Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНГИДРИТ, минерал

АНГИДРИТ (грек телендәге an- — кире приставка һәм hydor — һыу), 1) сульфаттар класы минералы, Ca[SO4], составында барий, стронций, магний ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка, ҡалын пластинка һәм призма рәүешендә. Агрегаттары тығыҙ, бөртөклө, сүсле һ.б. Төҫһөҙ, аҡ, зәңгәрһыу. Быяла кеүек...

АНАЭРОБТАР

АНАЭРОБТАР (гр. аn- — кире приставка һәм аэробтар), молекуляр кислород бөтөнләй йәки өлөшләтә булмаған мөхиттә йәшәүгә һәм үҫеүгә һәләтле организмдар. Йәшәү өсөн энергияны А. органик, һирәгерәк органик булмаған матдәләрҙе, ирекле кислород ҡатнашлығынан тыш йәки яҡтылыҡ энергияһын файҙаланып (пурпур...

АНАТОМИЯ

АНАТОМИЯ (гр. аnatome — ярыу), организмдың, уның айырым ағзаларының формаһы һәм төҙөлөшө т‑дағы фән; морфологияның бүлеге. Кеше А., хайуандар А. һәм үҫемлектәр анатомияһын айырып йөрөтәләр. Кеше А. һәм хайуандар А. патологик анатомияға һәм остеологияны (һөйәктәрҙең формаһы һәм структураһы), миологияны...

АНАТОЛИЙ (Кузнецов Евгений Власович)

АНАТОЛИЙ (донъяуи исеме Кузнецов Евгений Власович, 28.5.1930, Иркутск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1979—90). Дини тәғлимәт канд. (1960). Архиепископ (1993), архимандрит (1968). Монахлыҡ ҡабул иткән (1960). Мәскәү дини акад. тамамлағандан һуң (1960) Мәскәү урта һәм юғары дини уҡыу йорттарында...

АНАРХИСТАР

АНАРХИСТАР (гр. anarchia — власһыҙлыҡ), дәүләтте һәм хосуси милекте юҡ итеү, ижт. продукт етештереүсе һәм уны үҙ ағзалары араһында һәр береһенең башҡарған эше күләменә ярашлы бүлеп биреүсе ирекле хеҙмәтсәндәр ассоциациялары йәки коммуналар федерациялары төҙөү өсөн сығыш яһаусы ижт.‑сәйәси ағым яҡлылар....

АНАНЬИН МӘҘӘНИӘТЕ

АНАНЬИН МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 8 б. аҙ. — 3 б. ҡарай. 1858 й. Ананьин а. (ТР) янында П.В.Алабин һәм И.В.Шишкин асҡан ҡәберлек исеме м‑н аталған. Башҡортостанда А.м. ҡараған 50‑гә яҡын ҡомартҡы асылған, улар Ағиҙел, Кама, Өфө йй. басс. тупланған (Бөрө ҡаласығы, Камышинка...

АНАЛИТИК ХИМИЯ

АНАЛИТИК ХИМИЯ, матдәләрҙең химик составын һәм бер ни тиклем уларҙың химик төҙөлөшөн билдәләүсе ысулдар һәм саралар т‑дағы фән. Хәҙ. А.х. төп йүнәлештәре — химик анализдың яңы ысулдарын эшләү, булғандарын камиллаштырыу һәм үлсәүҙәрҙе автоматлаштырыу (айырыуса технол. процестарҙы тикшергәндә). Башҡортостанда...

АНАЛИТИК ФУНКЦИЯ

АНАЛИТИК ФУНКЦИЯ, голоморф функция, үҙгәреүсәндең дәрәжәләре рәте ярҙамында күрһәтергә мөмкин булған матем. функция. Математикала һәм уның тәбиғәт белемдәренә ҡараған ҡушымталарында ҡулланыла. Математика институтында комплекслы яҫылыҡтың ҡабарынҡы өлкәләрендә булған аналитик функцияларҙы экспоненталар...

АНАҠ Шамил (Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы)

АНАҠ Шамил [ысын исеме Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы; 25.11.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Әбдрәшит а., — 21.10.2005, ш. уҡ райондың Раевка а.], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). МДУ‑ны тамамлаған (1950). 1957—59 йй....

АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо

АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо. Амфибол, плагиоклаз һәм минераль ҡушылмаларҙан тора. Үҙенсәлекле өҫтәлмә минералы буйынса гранат, биотит, кианит, цоизит һ.б. А. айыралар. Структураһы гранобласлы йәки нематобласлы, текстураһы һәүерташлы. Төҫө ҡуйы һоронан ҡуйы йәшелгә тиклем. Төҙөлөш материалы сифатында...

