Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ

СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ, килемде, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡлауға, халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүгә, соц. өлкәне һаҡлауға, соц. конфликттарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән дәүләт программаларын бойомға ашыра торған саралар системаһы. С.с. РФ Конституцияһына, БР Конституцияһына, БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһының...

СОЦИАЛЬ СТРАТИФИКАЦИЯ

СОЦИАЛЬ СТРАТИФИКАЦИЯ, йәмғиәттең һәм уның айырым ҡатламдарының структураһын, соц. статус һәм ролдәрҙе дифференциациялау системаһын аңлатҡан социол. төшөнсә; социология тармағы. К.Маркстың (нигеҙендә — милеккә етештереү сараһы булараҡ мөнәсәбәт), М.Веберҙың (власть һәм абруйҙың бүленеүе), функционализм...

СОЦИАЛЬ СТРАХОВКАЛАУ

СОЦИАЛЬ СТРАХОВКАЛАУ, страховка хәүефе барлыҡҡа килгәндә (мед. ярҙамы, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ алыу кәрәклеге булғанда, һөнәри ауырыу, инвалидлыҡ, ҡартлыҡ, эшһеҙ тип танылыу, страховкаланған кешенең йәки уның ҡарамағында булған ғаиләнең эшкә яраҡһыҙ ағзаларының үлеме һ.б.) халыҡты соц. яҡлау формаһы,...

СОЦИАЛЬ СТРУКТУРА

СОЦИАЛЬ СТРУКТУРА, башҡорт йәмғиәтенең үҙ‑ара бәйләнешле булған һәм тәьҫир итешкән социаль төркөмдәре һәм институттарының тәртипкә килтерелгән тупланмаһы. Ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡ‑мәҙәни тибы (ҡара: Күсмә тормош, Һыйырсылыҡ) өҫтөнлөк иткән шарттарҙа формалаша, тарихи‑мәҙәни традицияларға һәм йолаларға...

СОЦИАЛЬ ТӨРКӨМ

СОЦИАЛЬ ТӨРКӨМ, мәнфәғәттәре, ҡиммәттәре һәм тәртип нормалары уртаҡ булған кешеләрҙең тарихи билдәле бер йәмғиәт эсендә барлыҡҡа килгән сағыштырмаса тотороҡло берлеге. С.т. соц. контролдең төрлө кимәлдәре бар: төркөм һаны кәмеү м‑н соц. контроль һәм соц. бәйләнештәр нығый бара. Ҙур С.т. — соц. синыф,...

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ, й ә м ғ и ә т  ф и л о с о ф и я һ ы, философияның шәхес м‑н йәмғиәттеңүҙ‑ара мөнәсәбәтен өйрәнгән бүлеге. Рәсәйҙә С.ф. термины 20 б. 90‑сы йй. уртаһында барлыҡҡа килә. С.ф. бурысы — йәмғиәттең булмышын асыу, уны донъяның башҡа өлөштәренән айырылып торған, әммә уның м‑н берҙәм донъя...

СОЦИАЛЬ ЭКОЛОГИЯ

СОЦИАЛЬ ЭКОЛОГИЯ, экология бүлеге, йәмғиәт м‑н тирә‑яҡ мөхиттең үҙ‑ара бәйләнештәре т‑дағы фәндәрҙең дисциплина‑ара комплексы. С.э. кеше м‑н тәбиғәт араһындағы ҡаршылыҡтарҙы асыҡлай, йәшәйеш мөхитен һаҡлау һәм яҡшыртыу маҡсатында уларҙы хәл итеү юлдарын нигеҙләй. Төрлө экологик һәм соц. шарттарҙа йәшәү...

СОЦИАЛЬ-ИҠТИСАДИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

СОЦИАЛЬ‑ИҠТИСАДИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, РФА Өфө ФҮ‑гә ҡарай, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр секторы (1953 й. алып Бүлек) булараҡ асыла (1959 й. башлап СССР ФА‑ның Сәнәғәт иҡтисады бүлеге һәм А.х. бүлеге, 1963—67 йй. Өфө иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге), 1987 й. алып СССР ФА УрБ БФҮ‑нең...

