Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯҺАҠЛЫ КЕШЕЛӘР

ЯҺАҠЛЫ КЕШЕЛӘР, Урал‑Волга буйында һәм Себерҙә яһаҡтүләүселәр. Шәхсән ирекле булған һәм дәүләт файҙаһына йөкләмәләр үтәгән. Я.к. 18—50 (һуңыраҡ 16—60) йәшлек ирҙәр ингән. Башҡорттар ергә яһаҡ түләгән һәм уны аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һаҡлау нигеҙе тип иҫәпләгән. Яһаҡ китаптары...

ЯҺАҠЛЫ КРӘҪТИӘНДӘР, ҡара: Яһаҡлы кешеләр.

ЯҺАҠЛЫ КРӘҪТИӘНДӘР, ҡара: Яһаҡлы кешеләр.  

ЯҺАЛМА АУЫРЫУҘАР

ЯҺАЛМА АУЫРЫУҘАР, билдәле ауырыуҙың классик билдәләренә өлөшләтә йәки тулыһынса тап килгән, аңлы рәүештә ҡылынған физик, химик йәки биол. тәбиғәтле тышҡы зарарлаусы факторҙар тәьҫирендә тыуҙырылған ауыртыныу торошо. Я.а. төрлө категориялы граждандар тарафынан ниндәй ҙә булһа йөкләмәнән баш тартыу (хәрбиҙәр...

ЯҺАЛМА БӨЙӨР

“ЯҺАЛМА БӨЙӨР”, г е м о д и а л и з а т о р, экстракорпораль гемодиализ өсөн аппарат, ҡандан алмашыу продукттарын һәм ағыулы матдәләрҙе сығарыу, организмда һыу‑электролит һәм кислота‑һелте балансын көйләү өсөн ҡулланыла. “Я.б.” эшләү принцибы үҙ эсенә ҡандың физиол. концентрацияларға яҡын төп электролиттарын,...

ЯҺАЛМА КҮН

ЯҺАЛМА КҮН, техник, галантерея изделиеларын әҙерләү, аяҡ кейеме, өҫ кейеме, баш кейеме тегеү өсөн тире урынына ҡулланылған полимер материал. Етештереү ысулы, баштағы материал тибы б‑са аяҡ кейеме резинаһына, ҡаты йәки йомшаҡ Я.к. (ҡатырға тибындағы); тәғәйенләнеше б‑са — аяҡ кейеме, өҫ кейеме, галантерея...

ЯҺАЛМА ҠАСЫРЫУ

ЯҺАЛМА ҠАСЫРЫУ, инә малды аталандырыу маҡсатында уның енси юлдарына сперманы яһалма индереү ысулы. А.х. малдарын Я.ҡ. тоҡом етештереүселәрҙе интенсив ҡулланырға һәм ҡыҫҡа ваҡытта малдың тоҡом сифаттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Я.ҡ. малды ҡасырыу ваҡытында йоға торған инфекцион ауырыуҙарҙы (бруцеллёз,...

ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР

ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР, автомобиль юлдарында, тимер юлдарҙың башҡа юлдар, йылғалар, йырындар һ.б. ҡаршылыҡтар м‑н киҫешкән урындарында ҡорола. Я.ҡ. һыу үткәргән объекттар (күперҙәр, торбалар) һәм юлдар киҫешкән урындағы юл күперҙәре, тау юлдарындағы махсус ҡоролмалар (тоннелдәр, эстакадалар һ.б.) инә. 1952...

ЯШИН Захарий Михайлович

ЯШИН Захарий Михайлович (18.9. 1885, Ҡазан губ. Тәтеш өйәҙе — 1965, Өфө), агроном. Техник ф. канд. (1935), проф. (1958). Соц. а.х. отличнигы (1943). Үҙәк Рәсәйҙә һәм Алыҫ Көнсығышта рев‑ция хәрәкәтендә ҡатнашыусы (1904—12). Воронеж а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1922) шунда уҡ (өҙөклөктәр м‑н) эшләй...

ЯЩУК Әлфиә Ғәлим ҡыҙы

ЯЩУК Әлфиә Ғәлим ҡыҙы (27.9. 1958, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (2010), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 1987 й. тиклем Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. башлап 2‑се акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

МӘҘРӘСӘ

МӘҘРӘСӘ (ғәр. — уҡыта торған урын), урта һәм юғары мосолман уҡыу йорттары. Башҡортостанда тәүге М. 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә (ҡара: Дини белем биреү). Мулллар инициативаһы б‑са мәсеттәр эргәһендә асыла, шәхси иғәнәләр һәм ваҡыф аҡсаһына тотола. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Уҡытыу‑тәрбиә...

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы [25.12.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны (БР‑ҙың Мишкә районы) Яңы Сәфәр а. — 24.1.1971, Ленинград ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Майор (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота училищеһын тамамлаған (Боровичи ҡ., 1956). 1942 й. алып Совет армияһында. 1943 й. сентябренән...

ЯҠУПОВА Нәүфилә Нурислам ҡыҙы

ЯҠУПОВА Нәүфилә Нурислам ҡыҙы (13.6.1975, БАССР‑ҙың Бөрйән районы Иҫке Монасип а.), актриса. БР‑ҙың атҡаҙанған (2008) һәм халыҡ (2022) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003 й. алып). ӨДСИ‑не тамамлаған (1996; Г.А.Мөбәрәкова курсы). 1995 й. алып Салауат башҡ. драма театрында эшләй. Киң ижади диапазонлы...

ИЛҺАМОВ Тамерлан Айсар улы

ИЛҺАМОВ Тамерлан Айсар улы (22.6.1994, БР‑ҙың Әбйәлил районы Асҡар а. — 4.7.2022, тыуған яғында ерләнгән). Гвардия прапорщигы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә (2014—17), Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла (2022) ҡатнашыусы. 2012 й....

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович (8.1.1995, Өфө ҡ. — 27.2.2022, тыуған яғында ерләнгән). Өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған (2018). 2013 й....

ЕМЕЛЬЯНОВ Данила Анатольевич

ЕМЕЛЬЯНОВ Данила Анатольевич (23.6.1980, Күмертау ҡ.), подполковник (2016). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2017). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. РФ Оборона министрлығының Новосибирск хәрби институтын тамамлаған (2003). 1998 й. алып РФ Ҡораллы көстәрендә. Герой исеменә Махсус операциялар көстәренең...

ЙӘҺҮҘИН Ғимат Йыһангир улы

ЙӘҺҮҘИН Ғимат Йыһангир улы [1898 й. ғинуары, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Туҙлыҡыуыш а. (хәҙер БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 10.7.1938, Өфө ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1916 й. алып Соҡаҙытамаҡ улус идаралығында йомошсо, һуңынан күсереп яҙыусы, 1918 й. — өйәҙ ревкомы тат.‑башҡ....

КРИВОШЕЕВА Олеся Александровна

КРИВОШЕЕВА Олеся Александровна (3.12.1983, Өфө ҡ.), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (2019). А.С.Кривошеевтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (2007), 2006 й. алып шунда уҡ эшләй: хисаплау математикаһы кафедраһы лаборанты, 2007 й. — уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2015 й. башлап математика һәм мәғлүмәт...

НӘСИБУЛЛИН Игорь Леонидович

НӘСИБУЛЛИН Игорь Леонидович (14.7.1995, Дмитриев ҡ. — 29.3.2022, Украинаның Харьков өлкәһе, БР‑ҙың Яңауыл районы Иҫке Вәрәш а. ерләнгән), танкист, өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Ҡазан...

ХӨСӘЙЕНОВА Рита Игоревна

ХӨСӘЙЕНОВА Рита Игоревна (25.8.1968, БАССР‑ҙың Туймазы районы Татар‑Олҡан а.), генетик. Биология фәндәре докторы (2015). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2020). БДУ‑ны тамамлаған (1993). 1986 й. алып Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, 1993 й. — “Альмири” фирмаһы бәләкәй предприятиеһында...

РАМАҘАНОВ Камил Нурулла улы

РАМАҘАНОВ Камил Нурулла улы (18.5.1981, Чарджоу ҡ.), инженер‑технолог. Техник фәндәр докторы (2016). ӨДАТУ‑ны тамамлағандан һуң (2004) шунда уҡ эшләй: уҡытыусы; 2017 й. алып Авиация технологиялары һәм материалдары институты директоры; 2020 й. башлап инновацион эшмәкәрлек буйынса проректор, 2021 й. —...