Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СОЦИАЛЬ СТРУКТУРА

СОЦИАЛЬ СТРУКТУРА, башҡорт йәмғиәтенең үҙ‑ара бәйләнешле булған һәм тәьҫир итешкән социаль төркөмдәре һәм институттарының тәртипкә килтерелгән тупланмаһы. Ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡ‑мәҙәни тибы (ҡара: Күсмә тормош, Һыйырсылыҡ) өҫтөнлөк иткән шарттарҙа формалаша, тарихи‑мәҙәни традицияларға һәм йолаларға...

СОЦИАЛЬ СТРАХОВКАЛАУ

СОЦИАЛЬ СТРАХОВКАЛАУ, страховка хәүефе барлыҡҡа килгәндә (мед. ярҙамы, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ алыу кәрәклеге булғанда, һөнәри ауырыу, инвалидлыҡ, ҡартлыҡ, эшһеҙ тип танылыу, страховкаланған кешенең йәки уның ҡарамағында булған ғаиләнең эшкә яраҡһыҙ ағзаларының үлеме һ.б.) халыҡты соц. яҡлау формаһы,...

СОЦИАЛЬ СТРАТИФИКАЦИЯ

СОЦИАЛЬ СТРАТИФИКАЦИЯ, йәмғиәттең һәм уның айырым ҡатламдарының структураһын, соц. статус һәм ролдәрҙе дифференциациялау системаһын аңлатҡан социол. төшөнсә; социология тармағы. К.Маркстың (нигеҙендә — милеккә етештереү сараһы булараҡ мөнәсәбәт), М.Веберҙың (власть һәм абруйҙың бүленеүе), функционализм...

СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ

СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ, килемде, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡлауға, халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүгә, соц. өлкәне һаҡлауға, соц. конфликттарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән дәүләт программаларын бойомға ашыра торған саралар системаһы. С.с. РФ Конституцияһына, БР Конституцияһына, БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһының...

СОЦИАЛЬ АУЫРЫУҘАР

СОЦИАЛЬ АУЫРЫУҘАР, с о ц и а л ь м ә ғ ә н ә г ә э й ә  б у л ғ а н  а у ы р ы у ҙ а р, кешегә насар соц.‑иҡт. факторҙар (халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйеүе, эшһеҙлек, һуғыштар һ.б.) тәьҫир итеүе арҡаһында барлыҡҡа килә һәм тарала. С.а. күрһәткесе йәмғиәттең иҡт. һәм соц. үҫеш кимәлен күрһәтә, уртаса...

СОЦИАЛИСТИЧЕСКОЕ ХОЗЯЙСТВО БАШКИРИИ”

“СОЦИАЛИСТИЧЕСКОЕ ХОЗЯЙСТВО БАШКИРИИ” (“Башҡортостандың социалистик хужалығы”), иҡт. журнал. БАССР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы дәүләт план комиссияһы органы. Өфөлә 1928—41 йй. (2—3 айға 1 тапҡыр) урыҫ телендә нәшер ителә. Журнал биттәрендә халыҡ хужалығын үҫтереү т‑да материалдар, закон...

СОЦИАЛИСТИК ЯРЫШ

СОЦИАЛИСТИК ЯРЫШ, кешеләрҙе халыҡ хужалығы пландарын үтәү һәм арттырып үтәү өсөн йәлеп итеү, хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү б‑са идея‑сәйәси тәрбиә сараһы. Капиталистик конкуренцияға ҡаршы соц. төҙөлөш ысулы булып В.И.Ленин тарафынан уйлап табыла һәм эшләнә. Төп принциптары: билдәлелек, ҡаҙаныштарҙы сағыштырыу,...

СОЦИАЛИСТИК ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ

СОЦИАЛИСТИК ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ, СССР‑ҙа 1938—91 йй. почётлы исем, хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөштә өлгәшкән айырыуса ҙур ҡаҙаныштар өсөн бирелгән иң юғары дәрәжә. СССР ЮС‑ы Президиумының 1938 й. 27 дек. указы м‑н булдырыла. СССР ЮС‑ы Президиумы тарафынан бирелгән. Геройға Ленин ордены (1973—88 йй. ш. уҡ исем...

СОЦИАЛИСТИК РЕАЛИЗМ

СОЦИАЛИСТИК РЕАЛИЗМ с ә н ғ ә т т ә  һ ә м  ә ҙ ә б и ә т т ә, донъяның һәм кешенең соц. концепцияһына ҡоролған художестволы метод. Идея нигеҙе — коммунистик ижт.-сәйәси һәм эстетик идеалға таяныу, донъяны революцион үҙгәртеп ҡороу пафосы, социализм һәм коммунизмға ихлас ышаныу. Характерлы һыҙаттары:...