СОЦИОЛИНГВИСТИКА

СОЦИОЛИНГВИСТИКА, телдең соц. тәбиғәтен, уның ижт. функцияларын, соц. факторҙарҙың телгә йоғонто яһау механизмын һ.б. өйрәнгән фәнни дисциплина. Социол., психология һәм этнография м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Төп өйрәнеү предметы — телдәрҙең ҡулланылыу шарттары. БР ғалимдары тарафынан С. б‑са тикшеренеүҙәр...

СОЦИОЛОГИЯ

СОЦИОЛОГИЯ (лат. societas — йәмғиәт һәм ...логия), бөтөн система булараҡ йәмғиәт һәм айырым соц. институттар, процестар, төркөмдәр, берлектәр, шәхес м‑н йәмғиәт мөнәсәбәте, кеше тәртибе законлыҡтары т‑дағы фән. Ижт. фәндәр системаһында үҙәк урындарҙың береһен биләй, 40‑тан ашыу махсус тармағы (шәхес,...

СОЦИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

СОЦИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, социология өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы, махсус һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Махсус С.б.б.б. дөйөм социология, иҡт. социологияһы, идара итеү социологияһынан тора. 1990—99 йй. социология фәнни дисциплина булараҡ бөтә вуздарҙа ла...

СОШНИКОВ Дмитрий Яковлевич

СОШНИКОВ Дмитрий Яковлевич [8.11.1915, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Охлебинин а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 25.10.1985, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Аҙыҡ- түлек сәнәғәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1933—41 йй. Архангел һәм Көйөргәҙе р‑ндарында эшләй....

СОЯ

СОЯ (Glycine), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 10 төрө билдәле, Африка, Көньяҡ‑Көнсығыш Азия һәм Американың дымлы тропиктарында, субтропиктарында таралған. Башҡортостанда ябай С. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ныҡ тармаҡлы, ҡыуаҡ барлыҡҡа килтерә, бейеклеге 1,5 м тиклем. Япрағы өсәрле....

СӨГӨЛДӨР

СӨГӨЛДӨР (Beta), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бер, ике һәм күп йыллыҡ үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, башлыса Европала һәм өлөшләтә Америка, Азия, Африкала таралған. Башҡортостанда ябай тамыраҙыҡлы (аш С., мал С., шәкәр С.) һәм япраҡлы (мангольд) С. үҫтерәләр. Ике йыллыҡ үҫемлектәр. Һабаҡтары төҙ,...

СӨЙӘЛ ҮЛӘНЕ

СӨЙӘЛ ҮЛӘНЕ (Chelidonium), мәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө— эре С.ү. билдәле, Евразияла таралған. Ҡыҙғылт һары төҫтәге һөт һымаҡ һуты булған һәм ныҡ ботаҡланған үҙәк тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы һутлы, төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 30—90 см. Япрағы йомшаҡ, ябай, сиратлы, ишһеҙ ҡауырһын...

СӨЙӘЛЛЕ ООЦИСТИС

СӨЙӘЛЛЕ ООЦИСТИС (Oocystis verrucosa), бер күҙәнәкле йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре овал формала, оҙонлоғо 5,5—16 мкм, киңлеге 2,5—9,6 мкм, йомро полюстар м‑н, яңғыҙар йәки 2—8 күҙәнәктән торған ябай колонияларҙа йәшәй. Күҙәнәк тышсаһы асыҡ йәки ҡара‑көрән төҫтә, нескә, сөйәлдәр м‑н тигеҙ ҡапланған,...

СӨЙӘРМӘТ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

СӨЙӘРМӘТ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 15 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 46 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 245 кеше; 1920 — 438; 1939 — 442; 1959 — 319; 1989 — 241; 2002 — 185; 2010 — 166 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

СӨЛӘЙМӘН МӨҺӨРӨ

СӨЛӘЙМӘН МӨҺӨРӨ (Polygonatum), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: хуш еҫле йәки шифалы С.м. һәм күп сәскәле С.м. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары дуға рәүешендә йәки төҙ, бейеклеге 20— 100 см. Япраҡтары...

СӨЛӘЙМӘН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

СӨЛӘЙМӘН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 257 кеше; 1920 — 637; 1939 — 526; 1959 — 431; 1989 — 228; 2002 — 202; 2010 — 154 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

СӨЛӘЙМӘНОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы

СӨЛӘЙМӘНОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15.3.1939, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәби а. — 21.11.2016, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), фольклорсы. БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (2016), филол. ф. д‑ры (1991), проф. (1995). РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991), БР‑ҙың мәғариф...