Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИНЙӘР СВИТАҺЫ

МИНЙӘР СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Минйәр ҡ. (Силәбе өлк.) янындағы Минйәр һәм Эҫем йй. үҙәнендә О.П.Горяинова айырып күрһәтә (1931). Ултырмалар Горяинова (1931), А.И.Олли (1948), В.И.Козлов (1982,__ 1986) һ.б. тарафынан тасуирлана. Свита ҡатламдары Башҡорт мегантиклинорийының...

МИНЙӘР ЗАВОДЫ

МИНЙӘР ЗАВОДЫ, 1771 й. Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Минйәр й. буйында И.Б.Твердышев һәм И.С.Мясников тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: 1783 й. алып И.И.Бекетова (ҡара: Бекетовтар), 19 б. 20‑се йй. аҙ. — А.Д.Балашов, 1837 й....

МИНИСТРЛЫҠ МӘКТӘПТӘРЕ

МИНИСТРЛЫҠ МӘКТӘПТӘРЕ, м и н и с т р л ы ҡ у ч и л и щ е л а р ы, Рәсәйҙә Халыҡ мәғарифы министрлығының башланғыс уҡыу йорттары. 1869 й. алып “өлгөлө” 1 класлы (уҡыу 3 йыл булған) һәм 2 класлы (5 йыл) башланғыс министрлыҡ мәктәптәре булараҡ асылып, башланғыс мәктәптәрҙә уҡытыу- тәрбиә эшенең өлгөһөнә...

МИНИСТРҘАР СОВЕТЫ

МИНИСТРҘАР СОВЕТЫ, 1946— 93 йй. Башҡортостан Респ. дәүләт власының юғары башҡарма һәм күрһәтмә биргән органы. БАССР МС‑ы “СССР Халыҡ Комиссарҙары Советын — СССР Министрҙар Советы, союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Халыҡ Комиссарҙары Советтарын союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Министрҙар...

МИНИН Геннадий Дмитриевич

МИНИН Геннадий Дмитриевич (27.10.1940, Свердловск ҡ. — 30.9.2019, Өфө ҡ.), санитар табип. Медицина фәндәре докторы (1998). РФ‑тың (2003) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың (1986) һәм БР‑ҙың (2000) һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре...

МИНЗӘЛӘ, ҡала

МИНЗӘЛӘ, ҡала (1781 й. алып). 1645 й. байлар улусы башҡорттары ерҙәрендә Минзәлә й. (Ыҡ й. ҡушылдығы) һул ярында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1584—86) ҡәлғә булараҡ нигеҙ һалына. Өфө өйәҙе, 17 б. уртаһынан Кама аръяғы һыҙығы (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) составында, 18 б. 1‑се сирегенән Өфө провинцияһының...

МИНЗӘЛӘ ӨЙӘҘЕ

МИНЗӘЛӘ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының төньяҡ‑көнсығыш, Ҡазан провинцияһының ш. уҡ исемле губернаһының көнсығыш өлөштәре инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1865 й. — Өфө губернаһы составында. 18 б. аҙ. көнбайышта һәм төньяҡта — Вятка наместниклығы,...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУҘАР

МИНЕРАЛЬ ҺЫУҘАР, составында биол. актив минераль компоненттарҙың күп булыуы м‑н характерланған һәм махсус физик‑химик үҙенсәлектәре (химик состав, т‑ра, радиоактивлыҡ һ.б.) булған ер аҫты (ҡайһы берҙә ер өҫтө) һыуҙары. Сәнәғәт (350 г/л тиклем минераллашҡан тоҙло һыуҙар) һәм дауалау (эсәр һәм бальнеологик...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, гидравлик яҡтан бер‑береһенә бәйле булған ярыҡ‑юлаҡ системаларының һәм ҡатлам коллекторҙарының сикләнгән майҙанлы өлөштәре, уларҙың сиктәрендә гидрогеол. факторҙарҙың йоғонтоһо аҫтында минераль һыуҙарҙы курорттарҙа файҙаланыу һәм шешәләргә тултырыу сәнәғәте өсөн һайлап алыуға...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, минераль һыуҙарҙың тәбиғи инештәре. М.һ.с. минераль ләмдәрҙең барлыҡҡа килеүе м‑н бергә бара. Башҡортостандың Урал алдында М.һ.с. пермь, һирәгерәк карбондың карбонатлы һәм сульфатлы тоҡомдарына тура килә, составында сульфатлы кальций, сульфат‑хлорид, кальций‑натрий һәм хлоридлы...