СОЦИАЛ-РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР ПАРТИЯҺЫ

СОЦИАЛ‑РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР ПАРТИЯҺЫ (СРП), э с е р ҙ а р, 1901—22 йй. Рәсәйҙә сәйәси партия. Ҡайһы бер халыҡсылыҡ төркөмдәре һәм түңәрәктәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1‑се (Ойоштороу) съезда (1905 й. дек. — 1906 й. ғин., Иматра ҡ., Финляндия) программаһы һәм ваҡытлыса уставы ҡабул ителә....

СОФТБОЛ

СОФТБОЛ (ингл. soft — йомшаҡ һәм ball — туп), спорт төрө, бейсболдың бер төрө, туп һәм бита м‑н команда уйыны. Башҡортостанда С. үҫеше 1987 й. Өфө р‑ны Николаевка а. урта мәктәбендә беренсе секция асылыуға бәйле (ҡара: “Башҡортостан”). Өфөлә (18‑се һәм 90‑сы урта мәктәптәр), Булгаков, Нөрлө, Чесноковка,...

СОФРОНОВСКИЙ, яңы ауыл, Өфө эсендә

СОФРОНОВСКИЙ, яңы ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Өфө эсендә. Ауылға 19 б. уртаһында Өфө өйәҙендә сауҙагәр Ф.С.Софронов нигеҙ һала. 1896 й. 3 йортта 23 кеше йәшәгән. Ағиҙел й. буйлап тауар ташыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Северный исеме м‑н билдәле булған. Халҡы: 1906 й. — 26 кеше; 1920 — 45 кеше. Хәҙ....

СОФРОНИЙ, дин әһеле. Архиепископ (1929), архимандрит (1915)

СОФРОНИЙ (донъяуи исеме Арефьев Иван Алексеевич; 19.3.1879, Пермь губ. Шадринск өйәҙе — 23.12.1937, Краснодар ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы (1933—34). Дини тәғлимәт канд. (1903). Архиепископ (1929), архимандрит (1915). Монахлыҡ ҡабул иткән (1915). Пермь дини семинарияһын (1899), Мәскәү...

СОФИЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

СОФИЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡыҙылъюл й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 347 кеше; 1920 — 425; 1939 — 187; 1959 — 93; 1989 — 90; 2002 — 201; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар йәшәй...

СОТНИКОВ Михаил Васильевич

СОТНИКОВ Михаил Васильевич [1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Прасковьино‑Васильевка а. — 17.5.1945, Лодзь ҡ. (Польша) ерләнгән], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. февр. алып Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия армияһының 82‑се гвардия уҡсылар див....

СОТНИКОВ Иван Владимирович

СОТНИКОВ Иван Владимирович (12.2.1908, Тула губ. Скуратово ст. — 21.2.1988, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Дәүләт художестволы фәндәр акад. (Мәскәү, 1930), Мәскәү яңы телдәр пед. ин‑тын (1934) тамамлаған. 1952 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй: “Литературная Башкирия”...

СОСЮРА Владимир Николаевич

СОСЮРА Владимир Николаевич (25.12.1897, Екатеринослав губ. Дебальцево ст. — 8.1.1965, Киев), шағир. “Ҡыҙыл розалар” (“Красные розы”; 1932), “Баҡсалар шаулаһын өсөн” (“Чтоб сады шумели”; 1947), “Хеҙмәтсән ғаилә бәхете” (“Счастье семьи трудовой”; 1962) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. 1941—43 йй. шағирҙың...

СОССЮРЕЯ

СОССЮРЕЯ (Saussurea), астра һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американыңһәм Австралияның арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрөүҫә. Күп йыллыҡүләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тармаҡлы (өҫкөөлөшөндә), бейеклеге 20—120 см тиклем....

СОСНОВЫЙ, Ҡарағай күл

СОСНОВЫЙ, Ҡ а р а ғ а й к ү л, Әй й. басс. төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Дыуан а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Шул уҡ исемле күлде (оҙонлоғо яҡынса 240 м, киңлеге 200 м) үҙ эсенә алған күл‑һаҙлыҡ комплексы. Майҙаны 16 га. Аҫҡы пермдең көңгөр ярусы тоҡомдарынан...

СОСНОВЫЙ ЛОГ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

СОСНОВЫЙ ЛОГ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Түб. Исҡуш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Күсәүеш й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 92 кеше; 1959 — 116; 1989 — 166; 2002 — 192; 2010 — 125 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....