Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПИСЕМСКИЙҘАР

ПИСЕМСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Венедикт (Бишенсе) П., баяр балаларынан. 1603 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында 25 сирек ер алған, 1630 й. унда алпауыт ауылы барлыҡҡа килгән. Уның улы Гаврила Венедиктович П. (?—1687), 1630 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм...

ПИСАРЕВ, Шаран р-нындағы ауыл

ПИСАРЕВ, П и с а р е в ‑ Н и к о л ь с к и й, Шаран р‑нындағы ауыл, Писарев а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Тиләгәҙе й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 263 кеше; 1920 — 334; 1939 — 496; 1959 — 184; 1989 — 402; 2002 — 332;...

ПИСАРЕВ Алексей Афанасьевич

ПИСАРЕВ Алексей Афанасьевич (20.8.1909, С.‑Петербург — 19.9.1960, шунда уҡ), балет артисы, педагог. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1947). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1928; педагогы В.И.Пономарёв) 1950 й. тиклем С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта...

ПИРРОТИН

ПИРРОТИН (гр. pyrrhotēs — ҡыҙғылт), м а г н и т  к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, Fe1‑xS. Сингонияһы тимер һәм көкөрт нисбәтенә бәйле гексагональ йәки моноклинлы, кристалдары дипирамидаль, пластинка, бағана, мискә формаһында; игеҙәктәр хас. Төҫө һарғылт‑ҡуңыр, көрән төҫмөрө бар, металл...

ПИРОФИЛЛИТ

ПИРОФИЛЛИТ (гр. pýr — ут һәм phýllon — япраҡ), икеләтә системаһыҙ структуралы ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Al2(OH)2[Si4O10], Al3+ өлөшләтә Fe2+, Mg2+ һ.б. м‑н алмашына. Моноклин сингонияһында кристаллана. Агрегаттары табаҡлы, тәңкәле. Пластинкалы, нурлы һәм тотош тупланмалар рәүешендә осрай....

ПИРОТЕХНИК СОСТАВТАР

ПИРОТЕХНИК СОСТАВТАР, яныуы яҡтылыҡ, йылылыҡ, тауыш, төтөн, реактив пиротехник эффекттар м‑н оҙатылған матдәләр ҡатышмаһы. Яғыулыҡтан (юғары т‑ралыларҙа — башлыса магний, алюмин, уларҙың иретмәләре; төтөн сығара торғандарында — кәрәсин, бензин, мазут, крахмал, ағас оно, металл вағы һ.б.), окисландырыусынан...

ПИРОМЕТАЛЛУРГИЯ

ПИРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гр. pýr — ут һәм металлургия), юғары т‑раларҙа металдар (иретмәләр) алыу һәм уларҙы таҙартыу процестары йыйылмаһы. П. — металлургияның төп һәм иң боронғо өлкәһе. П. эсендә үртәү (состав үҙгәрә, өлөшсәләрҙең үлсәме ҙурая), иретеү (эшкәртеп алына торған металл — металл фазаһына, ҡушылмалар...

ПИРОМЕЛЛИТ ДИАНГИДРИДЫ

ПИРОМЕЛЛИТ ДИАНГИДРИДЫ, бензол‑1,2,4,5‑тетракарбон к‑таһының диангидриды. Төҫһөҙ кристалл, tҡайнау 287°С, tиреү 397—400°С. Ацетонда, диметилсульфоксидта, диметилформамидта, һыуҙа эрей. 330°С тиклем тарҡалмай, спирттар м‑н — ҡатмарлы эфирҙар, аминдар м‑н — имидтар, һыуҙа йылытҡанда моноангидрид, пиромеллит...

ПИРОЛИЗ

ПИРОЛИЗ (гр. pýr — ут, lýsis — тарҡалыу, эреү), органик берләшмәләрҙең юғары т‑рала деструктив әүерелештәре. Ағас, нефть һ.б. сеймал, органик ҡалдыҡтар П. айырыла. Ағас П. — ҡоролай ҡыуыу, 450°C тиклем һауаһыҙ ҡыҙҙырғанда тарҡалыу; унда ирекле радикаль реакциялар бара. Технологик схемаһы: сеймалды киҫәктәргә...

ПИРОКСЕНДАР

ПИРОКСЕНДАР (гр. pýr — ут һәм xénos — сит), сылбырлы структуралы метасиликаттар класы минералдары. Дөйөм формулаһы W(X,Y)1+ +p(Z2O6), бында W — Ca, Na; X — Mg, Fe2+, Mn, Li, Ni; Y — Al, Fe3+, Cr, Ti; Z — Si, Al. Төрҙәре: тимерҙең күләме 0—12%‑тан 88—100%‑ҡа тиклем үҙгәреү м‑н өҙлөкһөҙ энстатит—ферросилит...

