Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХИКӘЙӘТ

ХИКӘЙӘТ (ғәр.), Яҡын, Урта Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия халыҡтарында теләһә ниндәй ҙур сюжетлы сәсмә йәки шиғри әҫәрҙе аңлатҡан әҙәби термин. Тар мәғәнәлә — күләме б-са хикәйә һәм новелла м-н тиң булған бәләкәй эпик жанр. Романтик стиль, тарихи ваҡиғаға йәки легендаға нигеҙләнгән хикмәтле сюжет...

ХИКМӘТ

ХИКМӘТ (ғәр.), көнсығыш әҙәбиәте жанры, күләме б-са ҙур булмаған, күпселек осраҡта фәлс. йәки тормош тәжрибәһен, фәһемле һығымтаны үҙ эсенә алған шиғри әҫәр. Ҡайһы берҙә ҙур әҫәрҙәрҙә (мәҫ., С.Сараиҙың “Гөлөстан бит‑төрки” дастанында) структура яһаусы элемент булып тора. Башҡорттар араһында С.Баҡырғани,...

ХИЛАЖЕВ Мәүлит Хилаж улы

ХИЛАЖЕВ Мәүлит Хилаж улы [5.5. 1916, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мансур а. (БР-ҙың Учалы р-ны) — 30.8.1997, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып “Башзолото” тресының алтын приискыларында эшләй. 1941 й. окт. башлап Ленинград фронтының 14-се атлы артиллерия полкында...

ХИМИК АНАЛИЗ

ХИМИК АНАЛИЗ, матдәнең химик составын (элемент, изотоп, молекуляр һәм фаза) асыҡлау өсөн ҡулланылған ысулдар һәм принциптар йыйылмаһы. Х.а. фәнни нигеҙе – аналитик химия. Сифат (компоненттарын – атомдарын, иондарын, молекулаларын, функциональ төркөмдәрен билдәләү) һәм һан б-са (уларҙың һанын иҫәпләү)...

ХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, химик реакцияларҙы ҡулланыуға нигеҙләнгән. Һан һәм сифат б-са Х.а.ы. айырыла. Һан б-са Х.а.ы. реакция продуктының массаһы (гравиметрия), билдәләнә торған компонент м-н реакцияға ингән матдә эретмәһенең һан б-са күләме (титриметрия), реакция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән газдың...

ХИМИК БЫСРАНЫУ

ХИМИК БЫСРАНЫУ, тирә‑яҡ мөхиттә химик матдәләрҙең (органик берләшмәләр, пестицидтар, ауыр металдар, радионуклидтар, пластик массалар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, нефть продукттары һ.б.) норманан артыҡ йәки уға хас булмаған концентрацияларҙа тупланыуы. Х.б.–биосфера процестарының тигеҙләнеше боҙолоуҙың,...

ХИМИК КИНЕТИКА

ХИМИК КИНЕТИКА, физик химия бүлеге, ваҡыт эсендә химик реакциялар барышы законлыҡтарын, уларҙың тиҙлегенә һәм йүнәлешенә тышҡы факторҙарҙың тәьҫирен өйрәнә. Кинетик тикшеренеүҙәр (ваҡыт эсендә реагенттарҙың, аралыҡ матдәләрҙең һәм реакция продукттары үҙгәреүенең законлыҡтары) химияның күп бүлектәре...

ХИМИК МУТАГЕНДАР

ХИМИК МУТАГЕНДАР, мутациялар тыуҙырыу һәләтенә эйә булған матдәләр. Тура тәьҫирле (ДНК, РНК һәм ҡайһы бер аҡһымдарҙы модификациялай) һәм тәьҫире тура булмаған (промутагендар – аҙаҡҡы инерт матдәләр, микросомалы оксидазалар системаһы м-н ферментатив окисланыу һөҙөмтәһендә организмда Х.м. әүерелә) Х.м....

ХИМИК СҮСТӘР

ХИМИК СҮСТӘР, сүс барлыҡҡа килтергән полимерҙарҙыңэретмәләренән һәм иретмәләренән формалана. Башланғыс сеймалдың төрөнә бәйле яһалма (ацетат, вискоза, баҡыр-аммиак сүстәр – тәбиғи полимерҙарҙан, башлыса целлюлозанан алына), синтетик (синтетик полимерҙарҙан – полиамид, полиэфир, полиакрилонитрил, полиолефин...

ХИМИК ТЕРМОДИНАМИКА

ХИМИК ТЕРМОДИНАМИКА, химик системаларҙың (газ хәлендәге, шыйыҡ һәм ҡаты матдәләр, эретмәләр һ.б.) һәм процестарҙың (реакциялар, фаза үҙгәрештәре һ.б.) термодинамик үҙсәнлектәрен өйрәнгән физик химия бүлеге. Х.т. һығымталары һәм ысулдары сиктәш белем тармаҡтарында (физика, йылылыҡ энергетикаһы, геология,...

ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ

ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ, сеймалды ҡулланыу продукттарына һәм етештереү сараларына химик эшкәртеүҙең (матдәнең үҙсәнлектәрен, составын һәм төҙөлөшөн үҙгәртеү) аҙ сығымлы һәм экологик яҡтан маҡсатҡа ярашлы ысулдары һәм процестары т-дағы фән. Дөйөм (тигеҙләнеш хәлендәге химик әүерелеүҙәр, матдәләрҙең физик-химик...

ХИМИК ЭКОЛОГИЯ

ХИМИК ЭКОЛОГИЯ, тирә‑яҡ мөхиткәхимик матдәләрҙең тура (ашламалар, пестицидтар) һәм өҫтәмә (ағынты һыуҙар, антропоген ташландыҡтар) тәьҫире эҙемтәләрен, уларҙың кире йоғонтоһон кәметеү ысулдарын өйрәнгән ғәмәли экология бүлеге. Токсикология, биохимия м-н бәйле. Х.э. барлыҡҡа килеүе химия сәнәғәте, нефть...

ХИМИКТАР МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

ХИМИКТАР МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ, Өфөлә урынлашҡан. 1975 й. Өфө химия з-дының Х.м.һ. булараҡ асыла, 1993 й. алып “Уфахимпром” ААЙ-ның мәҙәни-спорт комплексы һәм 1996 й. — Х.м.һ.,2003 й.башлап “Соцсервис” ЯСЙ-ның, 2007 й. – Өфө ҡ. Хакимиәтенең,2008 й.—“Уфанеф­техим” ААЙ-ның, 2009 й. –“Башнефть” АНК ААЙ-ндағы...

ХИМИКТАР СОЮЗЫ

ХИМИКТАР СОЮЗЫ, химия һәм химик технология, нефть буйынса белем биреү, химия һәм химик технология белеме биреү өлкәһендә эшләгән ғалимдарҙың, химия сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте белгестәренең, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, сиктәш тармаҡтар һәм идара итеү өлкәһе хеҙм-рҙәренең...

ХИМИОТЕРАПИЯ

ХИМИОТЕРАПИЯ (химия һәм терапия), яман шеш күҙәнәктәренең йәшәүгә һәләтлеген туҡтата торған шешкә ҡаршы химиотерапевтик саралар ярҙамында дауалау. Моно-(бер препарат м-н дауалау) һәм полихимиотерапия (бер үк ваҡытта йәки эҙмә-эҙлекле бер нисә препарат м-н дауалау); адъювант (беренсел шеште хирургик...

ХИМИЯ

ХИМИЯ, матдәләрҙең төҙөлөшөн һәм уларҙың составы һәм (йәки) төҙөлөшө үҙгәреү м-н бергә барған әүерелештәрен өйрәнгән фән. Агрохимия, математик химия, физик химия, химия физикаһы, биохимия, биоорганик химия, геохимия, биогеохимия һ.б. башҡа фәндәрҙе барлыҡҡа килтергән башҡа сиктәш фәндәр м-н тығыҙ бәйле....

ХИМИЯ РЕАКТОРҘАРЫ

ХИМИЯ РЕАКТОРҘАРЫ, химик реакциялар башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән сәнәғәт аппараттары. Гидродинамик үҙенсәлектәре б-са идеаль ҡатыштырыусы, ҡыҫырыҡлаусы, диф­фузиялы, ячейкалы, ҡатнаш Х.р.; энергетик үҙенсәлектәре б-са – адиабатик, изотермик һәм политроп; технологик үҙенсәлектәре б-са – бер фазалы һәм...

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, эшкәртеү сәнәғәтенең минераль һ.б. сеймалды эшкәртеү м-н шөғөлләнгән тармаҡтары йыйылмаһы. Лак‑буяу сәнәғәтен, пластмасса изделиелар, быяла сүс материалдар, быяла пластиктар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар сәнәғәтен, төп химия сәнәғәтен, көнкүреш химияһы производствоһын, синтетик ыҫмалалар...

ХИМИЯ ФИЗИКАҺЫ

ХИМИЯ ФИЗИКАҺЫ, химия м-н физика араһындағы сиктәш фән бүлеге; химик процестарҙың физик күренештәрен өйрәнә. Физик химия, квант химияһы, атом физикаһы, квант механикаһы, химик кинетика, химик термодинамика, фотохимия, радиация химияһы,электрохимия м-н тығыҙ бәйле. Х.ф. төп бурыстары: атомдың электрон...

ХИМИЯ ҺӘМ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ

ХИМИЯ ҺӘМ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ, химия, нефтехимия, нефть һәм газ сәнәғәттәре өсөн технологик ҡорамалдар һәм аппаратура етештереү б-са машиналар эшләү тармағы. Башҡортостанда 1941 й. Благовещен ҡ. Туапсе механика з-ды (ҡара: Благовещен арматура заводы), Ишембай ҡ. – И.В.Сталин ис. механика з-ды (ҡара:...