Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАНХАЙ ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ОЙОШМАҺЫ

ШАНХАЙ ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ОЙОШМАҺЫ, даими эшләгән хөкүмәт‑ара халыҡ‑ара ойошма. 2001 й. 15 июнендә Шанхай ҡ. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан, Үзбәкстан (ағза илдәр) дәүләттәренең башлыҡтары тарафынан ойошторола. Ш.х.о. төп маҡсаттары һәм бурыстары: ағза илдәр араһында үҙ‑ара ышанысты,...

ШАНСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ШАНСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡананикольский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 86 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 136 км алыҫлыҡта Шанский й. (Ҡана й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 82 кеше; 1959 — 408; 1989 — 277; 2002 — 272; 2010 — 203 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар...

ШАМУН Фидаи

ШАМУН Фидаи (ысын исеме Шакирйәнов Ҡасим Хәсән улы, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Мөхәмәтйән улы; 15.6.1902, Ырымбур ҡ. — 1920 й. июне, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡамышлы а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Ҡамышлы а., эргәһендә ерләнгән), шағир. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған....

ШАМУҠОВ Ғабдулла Рухулла улы

ШАМУҠОВ Ғабдулла (Абдулла) Рухулла улы (11.12.1909, Сембер губ. Әсән а. — 22.12.1981, Ҡазан), актёр. СССР‑ҙың (1980), РСФСР‑ҙың (1957), ТАССР‑ҙың (1950) халыҡ артисы, БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1943). Башҡорт сәнғәт техникумын (1930; В.Мортазин-Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы), Ҡазан пед. ин‑тын (1952) тамамлаған....

ШАМРАТОВА Валентина Ғосман ҡыҙы

ШАМРАТОВА Валентина Ғосман ҡыҙы (11.8.1950, Ашхабад), физиолог. Биол. ф. д‑ры (2002), проф. (2004). РФ‑тың по­чётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) 1974 й. тиклем Йәрмәкәй р‑нының Спартак урта мәктәбендә уҡыта. 1977 й. алып БДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре патология...

ШАМРАТ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ШАМРАТ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яңы Бәрҙәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 120 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 317; 1939 — 441; 1959 — 486; 1989 — 319; 2002 — 285; 2010 — 283 кеше. Башҡорттар...

ШАММАС Рауил Сәхиулла улы

ШАММАС (Шаммасов) Рауил Сәхиулла улы (9.11.1930, БАССР‑ҙың Ҡарағош р‑ны Уразай ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Хәлекәй а.), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1994). Журналистар союзы (1965), Яҙыусылар союзы (1973) ағзаһы. Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1969). 1952 й. алып Матрай, 1956 й. — Стәрлебаш...

ШАММАЗОВ Айрат Минһаж улы

ШАММАЗОВ Айрат Минһаж улы (31.8.1947, Өфө ҡ.), инженер‑механик. БР ФА академигы (2009), техник фәндәр докторы (1986), профессор (1988). РФ‑тың (2003) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1997), РФ газ...

ШАМБЫ, балыҡ

ШАМБЫ (Lota lota), тәрәс һымаҡтар отрядының тәрәстәр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Евразияның, Төньяҡ Американың сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Башҡортостанда Ш. оҙонлоғо 60 см, ауырлығы 1,6 кг етә. Кәүҙәһе бәләкәй, оҙонса, алғы яҡта йомро, арт яҡта ян‑яғы ныҡ ҡыҫылған. Арҡаһы һарғылт йәшел, ҡайһы берҙә...

ШАМАНЛЫҠ

ШАМАНЛЫҠ (эвенкса шаман, саман — ярһыған кеше), диндең тәүге формаларының береһе; ҡамлау ваҡытында шамандың (культ башҡарыусы) рухтар м‑н аралашыуы т‑дағы күҙаллауға нигеҙләнә. Анимизм, магия, тотемизм, фетишизм м‑н бәйле; элементтары төрлө дини системаларҙа бар. Ш. ҡорбан килтереү хас. Ҡамлау ваҡытында...

