Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЮНЫСОВА Айһылыу Билал ҡыҙы

ЮНЫСОВА Айһылыу Билал ҡыҙы (11.4.1951, Стәрлетамаҡ ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1999). РФ‑тың (2016) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Б.Х.Юлдашбаевтың ҡыҙы. ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 1979 й. тиклем БДМИ‑ла, 1983 й. алып БДУ‑ла (1999 й. башлап яңы һәм...

ЫҘАНЛАУ

ЫҘАНЛАУ, 18 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Рәсәйҙә ер фондын һүрәтләү һәм картаға төшөрөү, ер биләмәләре сиген билдәләү һәм юридик яҡтан рәсмиләштереү б‑са үткәрелгән хөкүмәт саралары комплексы (ҡара: Ер сәйәсәте). Ы. төп маҡсаты ер мөнәсәбәттәрен тәртипкә килтереү була: Ы. ер фондының төрлө хужалары...

ЫҘАН КОМИССИЯЛАРЫ

ЫҘАН КОМИССИЯЛАРЫ, 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Рәсәйҙә ер биләү үҙенсәлектәре м‑н айырылған терр‑яларҙа ыҙан эштәрен ойоштороу һәм үткәреүҙе тормошҡа ашырған хөкүмәт учреждениелары (ҡара: Махсус ыҙанлау). Башҡортостанда Ы.к. 1848 й. 27 дек. Дәүләт советы фекерҙәре баҫылғандан һуң төҙөлә; ул һәр...

ЩЕРБАКОВ Павел Фёдорович

ЩЕРБАКОВ Павел Фёдорович (27.5.1924, Ҡырғыҙ АССР‑ының Фёдоровка а. — 7.3.1945, Жары ҡ., Польша), Советтар Союзы Геройы (1945). Кесе лейтенант. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Көньяҡ Урал пулемётсылар училищеһын (БАССР‑ҙың Благовещен ҡ.) тамамлаған. 1941 й. БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡасабаһында...

ШӘҺИЕВ Абдулла Фәйзрахман улы

ШӘҺИЕВ Абдулла Фәйзрахман улы (23.2.1907, Уральск ҡ. — 4.5.1993, Ағиҙел ҡ., БР‑ҙың Краснокама районы Яңы Ҡабан а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1944, 1959 й. званиеһы алына, 1992 й. ҡайтарыла). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Атлы армия исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия училищеһын тамамлаған (Шадринск ҡ.,...

ШӘЙХИСЛАМОВ Рәшит Бәҙретдин улы

ШӘЙХИСЛАМОВ Рәшит Бәҙретдин улы (5.10.1959, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Арҡауыл а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре. Раф. Б.Шәйхисламовтың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986) ЛДУ‑ла, 1991—95 йй. һәм 1999 й. алып БДУ‑ла эшләй,...

ЧЕРНАВИН Денис Юрьевич

ЧЕРНАВИН Денис Юрьевич (9.4.1978, Рязань ҡ.), лётчик, полковник (2023). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2023). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022—23). Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (2000), профессор Н.Е.Жуковский һәм Ю.А.Гагарин...

ХӘЙБУЛЛИН Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы

ХӘЙБУЛЛИН Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы [29.12.1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Сөләймән а. (БР‑ҙың Ейәнсура районы) — 10.11.1943, Белорус ССР‑ының Воломановка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ейәнсура районының “Ҡыҙыл Һүрәм” колхозында эшләй. 1941 й. октябренәнҮҙәк...

ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы

ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы [17.1.1917, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 17.6.1958, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып һәм 1940—41 йй. БАССР‑ҙың Маҡар районы “Урал” колхозында, 1935 й. башлап Маҡар МТС-ында эшләй....

ФРОЛОВ Александр Павлович

ФРОЛОВ Александр Павлович [27.9.1921, Тамбов губернаһы Заворонежское а. — 10.10.1994, Өфө ҡ., БР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡасабаһында (хәҙер шул уҡ райондың Раевка а.) ерләнгән], лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуевск хәрби авиация училищеһын тамамлаған...