ПИРОЖОК Пётр Иванович

ПИРОЖОК Пётр Иванович (3.9.1927, Украина ССР‑ы Семёново а. — 2020 й. декабре, Учалы ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1995). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1959) Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатында эшләй: 1962 й....

ПИРОГОВ Леонид Степанович

ПИРОГОВ Леонид Степанович (24.3.1882, Вятка губернаһы Пирогов а. — 19.8.1972, Өфө ҡ.), физиолог, биохимик. Биология фәндәре докторы (1937), профессор (1941). Ҡазан ветеринария институтын тамамлағандан һуң (1908) шунда уҡ эшләй. 1917 й. алып Новочеркасск ветеринария институтында: хайуандар физиологияһы...

ПИРИТ КӨЙҘӨРМӘЛӘРЕ

ПИРИТ КӨЙҘӨРМӘЛӘРЕ, көкөрт колчеданын көйҙөрөү юлы м‑н алынған көкөрт кислотаһын етештереү ҡалдығы. Ҡаты ыуалып торған онтаҡ (к‑таның һәр тоннаһына 0,575 т барлыҡҡа килә), көкөрттөң төп күләмен бүлеп алғандан һуң мейес, утилизатор ҡаҙан, циклон, электр фильтрҙары ҡатламдарынан эҙмә‑эҙлекле бушатыла....

ПИРИТ

ПИРИТ (гр. pyrites), к ө к ө р т   к о л ч е д а н ы, т и м е р   к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, FeS2. Составына баҡыр, кобальт, никель һ.б. ҡушылмалар инә. Кристалдары куб (йыш ҡына ҡырҙарында штрихтар була), пентагондодекаэдр, һирәк осраҡта октаэдр формаһында, бергә уҡмашҡан һәм шытып...

ПИРЕТРУМ

ПИРЕТРУМ (Pyrethrum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда ҡалҡанлы П. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы яңғыҙар, төҙ, тармаҡлы, яланғас йәки икегә бүленгән төктәр м‑н ҡапланған, бейеклеге 30—120...

ПИРЕТРОИДТАР

ПИРЕТРОИДТАР, инсектицидтар, пиретрум составында булған (киптерелгән һәм онтаҡҡа ҡырылған долмат ромашкаһы сәскәлеге) тәбиғи пиретриндарҙың синтетик аналогы (хризантема к‑таһы эфирҙары) төркөмө. П. кешеләргә, йылы ҡанлы хайуан‑ дарға аҙ ағыулы. 1‑cе быуын П. (аллетрин, фенотрин һ.б.) яҡтылыҡта тиҙ окислана,...

ПИПЕРАЗИН

ПИПЕРАЗИН, С4Н10N2, гексагидропиразин, диэтилендиамин, гетероциклик берләшмә. Төҫһөҙ кристаллик матдә, tиреү 104°С, tҡайнау 145°С, һыуҙа насар, этил спиртында яҡшы эрей, һауалағы углекислый һ.б. әсе газдарҙы еңел йота. Көслө нигеҙ, П. кристаллик гексагидрат барлыҡҡа килтерә (tиреү 44°С). Алкиллаштырыу,...

ПИОНЕРСКИЙ, Йәрмәкәй р-нындағы ауыл

ПИОНЕРСКИЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Спартак а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 123 кеше; 1989 — 210; 2002 — 205; 2010 — 220 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Спартак урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы,...

ПИОДЕРМИЯ

 ПИОДЕРМИЯ (гр. pýon — эрен һәм dérma — тире), эренләткес микроорганизмдар тыуҙырған тире ауырыуҙары. Тыуҙырыусылары: стафило‑, стрептококтар, һирәгерәк зәңгәр эренле, эсәк таяҡсаһы һ.б. Стафило‑, стрептодермия, ҡатнаш, өҫкө һәм тәрән, сикле һәм таралған П. айыралар; киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә....

ПИНЧУК Сергей Иванович

ПИНЧУК Сергей Иванович (28.4.1948, Свердловск ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д-ры (1980), проф. (1982). МДУ-ны тамамлаған (1971).  1974 й. алып Силәбе политехник ин-тында эшләй. 1982 й. башлап БДУ-ла юғары алгебра һәм геом. каф. мөдире. 1994 й. – Көньяҡ Урал ун-тында (Силәбе ҡ.), бер үк ваҡытта Индиана...