ШАЛЯПИН Фёдор Иванович

ШАЛЯПИН Фёдор Иванович (1.2. 1873, Ҡазан — 12.4.1938, Париж, 1984 й. Мәскәүҙең Новодевичье зыяратына күсереп ерләнгән), йырсы (юғары бас). Респ. халыҡ артисы (1918). 1890—91 йй. С.Я.Семёнов‑Самарскийҙың опера труппаһы со­ставында Өфөлә гастролдәрҙә булған. 1890 й. 18 дек. Дворяндар йыйылышы бинаһы залында...

ШАЛЫМ БӨГӨЛӨ

ШАЛЫМ БӨГӨЛӨ, Ш а л ы м ‑К а л и н и н б ө г ө л ө, ултырма тоҡомдар м‑н тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһына ҡарай. Бөрө биләне һәм Башҡорт көмбәҙенең көнбайыш битләүе тоташҡан урында Сарапул бөгөлөнән тармаҡлана. 1965—71 йй. Ш.б., һуңыраҡ Р.О.Хачатрян һ.б. тарафынан...

ШАЛФЕЙ

ШАЛФЕЙ, сальвия (Salvia), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 700 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: дала Ш., ҡоро дала Ш. һ.б. Ҡуйы йәки һирәк төклө күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тарбаҡлы, бейеклеге 30—125 см. Япраҡтары бөтөн...

ШАЛҠАН, Бөрө р‑нындағы ауыл

ШАЛҠАН, Бөрө р‑нындағы ауыл, Миәҙек а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Талбаҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 815 кеше; 1920 — 828; 1939 — 791; 1959 — 768; 1989 — 513; 2002 — 560; 2010 — 576 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

ШАЛҒЫЗ ЙЫРАУ

ШАЛҒЫЗ ЙЫРАУ, Шалғыйыз йырау, Шалғииз Теләнсе ул ы,шағир‑импровизатор.Уныңт‑да докумен­таль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Ҡайһы бер башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ ғалимдарының (М.Х.Иҙелбаев, Х.Суюншалиев, К. Мәмбәтов һ.б.) фекеренсә, Ш.й. 1465 й. Яйыҡ й. һул ярында тыуған. Хәрби походтарҙа ҡатнашып, Ҡырымда,...

ШАҠША, ҡасаба

ШАҠША, ҡала тибындағы ҡасаба, 1980 й. алып Өфө эсендә урынлашҡан. Ҡасабаға 1890 й. Өфө өйәҙендә Һамар‑Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын төҙөүгә бәйле Ураҡ станцияһы ҡасабаһы (Кня­зев а. эргәһендә) булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 7 йортта 58 кеше йәшәгән. 1910 йй. алып Шаҡша станцияһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән....

ШАҠША, Иглин р‑нындағы ауыл

ШАҠША, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 71 кеше; 1920 — 102; 1939 — 137; 1959 — 49; 1989 — 63; 2002 — 192; 2010 — 290 кеше. Башҡорттар, белорустар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө өйәҙендә алпауыт...

ШАҠАРЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ШАҠАРЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Иҫке Балаҡатай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Шаҡарлы й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 ке­ше; 1920 — 920; 1939 — 472; 1959 — 547; 1989 — 414; 2002 — 413; 2010 — 331...

ШАКШИН Анатолий Дмитриевич

ШАКШИН Анатолий Дмитриевич (13.1.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Крадено‑Михайловка а. — 22.11.2010, Төмән ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1970). 1948 й. алып “Туймазабурнефть” тресының 2‑се быраулау контораһында быраулаусы, 1953 й. — быраулау мастеры, 1964 й. башлап Урай...

ШАКИРОВТАР

ШАКИРОВТАР, цирк артистары ғаиләһе, ат өҫтөндә оҫта йөрөүселәр‑һыбайлылар. Рәмил Мөнирулы Ш. (7.12.1954, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Келәш а.), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1984). Өфө циркы эргәһендәге Башҡорт цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) 1975 й. тиклем, 1977—83 йй., 1991—99 йй. “Башҡортостан егеттәре”...