ФӘХРЕТДИНОВ Тимерйән Йыһанша улы

ФӘХРЕТДИНОВ Тимерйән Йыһанша улы [20.3.1919, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Оло Өстүбә а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 27.11.1979, Өфө ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. майынан Калинин, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 2‑се удар армияның 150‑се...

ФӘТҠУЛЛИН Әнүәр Әсәҙулла улы

ФӘТҠУЛЛИН Әнүәр Әсәҙулла улы (5.8.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бүздәк а., хәҙер БР‑ҙың Бүздәк районы Иҫке Бүздәк а., — 21.12.1986, Луцк ҡ.), лётчик, полковник (1973). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1942) һәм Юғары офицерҙар осоу-тактика...

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ, башлыса урындағы тикшеренеүселәр тарафынан илдәге айырым төбәктең (өлкә, респ., адм. йәки тәбиғи район, ҡала һ.б. кеше йәшәгән урындың) тәбиғәтен, халҡын, хужалығын, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү. Комплекслы һәм тармаҡлы Т.я.ө. төрҙәренә бүленә (тыуған яҡты геогр., тарихи, лингвистик,...

ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР

ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР, тарихи ваҡиғаларҙы туранан-тура сағылдырған барлыҡ объекттар. Иң тәүге Т.с. — ер өҫтөндә, ер йәки һыу аҫтында һаҡланып ҡалған боронғо әйбер, ҡоролма, ҡәберлектәр — кешелек йәмғиәтенең үткәнен тергеҙергә мөмкинлек бирә (ҡара: Археологик ҡомартҡылар); археологияның тикшеренеү объекты...

ТАРИХ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ТАРИХ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, тарих өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда тарихи белем биреү 19 б. башынан проф. уҡыу йорттарында (ҡара: Урта профессиональ белем) башлана. Тарих уҡытыусылары Халыҡ мәғарифы ин‑тында (ҡара: Уҡытыусылар институттары) әҙерләнә,...

ТАРИХ

ТАРИХ, йәмғиәт үҫеше барышын өйрәнгән ижт. фәндәр комплексы. Бөтә донъя Т. һәм айырым ил, халыҡтар Т. тора. Хронология б‑са боронғо, урта быуаттар, яңы һәм өр-яңы Т. айырыу ҡабул ителгән. Башҡортостанда Т. фәненең Рәсәй һәм уның башҡа төбәктәре Т. оҡшаш структураһы бар. Тикшеренеү объекты (ҡара: Тарихи...

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы [1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сыртлан а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 1944, Украина ССР‑ы], Советтар Союзы Геройы (1944). Сыртлановтар нәҫеленән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Благовещен районының Иҫке Турбаҫлы а., 1941 й. алып Ҡарағанда ҡ. эшләгән. 1943 й. башлап Воронеж...

СЫҒАНАҠТАР ӨЙРӘНЕҮ

СЫҒАНАҠТАР ӨЙРӘНЕҮ, яҙма тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән махсус тарих фәне. Теоретик (сығанаҡтарҙың барлыҡҡа килеү законлыҡтарын, структураһын, уларҙа тарихи ваҡиғаларҙың сағылышын тикшерә; сығанаҡтарҙы системалаштырыу һәм классификациялау ҡағиҙәләрен билдәләй, өйрәнеү ысулдарын...

СОБОР УЛОЖЕНИЕҺЫ

СОБОР УЛОЖЕНИЕҺЫ, Алексей Михайлович батшалыҡ иткән ваҡытта 1649 й. Земство соборы (1648—49) ҡабул иткән Рәсәй дәүләте закондары йыйылмаһы. Кенәз Н.И.Одоевский етәкс. махсус комиссия тарафынан әҙерләнгән. 25 бүлектән, 967 статьянан торған. С.у. дәүләт, граждандар, адм. һәм енәйәт б‑са хоҡуҡ нормалары,...

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович (8.1.1995, Өфө ҡ. — 27.2.2022, тыуған яғында ерләнгән). Өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған (2018). 2013 й....