Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘХМӘЛЕТДИНОВ Фазылйән Фазлый улы

ӘХМӘЛЕТДИНОВ Фазылйән Фазлый улы (15.4.1918, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Иҫке Әхмәт а., хәҙер БР‑ҙың Кушнаренко районы Әхмәт а., — 29.4.1979, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. башлап Көнбайыш,...

ӘСФӘНДИӘРОВ Закир Лотфрахман улы

ӘСФӘНДИӘРОВ Закир Лотфрахман улы [20.12.1918, Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Үтәк а. (БР‑ҙың Ғафури районы) — 4.1.1977, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Көнсығыш Коунрадский ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Совет армияһында. 1941 й. сентябренән Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина...

ӘЛИМОВ Владимир Ришат улы

ӘЛИМОВ Владимир Ришат улы (6.12.1957, БАССР‑ҙың Ҡариҙел районы Ҡариҙел а.), лётчик, полковник (2004). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005), лётчик‑снайпер (2003). 1996 й. һәм 1999 й. Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Викт.Р.Әлимовтың ҡустыһы. Һарытау...

ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы

ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы [19.5.1921, Ырымбур ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр буйынса, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантоны Зәк‑Ишмәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 4.5.1944, Севастополь ҡ. янында], лётчик, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).Б.В.һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге Беренсе Чкалов...

АХМЕДОВ Михаил Владимирович

АХМЕДОВ Михаил Владимирович (24.4.1925, Яңы Николаевка губ. Васильково а. — 27.8.1989, Воронеж ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943), полк. (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР ЮС‑ы ис. Мәскәү пехота уч‑щеһын тамамлаған (1957). 1943 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. авг. башлап Үҙәк, 1‑се Белоруссия...

АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы

АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы [10.10.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Сураш а. (БР‑ҙың Нуриман районы) — 27.9.2007, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. көҙөнән Сталинград, Дон, Резерв, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы...

АСЕЕВ Алексей Александрович

АСЕЕВ Алексей Александрович (14.3.1922, Өфө — 10.5.1980, Красноярск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Карелия фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се армия 272‑се уҡсылар див. 1063‑сө уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой А. 1944 й. 21—23 июнендә Лодейное Поле ҡ. эргәһендә...

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (20.9.1915, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе 1‑се Кинйәабыҙ а., хәҙер БР‑ҙың Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ а., — 5.1.1945, Венгрия), танкист, гвардия майоры (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Арыҫлановтар нәҫеленән. 1939 й. Көнбайыш Украинала хәрби хәрәкәттәрҙә,...

АРТАМОНОВ Владимир Иванович

АРТАМОНОВ Владимир Иванович [20.11.1906, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Требият ҡсб (Силәбе өлкәһе Ноғайбәк районы) — 29.9.1944, Чита өлкәһе Хилок ҡсб янында, Чита ҡ. ерләнгән], лётчик, полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1939). 1939 й. Халхин-Гол й. буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында,...

АНТОШКИН Николай Тимофеевич

АНТОШКИН Николай Тимофеевич (19.12.1942, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Кузьминовка а. — 17.1.2021, Мәскәү ҡ., Мытищи ҡ. ерләнгән), лётчик, генерал‑полковник (1994). Советтар Союзы Геройы (1986). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1996). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1993). Совет‑Ҡытай сик буйы...

АНТИПИН Филипп Лукьянович

АНТИПИН Филипп Лукьянович [1900, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ямаш а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 26.3.1944, Вознесенск ҡ. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—22 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. октябренән Калинин, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында...

АНТИПИН Иван Алексеевич

АНТИПИН Иван Алексеевич (11.9.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Еҙем а., хәҙер БР‑ҙың Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем а., — 21.12.2005, Луцк ҡ., Украина), лётчик, Украина Ҡораллы һауа көстәре генерал‑майоры (2004). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында, 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы....

АНИСКИН Михаил Александрович

АНИСКИН Михаил Александрович (19.11.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Костин Күле артеле — 25.6.1944, Белорус ССР‑ының Студёнка а. янында, Пустынки а. ерләнгән), танкист, гвардия лейтенанты (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк училищеһын тамамлаған (1943). 1941 й....

АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич

АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич [7.7.1901, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Баҙлыҡ‑Васильевка а. (БР‑ҙың Бишбүләк районы) — 2.1.1972, БАССР‑ҙың Бишбүләк районы Бишбүләк а.]. Советтар Союзы Геройы (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1941—45 йй. Төньяҡ‑Көнбайыш, Воронеж, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында...

АЛЯЕВ Иван Павлович

АЛЯЕВ Иван Павлович (5.1.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Николаевка а., хәҙер БР‑ҙың Фёдоровка районы Иҫке Николаевка а., — 21.3.2000, Мәскәү ҡ.), инженер, полковник (1961). Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби транспорт академияһын...

АЛЫМОВ Алексей Михайлович

АЛЫМОВ Алексей Михайлович (18.3.1923, Орлов губернаһы Маслово а. — 22.2.2009, БР‑ҙың Өфө районы Михайловка а.), Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур педагогия институтын тамамлаған (1967). 1943 й. октябренән алып 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се...

АЛЕКСЕЕВ Павел Фёдорович

АЛЕКСЕЕВ Павел Фёдорович (7.7.1912, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы а., хәҙер Белорет ҡ., — 28.4.1985, Дондағы Ростов ҡ.), лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ульяновск инструктор‑лётчиктар авиация мәктәбен тамамлаған (1937). 1932—33 йй. һәм...

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы [25.12.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны (БР‑ҙың Мишкә районы) Яңы Сәфәр а. — 24.1.1971, Ленинград ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Майор (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота училищеһын тамамлаған (Боровичи ҡ., 1956). 1942 й. алып Совет армияһында. 1943 й. сентябренән...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (фр. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич (15.9.1959, Белорет ҡ.), лётчик, капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған һынаусы лётчиғы (2006). Ейск юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1980), Һынаусы лётчиктар мәктәбен (Жуковский ҡ., 1986) тамамлаған. 1976—85 йй. Совет армияһында. 1980—85...