Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЦИРЕЛЬМАН Наум Моисеевич

ЦИРЕЛЬМАН Наум Моисеевич (6.5.1937, Бельцы ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1995), проф. (1996). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2001). Одесса аҙыҡ-түлек һәм һыуытыу сәнәғәте технологик ин-тын тамамлағандан һуң (1963) Донецк ҡара металлургия ҒТИ-нда,...

ЦИРК СӘНҒӘТЕ

ЦИРК СӘНҒӘТЕ, акробатика, эквилибристика, жонглёрлыҡ итеү, клоунада, хайуандарҙы өйрәтеү һ.б. үҙ эсенә алған сәнғәт төрө. 19 б. аҙ. Өфөлә тәүге тапҡыр итальян труппаһы артистары гастролдәрҙә була, уларҙың сығыштары өсөн Үрге Сауҙа майҙанында түңәрәк ағас балаган төҙөлә. 20 б. башында Э.О.Стракай, В.Т.Соболевский,...

ЦИРКОН

ЦИРКОН (нем. Zirkon), утрау силикаттары ярым класы минералы, Zr[SiO4]. Составына гафний, торий, уран, ерҙә һирәк элементтар ҡушылмалары инә. Кристалдары призма формаһында, дипирамидаль. Айырым кристалдар, үҫентеләр, бөртөктәр, радиаль-нурлы һәм дөрөҫ булмаған формалы агрегаттар рәүешендә осрай. Төҫө...

ЦИРКОНИЙОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

ЦИРКОНИЙОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, составында “цирконий—углерод” бәйләнеше булған органик берләшмәләр. Ц.б. цирконий 0, +2, +3, +4 окисланыу дәрәжәһендә булыуы мөмкин. Комплекстарҙың күпселеге гетеролиганд типҡа ҡарай, 1—3 циклопентадиенил лигандлы комплекстар айырыуса күберәк өйрәнелгән. Составында η3-аллил,...

ЦИТОЛОГИЯ

ЦИТОЛОГИЯ (гр. kүtos — көпшә, күҙәнәк һәм ...логия), күҙәнәктәр т-да фән. Күп күҙәнәкле хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең туҡыма күҙәнәктәре төҙөлөшөн һәм функцияларын, ядро-цитоплазмалы комплекстарҙы (симпласттар, синцитийҙар һәм плазмодийҙар), бер күҙәнәкле хайуандарҙы һәм үҫемлек организмдарын, ш. уҡ бактерияларҙы...

ЦИТРОН

ЦИТРОН, ц е д р а т (Citrus medica), рута һымаҡтар ғаиләһенең цитрус затына ҡараған үҫемлек. Тыуған ере — Көньяҡ Ҡытай һәм Һиндостан. Тропиктарҙа һәм субтропиктарҙа үрсетелә. Башҡортостанда бүлмә шарттарында (Павловский Ц.) һәм ябыҡ грунтта үҫтерелә. Бейеклеге 3,5 м тиклем булған ҡыуаҡлыҡ йәки ағас....

ЦИФИР МӘКТӘПТӘРЕ

ЦИФИР МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙә дәүләт башланғыс уҡыу йорттары. Пётр I 1714 й. указы б-са һәр бер губернала дәүләт учреждениелары, армия һәм флот, сәнәғәт һәм сауҙа өсөн, ш. уҡ һөнәрселек мәктәптәренә уҡырға инеү өсөн грамоталы кешеләр әҙерләү маҡсатында монастырҙар һәм архиерей йорттары эргәһендә асыла....

ЦИЦЕРБИТА

ЦИЦЕРБИТА (Cicerbita), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, күбеһенсә Евразияның уртаса бүлкәтендәге таулы райондарҙа таралған. Башҡортостанда урал Ц. үҫә. Күп йыллыҡ оҙон тамырһабаҡлы үлән, бейеклеге 80—200 см. Һабағы бураҙналы, ҡыуыш эсле, өҫкө өлөшөндә төклө....

ЦУЛЫГИН Николай Леонидович

ЦУЛЫГИН Николай Леонидович (29.5.1975, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б-са Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). БДПУ-ны тамамлаған (2002). “Салауат Юлаев” СДЮШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И. Воробьёв). “Салауат Юлаев” (1992—95, 1998—99, 2000—01, 2004—05), Үҙәк армия спорт клубы (Мәскәү, 1995), “Аҡ Барыҫ”...

ЦЫБИН Иван Максимович

ЦЫБИН Иван Максимович (12.8. 1922, Ҡырғыҙ АССР-ының Яңы Фёдоровка а. — 26.7.1996, Ырымбур өлк. Добровольское а.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып М.И.Калинин ис. к-зда (Ырымбур өлк.) эшләй. 1943 й. июленән Ялан фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52-се армияның...

ЦЮРУПА Александр Дмитриевич

ЦЮРУПА Александр Дмитриевич (19.9.1870, Таврия губ. Алешки ҡ. — 8.5.1928, Ҡырым АССР-ының Мухалатка а., Мәскәүҙә ерләнгән), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. Херсон а.х. уч-щеһын тамамлаған (1893). 1893—96 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә...