Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОСТИН Яков Дмитриевич

КОСТИН Яков Дмитриевич [20.10.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 20.9.1993, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. 1938 й. Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. дек. башлап Резерв фронтында хеҙмәт итә....

КОСТИН Александр Александрович

КОСТИН Александр Александрович (16.10.1949, Өфө — 14.10.2011, шунда уҡ), график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). 1983 Өфө костёлы. 20 б. башы й. алып “Китап” нәшриәтенең художество мөхәррире, 1992 й. — рәссамы, 2004—09 йй. “Демиург” нәшриәте (икеһе лә — Өфө) рәссамы. Китап графикаһы өлкәһендә эшләй,...

КОСТЕРИН П.И ЙОРТО

КОСТЕРИН П.И. ЙОРТО, 20 б. башына ҡараған тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Пушкин урамы, 86). 1907 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1912 й.) урындағы сауҙагәрҙәр Костерин һәм С.А.Черников заказы, архитектор А.А.Щербачёв проекты б‑са юлаусы сауҙәгәрҙәрҙе урынлаштырыу...

КОСТЕНКО Сергей Григорьевич

КОСТЕНКО Сергей Григорьевич (9.8.1954, Ташауыҙ ҡ.), электрик. БР-ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1999), ҡала электр транспортының почётлы хеҙм‑ре (2000). 1975 й. Г.С.Верещагин ис. Славгород химия з‑дында, 1978 й. ғин. алып Өфө электр лампалары з‑дында электромонтёр; нояб. башлап 8‑се дауахананың (Өфө)...

КОСТЁЛ, сиркәү

КОСТЁЛ, Өфөлә урынлашҡан, поляк католик мәхәллә сиркәүе. 1889—90 йй. Өфөлә каплица (католик йорт сиркәүе) булараҡ Никольск (хәҙ. Ғафури урамы) һәм Почта (Пушкин) урамдары мөйөшөндә нигеҙ һалына. Златоуст рим‑католик мәхәлләһенә беркетелә, 1890 й. Раббы Тәреһе Воздвижениеһы хөрмәтенә изгеләндерелә. 1900—02 йй....

КОСТАРЕВ, Бөрө р‑нындағы ауыл

КОСТАРЕВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Силантьев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 103 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 953 кеше; 1920 — 823; 1939 — 1014; 1959 — 699; 1989 — 274; 2002 — 194; 2010 — 210 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

КОСТАРЕВ Антон Дмитриевич

КОСТАРЕВ Антон Дмитриевич [11.9.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Кесе Нәкәрәк а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 28.8.1985, БР‑ҙың Бөрө р‑ны Баженов а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1940 й. алып Бөрө р‑нында эшләй: 1949 й. тиклем һәм 1958 й. башлап “Урал” к‑зында: 1958 й. алып рәйес урынбаҫары, 1963 й. — бригадир,...

КОСОУРОВ Юрий Фёдорович

КОСОУРОВ Юрий Фёдорович (17.11.1928, Урта Волга өлк. Архангельское а.), урман белгесе. А.х. ф. канд. (1958). БАССР‑ҙың атҡ. урман белгесе (1977). Мәскәү урман‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) 1953 й. тиклем Бөтә Союз урман хужалығы ҒТИ‑нда (Пушкино ҡ.) эшләй. 1956—92 йй. Башҡ‑н урман тәжрибә...

КОСОРОТОВ Василий Емельянович

КОСОРОТОВ Василий Емельянович (5.8.1871, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы ҡсб, хәҙ. Белорет ҡ., — 1.12.1957, Мәскәү), Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. 1906 й. алып РСДРП ағзаһы. 1883—88 йй. Белорет заводында эшләй. 1903—10 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр...

КОСОЛАПОВ Филипп Маркович

КОСОЛАПОВ Филипп Маркович [башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Макарович; 9.1.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Волков а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 1995, Чернигов ҡ., Украина], лётчик, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Икенсе Чкалов хәрби авиация штурмандар уч‑щеһын (1940), Хәрби-һауа...

КОСМОНАВТИКА

КОСМОНАВТИКА (космос һәм nautikḗ — диңгеҙҙә йөҙөү, караптар йөрөтөү сәнғәте), йыһан арауығында осоу; фән һәм техниканың йыһанды, Ерҙән ситтә булған объекттарҙы төрлө йыһанда осоу аппараттарын файҙаланып үҙләштереүҙе тәьмин иткән тармаҡтары. Башҡортостанда К. өлкәһендәге фәнни‑техник эштәр ғилми‑тикшеренеү...

КОСМОЛОГИЯ

КОСМОЛОГИЯ (космос һәм ...логия), астрономия бүлеге, Ғаләмдең дөйөм үҙенсәлектәрен өйрәнә. Боронғо космологик тәғлимәттәр башлыса һүрәтле моделдәр һәм мифтар була. Хәҙ. К. бөтә Ғаләмдең үҙенсәлектәрен бер ни тиклем аңлауҙы үҙ эсенә алған Метагалактика төҙөлөшө һәм үҙгәреү динамикаһының астрофизик теорияһы...

КОСМОГОНИЯ

КОСМОГОНИЯ (гр. kosmogonia — донъяның барлыҡҡа килеүе), астрономия бүлеге, Ғаләмдең — галактикаларҙың, йондоҙҙарҙың, Ҡояш системаһының (Ҡояш, планеталар, уларҙың юлдаштары, астероидтар, кометалар, метеориттар) һ.б. барлыҡҡа килеүен һәм эволюцияһын өйрәнә. К., космология кеүек үк, философия м‑н тығыҙ...

КОСИЛОВ Николай Иванович

КОСИЛОВ Николай Иванович (7.1.1937, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Чайковка а. — 18.7.2009, Силәбе ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1998). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Силәбе а.х. механизациялау һәм электрлаштырыу ин‑тын...

КОСАЧЁВ Василий Семёнович

КОСАЧЁВ Василий Семёнович (15.1.1936, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Троицкий а. — 24.10.2017, Ишембай ҡ.), нефтсе. 1958 й. алып “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығының нефть сығарыу б‑са оператор ярҙамсыһы, операторы, 1965 й. алып “Уралгазстрой” тресының (Силәбе өлк.) Өфө махсус төҙөлөш‑монтаж идаралығы...

КОРШУНОВА Зоя Павловна

КОРШУНОВА Зоя Павловна (24.10.1932, Иваново сәнәғәт өлкәһе Яковлевское а. — 12.7.2018, БР‑ҙың Өфө районы Булгаково а.), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). БАССР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1971). 1953 й. алып Өфө районының А.Д.Цюрупа исемендәге совхозының йәшелсә бригадаһы агрономы, 1960—89 йй. бригадиры....

КОРШИКОВ ДИНОБРИОНЫ

КОРШИКОВ ДИНОБРИОНЫ (Dinobryon korschikovii), колониаль алтынһыу ылымыҡтарҙың төрө. Күҙәнәктәренең оҙонлоғо 50 мкм тиклем, киңлеге 9—10 мкм булған ҡаты тышлығы (“өй”) бар. Тышлығының алғы осо киңәйгән, асыҡ, эсенән сығып торған 2 ҡамсылы; артҡыһы — һуҙылған, осло. Күҙәнәк “өй”ҙөң бәләкәй өлөшөн биләй....

КОРШАК Алексей Анатольевич

КОРШАК Алексей Анатольевич (17.12.1953, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй: 2001 й. алып гидравлика һәм гидромашиналар каф. мөдире, бер үк ваҡытта...

КОРУНД, минерал

КОРУНД (немецса Korund), оксидтар класы минералы, Al2O3. Кристалдары мискә, бағана һ.б. формала. Төрҙәре: ҡыҙыл үтә күренмәле — ҡыҙыл яҡут (составында 2%‑ҡа тиклем Cr2O3 бар), зәңгәр — зәңгәр яҡут (составында титан һәм тимер ҡушылдыҡтары бар) һ.б.; яҡшы айырымлашҡан К. — алмас шпаты. Агрегаттары бөртөклө....

КОРТУНОВ Алексей Кириллович

КОРТУНОВ Алексей Кириллович (28.3.1907, Дон ғәскәре өлк. Новочеркасск ҡ. — 18.11.1973, Мәскәү), полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төньяҡ Кавказ һыу хужалығы һәм мелиорация ин‑тын (Новочеркасск, 1931), Борисово хәрби инженерҙар уч‑щеһы эргәһендәге командирҙар...