МИНЕРАЛЬ РЕСУРСТАР

МИНЕРАЛЬ РЕСУРСТАР, төбәктең, илдең, континенттың, донъяның ер аҫтында файҙалы ҡаҙылма запастары йыйылмаһы, фәнни‑техник процесты иҫәпкә алып (эшкәртеү системаһының, байыҡтырыу технологияларының һ.б. үҫеше), файҙалы ҡаҙылмаларға ҡарата булған кондицияларға ярашлы баһалана, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында...

МИНЕРАЛЬ МАЙҘАР

МИНЕРАЛЬ МАЙҘАР, н е ф т ь м а й ҙ а р ы, юғары (300—600°С) т‑рала ҡайнаған нефть фракцияларын эшкәртеү продукттары. Етештереү ысулдары б‑са дистиллятлы (мазуттарҙы вакуумда ҡыуып алалар), ҡалдыҡлы (гудрондарҙы асфальтһыҙлаштырыу ҡалдыҡтары) һәм компаундланған (йәбешкәклеге һ.б. күрһәткестәренә ярашлы...

МИНЕРАЛЬ ЛӘМДӘР

МИНЕРАЛЬ ЛӘМДӘР, с а п р о п е л д ә р, физик‑химик һәм биохимик процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән күл, һаҙлыҡ, быуа һ.б. минераль һәм органик ултырмалары. Минераллашҡан йәки тоҙло һыу һеңгән М.л. коллоидтары алюмин һәм тимер окисы гидраттарынан, көкөртлө тимерҙән һәм балсыҡ бөртөксәләренән тора....

МИНЕРАЛЬ АШЛАМАЛАР

МИНЕРАЛЬ АШЛАМАЛАР, органик булмаған матдәләр, башлыса тоҙҙар, составтарында үҫемлектәр өсөн мөһим туҡланыу элементтары бар. М.а. — а.х. культуралары уңдырышлылығын һәм продукция сифатын арттырыу өсөн һөҙөмтәле сара. Башлыса химия сәнәғәте пр‑тиелары тарафынан етештерелә (агрономик мәғдәндәрҙе эшкәртеү,...

МИНЕРАЛОГИЯ

МИНЕРАЛОГИЯ (минерал һәм ...логия), минералдарҙың составын, үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн, барлыҡҡа килеү шарттарын һәм үҙгәрештәрен, ш. уҡ уларҙы яһалма синтезлау, практик яҡтан файҙаланыу шарттарын һәм ысулдарын өйрәнгән фән. М. — геол. циклдағы иң боронғо фән, 18 б. унан геология, 19 б. — кристаллография,...

МИНЕРАЛ

МИНЕРАЛ (лат. minera — мәғдән), Ерҙә һ.б. планеталарҙа физик‑химик процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, составы һәм үҙенсәлектәре бер булған тәбиғи есем, тау тоҡомдарының ҡушма өлөшө. М. башлыса ҡаты есем, һирәк кенә шыйыҡ (терегөмөш) һәм газ хәлендәге (тәбиғи газ) М. осрай. Кристаллы, аморф (аҡ...

МИНДЕШ, Салауат р‑нындағы ауыл

МИНДЕШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Ишембай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 37 км һәм Кропачёво т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Оло Бәрҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 280 кеше; 1920 — 340; 1939 — 374; 1959 — 355; 1989 — 284; 2002 — 304; 2010 — 304 кеше. Башҡорттар...

МИНДӘК, Учалы р‑нындағы ауыл

 МИНДӘК, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 75 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 3687 кеше; 1959 — 5334; 1989 — 3013; 2002 — 2949; 2010 — 2282 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). 2 урта мәктәп, балалар...

МИНДӘК, йылға

МИНДӘК, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Уралтау һыртындағы Уҫаҡтау тауынан (920 км) көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Учалы р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Иштәк й. тамағында йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа үҙгәртә һәм Урал й. (тамағынан 2320 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо...

МИНДӘК РУДНИГЫ

МИНДӘК РУДНИГЫ, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары, ағас- таҡта һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1931 й. Учалы р‑нында “Башзолото” тресы составындағы Миндәк приискыһы булараҡ ойошторола, 1954 й. алып “Южуралзолото” тресының (Мейәс ҡ.), 1967 й. — “Уралзолото” берекмәһенең (Свердловск ҡ.) М.р., 1992 й. — “Башзолото”...