енси ағза формалары айырыла. Шулай уҡ был вирусҡа ҡырағай...

ҺАРЫҠТАШ РАЙОНЫ

ҺАРЫҠТАШ РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1931 й. 4 ғин. ойошторолған. Майҙаны — 3600 км2. Адм. үҙәге — Һарыҡташ ҡасабаһы. Районда 20 ауыл советы, 77 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 40,1 мең кеше (2010), ш. иҫ. 3,8% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән...

ҺАРЫМҺАҠ

ҺАРЫМҺАҠ (Allium sativum), һуған затына ҡараған үҫемлек. Ҡырағай Һ. — Кавказда, Урта Азия, Һиндостан тауҙарында, Урта диңгеҙ буйында, Көньяҡ Ҡаҙағстанда; культуралы Һ. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африканың, Австралияның тропик райондарында таралған. Башҡортостанда йәшелсә культураһы булараҡ...

ҺАРЫНА ЗАВОДТАРЫ

ҺАРЫНА ЗАВОДТАРЫ, Һарына й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында нигеҙ һалына; Түб. Һарына тимер етештереү заводы 1760 й. Себер даруғаһының Әйле һәм Ҡара‑Танып улусы баш­ҡорттары ерҙәрендә — П.И.Осокин (ҡара: Осокиндар), Үрге Һарына ярҙамсы тимер етештереү заводы 1817 й. Түб. заводтан 9 саҡрым алыҫлыҡта А.А.Кнауф...

ҺАРЫТАУ ГУБЕРНАҺЫ

ҺАРЫТАУ ГУБЕРНАҺЫ, 1798 й. Пенза губ. көнсығыш өлөшөнән ойошторола. 19 б. уртаһында төньяҡ‑көнбайышта — Тамбов губ., төньяҡта — Пенза һәм Сембер губ., көнсығышта — Һамар губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта — Әстерхан губ., көньяҡ‑көнбайышта — Дон ғәскәре өлк. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Һарытау ҡалаһы. Майҙаны...

ҺАРЫТАУ ӨЛКӘҺЕ

ҺАРЫТАУ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Волгоград, Воронеж, Пенза, Тамбов, Ульяновск, Һамар өлкәләре, Ырымбур өлкәһе, Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Һарытау ҡалаһы. 1934 й. 10 ғин. Түб. Волга өлк. терр‑яһында Һарытау крайы булараҡ ойошторола (ҡара: Һарытау губернаһы), 1936 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 38 районды,...

ҺАРЫТАУ, Күгәрсен р‑нындағы утар

ҺАРЫТАУ, Күгәрсен р‑нындағы утар, Исем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 181 кеше; 1920 — 461; 1939 — 554; 1959 — 220; 1989 — 78; 2002 — 103; 2010 — 126 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҺАРЫТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ҺАРЫТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Максимовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Хал­ҡы: 1906 й. — 515 кеше; 1920 — 879; 1939 — 543; 1959 — 207; 1989 — 111; 2002 — 132; 2010 — 148 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 1868 й....

ҺАРЫҺАҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҺАРЫҺАҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 229 кеше; 1959 — 196; 1989 — 112; 2002 — 138; 2010 — 90 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында нигеҙ һалына. 1925...

ҺАРЫҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл

ҺАРЫҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Һарыһаҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1305 кеше; 1920 — 1181; 1939 — 784; 1959 — 386; 1989 — 301; 2002 — 313; 2010 — 273 кеше. Татарҙар,...

ҺАРЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ҺАРЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Себенле а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс табан 23 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 310 кеше; 1920 — 332; 1939 — 429; 1959 — 351; 1989 — 238; 2002 — 206; 2010 — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 18 б. уртаһында...

ҺАРЫШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ҺАРЫШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Һарыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 81 кеше; 1920 — 329; 1939 — 254; 1959 — 318; 1989 — 433; 2002 — 491; 2010 — 406 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺАҪЫҒҮЛӘН

ҺАҪЫҒҮЛӘН (Scrophularia), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 310 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, һирәкләп Төньяҡ һәм Үҙәк Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, 4 ҡырлы, биҙле төктәре бар,...

ҺАҪЫҒҮЛӘН ҺЫМАҠТАР

ҺАҪЫҒҮЛӘН ҺЫМАҠТАР (Scrophulariaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 200 заты, 3000 төрө билдәле, күбеһенсә ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралғандар. Үләндәр, ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар. Башҡортостанда 14 затҡа ҡараған 55 төрө үҫә (күләүекгөл, ҡарһаҡ, шылтырауыҡ, юшан һ.б.). Күп, һирәгерәк...

ҺАҪЫҠ ШЫРАУ

ҺАҪЫҠ ШЫРАУ (Xanthium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда ороло Һ.ш. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы ныҡ тарбаҡлы, өҫтә биҙле төктәре бар, бейеклеге 15—80 см. Япрағы өс айырсалы, киҫек киртләсле, төбөндә йөрәккә оҡшаған....

ҺАҪЫҠКҮЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ҺАҪЫҠКҮЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Яңы Һаҫыҡкүл ҡәберлеге, Пьяный бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э. 1—3 бб. ҡарай. Баҡалы р‑ны Яңы Һаҫыҡкүл а. көнсығыш ситендә Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) уң ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. 1973 й. асылған, 1976—80 йй. С.М.Васюткин, В.К. Калинин тарафынан тикшерелгән....

ҺАТҠЫ ЗАВОДЫ

ҺАТҠЫ ЗАВОДЫ, Троицк‑Һ.з., 1756 й. Себер даруғаһының Әйле һәм Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Һатҡы й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында барон А.С.Строганов (ҡара: Строгановтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Строганов, 1769 й. алып Лугининдар,...

ҺАТЛЫҠ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҺАТЛЫҠ, У р ы ҫ Һ а т л ы ғ ы, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 160 кеше; 1920 — 249; 1939 — 258; 1959 — 172; 1989 — 68; 2002 — 292; 2010...