Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНАРХИСТАР

АНАРХИСТАР (гр. anarchia — власһыҙлыҡ), дәүләтте һәм хосуси милекте юҡ итеү, ижт. продукт етештереүсе һәм уны үҙ ағзалары араһында һәр береһенең башҡарған эше күләменә ярашлы бүлеп биреүсе ирекле хеҙмәтсәндәр ассоциациялары йәки коммуналар федерациялары төҙөү өсөн сығыш яһаусы ижт.‑сәйәси ағым яҡлылар....

АНАНЬИН МӘҘӘНИӘТЕ

АНАНЬИН МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 8 б. аҙ. — 3 б. ҡарай. 1858 й. Ананьин а. (ТР) янында П.В.Алабин һәм И.В.Шишкин асҡан ҡәберлек исеме м‑н аталған. Башҡортостанда А.м. ҡараған 50‑гә яҡын ҡомартҡы асылған, улар Ағиҙел, Кама, Өфө йй. басс. тупланған (Бөрө ҡаласығы, Камышинка...

АНАЛИТИК ХИМИЯ

АНАЛИТИК ХИМИЯ, матдәләрҙең химик составын һәм бер ни тиклем уларҙың химик төҙөлөшөн билдәләүсе ысулдар һәм саралар т‑дағы фән. Хәҙ. А.х. төп йүнәлештәре — химик анализдың яңы ысулдарын эшләү, булғандарын камиллаштырыу һәм үлсәүҙәрҙе автоматлаштырыу (айырыуса технол. процестарҙы тикшергәндә). Башҡортостанда...

АНАЛИТИК ФУНКЦИЯ

АНАЛИТИК ФУНКЦИЯ, голоморф функция, үҙгәреүсәндең дәрәжәләре рәте ярҙамында күрһәтергә мөмкин булған матем. функция. Математикала һәм уның тәбиғәт белемдәренә ҡараған ҡушымталарында ҡулланыла. Математика институтында комплекслы яҫылыҡтың ҡабарынҡы өлкәләрендә булған аналитик функцияларҙы экспоненталар...

АНАҠ Шамил (Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы)

АНАҠ Шамил [ысын исеме Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы; 25.11.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Әбдрәшит а., — 21.10.2005, ш. уҡ райондың Раевка а.], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). МДУ‑ны тамамлаған (1950). 1957—59 йй....

АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо

АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо. Амфибол, плагиоклаз һәм минераль ҡушылмаларҙан тора. Үҙенсәлекле өҫтәлмә минералы буйынса гранат, биотит, кианит, цоизит һ.б. А. айыралар. Структураһы гранобласлы йәки нематобласлы, текстураһы һәүерташлы. Төҫө ҡуйы һоронан ҡуйы йәшелгә тиклем. Төҙөлөш материалы сифатында...

АМФИБОЛДАР

АМФИБОЛДАР (грек телендәге amphibolos — аңлайышһыҙ), магмалы һәм метаморфик сығышлы, үҙенсәлекле структуралы минералдар. Составтары буйынса магний‑тимерле (антофиллит, куммингтонит), кальцийлы (тремолит, актинолит), кальций-натрийлы (мөгөҙ обманкалары, арфведсонит) һәм һелтеле (глаукофан, рибекит, кроссит)...

АММОНИЙЛАШЫУ

АММОНИЙЛАШЫУ, составында азот булған органик матдәләрҙе (аҡһымдар, мочевина, нуклеин кислоталары һ.б.) микроорганизмдар тарҡатыу процесы. Тәбиғәттәге азот әйләнешенең иң мөһим этаптарының береһе. Организмдарҙың тереклек итеүе һәм үлеүе һөҙөмтәһендә составында азот булған органик матдәләр тупраҡҡа һәм...

АММИАК

АММИАК, NH3, азот м‑н водородтың иң ябай химик берләшмәһе. Тәбиғәттә азотлы органик матдәләрҙең тарҡалыуынан хасил була. Тонсоҡторғос еҫле төҫһөҙ газ; tиреү −77,7°С, tҡайнау −33,3°С, тығыҙлығы 790 кг/м3 (−40°С булғанда). Һыуҙа эреүсәнлеге яҡшы, спиртта, ацетонда һ.б. органик эреткестәрҙә — бер аҙ насарыраҡ....

АМИНОКИСЛОТАЛАР

АМИНОКИСЛОТАЛАР, составында аминотөркөмдәр (1 һәм унан күберәк) булған органик кислоталар. А. углерод сылбырында аминотөркөмдөң урынлашыуы (α‑A., β‑A. һ.б.) һәм молекуланың тәбиғи оптик активлығы булыуы (һулға һәм уңға әйләндереүсе изомерҙар) б‑са айырыла. Тәбиғәттә һулға әйләндереүсе α‑A. киң таралған....

