Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАҘАНАҠ

ҺАҘАНАҠ (Ledum), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик, субарктик, уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда һаҙлыҡ Һ. үҫә. Бейеклеге 50—120 см булған мәңге йәшел ҡыуаҡлыҡ. Япрағының сите төрөлгән, тиресәле, ҡыҫҡа һапта урынлашҡан....

ҺАҘҠАНАТ

ҺАҘҠАНАТ, к а л л а (Сalla), аронник һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 1 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Йәйелеүсән, быуынлы, йәшел тамырһабағы булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, япраҡһыҙ (уҡ кеүек), бейеклеге 15—30 см. Япраҡтары ябай, овал‑йөрәк һымаҡ, оҙон һаплы,...

ҺАҘЛЫҠТАР

ҺАҘЛЫҠТАР, гидрофиль үҫемлектәр донъяһы м‑н ҡапланған ер өҫтөнөң артыҡ еүеш булған участкалары, ландшафттарҙың үҙенсәлекле класы. Ҡоро ерҙең (болон, урман) һаҙға әйләнеүе һәм һыу ятҡылыҡтарын үлән баҫыу һөҙөмтәһендә килеп сыға, торф барлыҡҡа килтерә. Тупланған торфтың ҡалынлығы б‑са һаҙланған ерҙәр...

ҺАҘЛЫҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

ҺАҘЛЫҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, һаҙлыҡтар, уларҙың барлыҡҡа килеүе, үҫеше, төҙөлөшө һәм хужалыҡта файҙаланылыуы т‑да фән. Гидрология, геоботаника, тупраҡ ғилеме (ҡара: Һаҙ тупрағы) һәм геология б‑са тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә нигеҙләнә. Башҡортостан һаҙлыҡтарын тикшереү 20 б. 20‑се йй. алып барыла. Географ...

ҺАҘСӘСКӘ, үҫемлектәр заты

ҺАҘСӘСКӘ (Nymphoides), өсъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡалҡанъяпраҡ Һ. үҫә. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ һыу үләне. Һабағының оҙонлоғо 90—150 см. Япрағы йомро, һыу...

ҺАҘЫЕВ Мөнир Һаҙый улы

ҺАҘЫЕВ Мөнир Һаҙый улы, Мөхәмәтһаҙыев Мөхәмәтмөнир М ө х ә м ә т һ а ҙ ы й у л ы (10.12.1876, Ҡазан губ. Яңы Әмзә а. — 10.8.1913, Силәбе ҡ.), тарихсы, дин әһеле. Ғәлекәй мәҙрәсәһендә уҡыған (Ҡазан). 1902—04 йй. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә мөғәллим. 1905 й. алып Силәбелә: мәҙрәсә мөғәллиме, 1906 й. алып...

ҺАҘЫЙ Закир Һаҙый улы

ҺАҘЫЙ Закир Һаҙый улы [15.3.1863, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Йәрәмкә а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 1932 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1933), Мәскәү өлк. Бимсала а.], яҙыусы. Бө­гөлмә өйәҙенең Тымытыҡ а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны; 1875—84) һәм Рязань губ. Ҡасим ҡ. (1885—90) мәҙрәсәләрендә уҡығандан һуң Рязань губ....

ҺАЙЛАУ СИСТЕМАҺЫ

ҺАЙЛАУ СИСТЕМАҺЫ, дәүләт сәйәси системаһы элементы, граждандарҙың һайлауға һәм һайланыуға хоҡуғын; һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү тәртибен, тауыш биреү һө­ҙөмтәләрен билдәләү ысулын урынлаштырыуҙы үҙ эсенә ала. Һ.с. өс төп төргә бүленә: мажоритар, был осраҡта һайлау округы б‑са һайлаусылар күпселек...

ҺАЙРАН, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҺАЙРАН, М о т а л л а п, Ишембай р‑нындағы ауыл, Һайран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 30 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Шиҙе й. (Һәләүек й. ҡу­шылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1216 кеше; 1920 — 1193; 1939 — 865; 1959 — 759; 1989 — 338; 2002 — 319; 2010 — 339 кеше....

ҺАЙРАР ТУРҒАЙҘАР

ҺАЙРАР ТУРҒАЙҘАР, һайрар ҡоштар (Oscines), турғай һымаҡтар ярым отряды. 70‑тән ашыу ғаиләһе, яҡынса 4000 төрө билдәле, Антарктиданан тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 17 ғаиләгә (барҡылдаҡтар, ҡарғалар, ҡарлуғастар, себен турғайҙары, сәпсектәр, һабан турғайҙары һ.б.) ҡараған 300 төрө...

ҺАЙЫЛМЫШ УЙПАТЛЫҒЫ

ҺАЙЫЛМЫШ УЙПАТЛЫҒЫ, Волга‑Кама антеклизаһының беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структураһы. Р.О.Хачатрян (1978) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Һ.у. үтәнән‑үтә өҫкө кембрий алдынан алып палеозойға тиклем ултырмаларҙа күҙәтелә. Ситтәге платформалы уйпатлыҡтар тибына ҡарай, Мораҡ депрессияһы яғына асыла. Төньяҡ‑көнбайышҡа...

ҺАҠАЛТАЙ СӘСКӘ

ҺАҠАЛТАЙ СӘСКӘ (Epipogium), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 2 төрө билдәле, Евразияла, Африканың тропик бүлкәтендә һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда япраҡһыҙ Һ.с. үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 5—25 см, ныҡ тарбаҡлы мәрйен һымаҡ тамырһабаҡлы. Һабағы мурт, һарғылт төҫтә, ҡыҙғылт...

ҺАҠЛАҒЫС

ҺАҠЛАҒЫС, эйәһен төрлө бәлә‑ҡазанан һаҡлаған, уңыш килтергән әйбер. Һ. итеп тылсым, бетеү, талисман, үҫемлектәр, ҡоралдың, кейемдең бер өлөшө һ.б. ҡулланылған. Шулай уҡ Һ. функцияһын тамғалар, исемдәр һәм, ҡағиҙә булараҡ, йолаларҙа (ҡара: Йола фольклоры) ҡулланылған арбауҙар, һамаҡлауҙар, доғалар, көйләүҙәр...

ҺАҠЛАҒЫС ҠАПЛАУҘАР

ҺАҠЛАҒЫС ҠАПЛАУҘАР, изделиеның махсус әҙерләнгән өҫкө йөҙөнә уны тышҡы факторҙар йоғонтоһонан һаҡлау өсөн һөртөлгән ҡаплаусы матдә ҡатламдары. Металл (металдар һәм уларҙың иретмәләре) һәм металл булмаған (органик — полимерлы, битумлы, ташкүмерле һ.б.; органик булмаған — быяла‑эмаль, керамик һ.б.; минераль...

ҺАҠЛАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл

ҺАҠЛАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Сауыҙбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 45 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Исток й. (Кама й. ҡушыл­дығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1306 кеше; 1920 — 1518; 1939 — 1283; 1959 — 607; 1989 — 455; 2002 — 398; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар,...

ҺАҠЛЫҠ БАНКЫҺЫ

ҺАҠЛЫҠ БАНКЫҺЫ, ААЙ. Башҡортостан бүлексәһе (№8598) Өфөлә урынлашҡан. БР ҡалалары һәм райондарында бүлексәләре бар. Сит ил валютаһы һәм ҡиммәтле ҡағыҙ­ҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Банкылар, Коммерция банкыһы); иҫәп‑хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе; юридик һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы; инкассацияны;...

ҺАҠМАР ЗОНАҺЫ

ҺАҠМАР ЗОНАҺЫ, Һаҡмар ҡалҡыуы, Һаҡмар аллохтон ы,2‑седәрәжәле тектоник структура; Уралдың иң ҡатмарлы структур зоналарының береһе. Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә, Йылайыр синклинорийының көньяҡ сигендә урынлашҡан. Көньяҡ‑көнсығышта Эбетин антиформаһы (Уралтау зонаһының көньяҡ структураһы) м‑н сик­ләнә....

ҺАҠМАР СОВХОЗЫНЫҢ 3‑СӨ ФЕРМАҺЫ АУЫЛЫ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ҺАҠМАР СОВХОЗЫНЫҢ 3‑СӨ ФЕРМАҺЫ АУЫЛЫ, Н а з а р, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һаҡмар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 79 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнc. табан 53 км алыҫлыҡта Бүжән й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 624 кеше; 1920 — 608; 1939 — 247; 1959 —...

ҺАҠМАР ЯРУСЫ

ҺАҠМАР ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан икенсе бүлексәһе. Әселе ярусында ята, әртә ярусы м‑н ҡаплана. В.Е.Руженцев тарафынан айырып күрһәтелә (1936). Стратотибы Ырымбур өлк. Кондуровка а. янындағы Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан, ҡалынлығы 900 м булған ҡомташ, мергель, эзбизташ ҡатламдарынан тора. Таҙтүбә...

ҺАҠМАР‑НАҘАРҒОЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ҺАҠМАР‑НАҘАРҒОЛ, Һ а ҡ м а р б ү р е һ е, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Әбеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 51 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 102 кеше; 1920 — 156; 1939 — 129; 1959 — 136; 1989 — 135; 2002 — 154; 2010...