АМФИБОЛДАР

АМФИБОЛДАР (грек телендәге amphibolos — аңлайышһыҙ), магмалы һәм метаморфик сығышлы, үҙенсәлекле структуралы минералдар. Составтары буйынса магний‑тимерле (антофиллит, куммингтонит), кальцийлы (тремолит, актинолит), кальций-натрийлы (мөгөҙ обманкалары, арфведсонит) һәм һелтеле (глаукофан, рибекит, кроссит)...

АММОНИЙЛАШЫУ

АММОНИЙЛАШЫУ, составында азот булған органик матдәләрҙе (аҡһымдар, мочевина, нуклеин кислоталары һ.б.) микроорганизмдар тарҡатыу процесы. Тәбиғәттәге азот әйләнешенең иң мөһим этаптарының береһе. Организмдарҙың тереклек итеүе һәм үлеүе һөҙөмтәһендә составында азот булған органик матдәләр тупраҡҡа һәм...

АММИАК

АММИАК, NH3, азот м‑н водородтың иң ябай химик берләшмәһе. Тәбиғәттә азотлы органик матдәләрҙең тарҡалыуынан хасил була. Тонсоҡторғос еҫле төҫһөҙ газ; tиреү −77,7°С, tҡайнау −33,3°С, тығыҙлығы 790 кг/м3 (−40°С булғанда). Һыуҙа эреүсәнлеге яҡшы, спиртта, ацетонда һ.б. органик эреткестәрҙә — бер аҙ насарыраҡ....

АМИРОВО

АМИРОВО (Әмир), Б а й г и ш е в о, деревня в составе Кашкинского сельсовета. Расположена на реке Тюй, в 40 км к юго-востоку от райцентра и в 137 км к юго-востоку от железнодорожной станции Чернушка (Пермский край). Основана башкирами Балыкчинской волости Сибирской дороги на собственных землях, известна...

АМИНОКИСЛОТАЛАР

АМИНОКИСЛОТАЛАР, составында аминотөркөмдәр (1 һәм унан күберәк) булған органик кислоталар. А. углерод сылбырында аминотөркөмдөң урынлашыуы (α‑A., β‑A. һ.б.) һәм молекуланың тәбиғи оптик активлығы булыуы (һулға һәм уңға әйләндереүсе изомерҙар) б‑са айырыла. Тәбиғәттә һулға әйләндереүсе α‑A. киң таралған....

АМИНДАР

АМИНДАР, аммиактағы водород атомын алкил, арил йәки алкиларил радикалдарына алмаштырыуҙан барлыҡҡа килгән азоторганик берләшмәләр. Беренсел RNH2, икенсел R2NH һәм өсөнсөл R3N; алифатик һәм ароматик А.; молекулалар составындағы азот атомы һанына ҡарап ди-, три-, полиаминдарҙы айыралар. Аҙ молекулалы...

АМЕРИКА ЯРҘАМ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ

АМЕРИКА ЯРҘАМ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ (American Relief Administration), АРА, 1919—23 йй. АҠШ‑тың Беренсе донъя һуғышында зыян күргән Европа илдәренә гуманитар ярҙам күрһәтеү б‑са хөкүмәткә инмәгән хәйриә ойошмаһы. 1921 й. АРА етәкселеге Мәскәүҙә Рус бүлеген һәм РСФСР‑ҙа 12 округ бүлексәһен ойоштора. Нояб. Өфөлә...

АМЕЛИН Веналий Владимирович

АМЕЛИН Веналий Владимирович (21.5.1951, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Комовка а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1995), проф. (1997). Ташкент пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) Үзбәк ССР‑ында партия эшендә. 1989 й. алып Мәскәүҙә йәшәй, 1991—92 йй. РФ‑тың Милли сәйәсәт б‑са дәүләт ком‑ты хеҙм‑ре. 1992 й. башлап...

АМЁБАЛАР

АМЁБАЛАР (Amoebina), саркодалылар отряды. Яҡынса 40 төрө билдәле, сөсө һыу ятҡылыҡтарында, һирәгерәк диңгеҙҙәрҙә һәм тупраҡта таралған. Башҡортостанда 10‑дан ашыу төрө осрай. Тән формаһы үҙгәреүсән, үлсәме 20—700 мкм. Цитоплазма үҫентеләре — псевдоподиялар (ялған аяҡтар) — ярҙамында хәрәкәт итә. Енесһеҙ...

АМВРОСИЙ II (Морев Алексей Иванович)

АМВРОСИЙ II (донъяуи исеме Морев Алексей Иванович; яҡынса 1782 й., Тверь губ. — 15.9.1854, Пенза ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1823—28). Дини тәғлимәт кандидаты. Архимандрит (1816). Монахлыҡ ҡабул иткән (1805). Александр Невский дини акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1807), артабан Тверь,...