АМИНДАР

АМИНДАР, аммиактағы водород атомын алкил, арил йәки алкиларил радикалдарына алмаштырыуҙан барлыҡҡа килгән азоторганик берләшмәләр. Беренсел RNH2, икенсел R2NH һәм өсөнсөл R3N; алифатик һәм ароматик А.; молекулалар составындағы азот атомы һанына ҡарап ди-, три-, полиаминдарҙы айыралар. Аҙ молекулалы...

АМЕРИКА ЯРҘАМ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ

АМЕРИКА ЯРҘАМ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ (American Relief Administration), АРА, 1919—23 йй. АҠШ‑тың Беренсе донъя һуғышында зыян күргән Европа илдәренә гуманитар ярҙам күрһәтеү б‑са хөкүмәткә инмәгән хәйриә ойошмаһы. 1921 й. АРА етәкселеге Мәскәүҙә Рус бүлеген һәм РСФСР‑ҙа 12 округ бүлексәһен ойоштора. Нояб. Өфөлә...

АМЕЛИН Веналий Владимирович

АМЕЛИН Веналий Владимирович (21.5.1951, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Комовка а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1995), проф. (1997). Ташкент пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) Үзбәк ССР‑ында партия эшендә. 1989 й. алып Мәскәүҙә йәшәй, 1991—92 йй. РФ‑тың Милли сәйәсәт б‑са дәүләт ком‑ты хеҙм‑ре. 1992 й. башлап...

АМЁБАЛАР

АМЁБАЛАР (Amoebina), саркодалылар отряды. Яҡынса 40 төрө билдәле, сөсө һыу ятҡылыҡтарында, һирәгерәк диңгеҙҙәрҙә һәм тупраҡта таралған. Башҡортостанда 10‑дан ашыу төрө осрай. Тән формаһы үҙгәреүсән, үлсәме 20—700 мкм. Цитоплазма үҫентеләре — псевдоподиялар (ялған аяҡтар) — ярҙамында хәрәкәт итә. Енесһеҙ...

АМВРОСИЙ II (Морев Алексей Иванович)

АМВРОСИЙ II (донъяуи исеме Морев Алексей Иванович; яҡынса 1782 й., Тверь губ. — 15.9.1854, Пенза ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1823—28). Дини тәғлимәт кандидаты. Архимандрит (1816). Монахлыҡ ҡабул иткән (1805). Александр Невский дини акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1807), артабан Тверь,...

АМВРОСИЙ I (Келембет Андрей Петрович)

АМВРОСИЙ I (донъяуи исеме Келембет Андрей Петрович; 1750 й. тирәһе, Полтава губ. Чернухи а. — 4.7.1825, Полтава губ. Мгарь Спас Преображение монастыры), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө беренсе епискобы (1799—1806). Архиепископ (1806), архимандрит (1793). Монахлыҡ ҡабул иткән (1777). Киев‑Могилян дини академияһын...

АМБРОЗИЯ

АМБРОЗИЯ (Ambrosia), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған, ҡайһы бер төрҙәре башҡа ҡитғаларҙа ла бар. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: күп йыллыҡ А., әрем япраҡлы А., өс бүлкәтле амброзия. Бер йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабағы төҙ, тармаҡлы,...

АМБАР ҠОРОТҠОСТАРЫ

АМБАР ҠОРОТҠОСТАРЫ, һаҡлау осоронда иген һәм унан әҙерләнгән аҙыҡ‑түлеккә зыян килтереүсе, юҡҡа сығарыусы хайуандар төркөмө. А.ҡ. уларҙың ауырлығын кәметә (йыллыҡ юғалтыу 10—15%), бысрата, был, үҙ сиратында, орлоҡтоң сығышын кәметә, аҙыҡ‑түлек сифатын түбәнәйтә. А.ҡ. күпселеге инфекцион ауырыуҙарҙы...

АМАРАНТ, бесәй тарыһы

АМАРАНТ, бесәй тарыһы (Amaranthus), амарант һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 60 төрө билдәле, тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрҙә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: аҡ А., алама А., жминда А., күкһел көрән А., ҡаймалы А. Бер йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабағы тармаҡлы, төҙ, һирәгерәк йәйенке,...

АМАНТАЙ (Амантаев) Ғабдулла Гәрәй улы

  АМАНТАЙ (Амантаев) Ғабдулла Гәрәй улы [23.2.1907, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үрге Ҡунаҡбай а. (Ырымбур өлк. Переволоцк р‑ны) — 10.7.1938], яҙыусы, филолог. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған, Ленинград филос. һәм лингв. ин‑тын тамамлаған (1931). 1921 й. алып РЛКСМ‑дың...