Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЫРЫМБУР БАШҠОРТТАРЫ

ЫРЫМБУР БАШҠОРТТАРЫ, башҡорттарҙың этник төркөмө. Ырымбур (5,5 мең кеше), Орск (4,3), Медногорск (3,5), Ҡыуандыҡ (2,9), Яңы Троицк (2,6), Гай (2,0) ҡҡ., ш. уҡ Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский (6,0), Ҡыуандыҡ (5,6), Яңы Сергиевка (2,5), Гай (2,5), Төйлөгән (2,4), Александровка (2,1), Һарыҡташ (1,8),...

ЫРЫМБУР ГУБЕРНА СТАТИСТИКА КОМИТЕТЫ, ҡара: Губерна статистика комитеттары

ЫРЫМБУР ГУБЕРНА СТАТИСТИКА КОМИТЕТЫ, ҡара: Губерна статистика комитеттары.

ЫРЫМБУР ГУБЕРНА ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ

ЫРЫМБУР ГУБЕРНА ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ, Ырымбур губернаһында совет власының юғары органы. 1917 й. 14 нояб. Ырымбур ҡ. Ырымбур эшсе һәм һалдат депутаттары советы һәм хәрби частар вәкилдәренең берлектәге ултырышында ойошторола. 15 нояб. А.И.Дутов приказы б‑са ултырышта ҡатнашыусылар ҡулға алына, бер...

ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫ

ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫ, 1744 й. мартында И.И.Неплюев инициативаһы м‑н ойошторола. Губерна составына Исәт провинцияһы, Ырымбур провинцияһы, Өфө провинцияһы, Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләре инә. 1745 й. Ы.г. Ставрополь провинцияһы, 1752 й. — Гурьев ҡ. (Әстерхан губ.), 1773 й. — Һамар ҡ. (Ҡазан губернаһынан) ҡушыла....

ЫРЫМБУР ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ

ЫРЫМБУР ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ. Өфө филиалы 1995 й. Өфө уҡыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 1997 й. алып аҙыҡ‑түлек производстволары ф‑ты, 1999 й. башлап филиал, 2015 й. ябыла. Уҡытыу‑методик бүлеге, ғилми‑методик советы, китапханаһы һ.б. була. Уҡытыу ситтән тороп уҡыу формаһында аҙыҡ‑түлек производстволары...

ЫРЫМБУР ДИНИ СЕМИНАРИЯҺЫ

ЫРЫМБУР ДИНИ СЕМИНАРИЯҺЫ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн урта уҡыу йорто. 1884 й. асыла. Изге Синод аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә семинария идараһы етәкселек итә. Ы.д.с. дини һәм ҡала училищеларын тамамлаусылар ҡабул ителә. Уҡыу курсы — 6 йыл. Уҡыу программаһына Изге китап, Библия тарихы,...

ЫРЫМБУР ЕПАРХИЯҺЫ

ЫРЫМБУР ЕПАРХИЯҺЫ, Ырымбур өлкәһенең үҙәк райондары терр‑яһында урынлашҡан благочинный округтарын һәм монастырҙарын берләштергән Ырымбур митрополияһының сиркәү‑адм. берәмеге. Юғары башҡарма органы — архиерей етәкс. Епархия советы — епархия йыйылышы тарафынан һайлана; адм. бурыстарҙы епархия идаралығы...

ЫРЫМБУР ИНСПЕКЦИЯҺЫ

ЫРЫМБУР ИНСПЕКЦИЯҺЫ, 18—19 бб. Рәсәй империяһында хәрби‑терр. идара органы. 1796 й. император Павел I указы м‑н ойошторола. Ы.и. составына Екатеринбург, Бутырск (1797 й. тиклем), Рыльск, Өфө мушкетёрҙар, Ҡазан һәм Ырымбур гарнизон полктары, Ырымбур драгун, 1‑се һәм 2‑се типтәр атлы полктары, Ҡазан ялан...

ЫРЫМБУР ЙӘШЕРЕН ЙӘМҒИӘТЕ, ижт. ойошма

ЫРЫМБУР ЙӘШЕРЕН ЙӘМҒИӘТЕ, ижт. ойошма. 1813 й. тирәһендә Ырымбур ҡ. масон түңәрәге булараҡ барлыҡҡа килә. 1822 й. масонлыҡ хөкүмәт тарафынан тыйылғандан һуң йәшерен эшмәкәрлеккә һәм дворяндарҙың һул радикализмы позицияһына күсә. Ы.й.й. декабристарға ҡушыла, идея үҫеше тыныс мәғрифәтселектән дәүләт ҡоролошон...

ЫРЫМБУР ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ

ЫРЫМБУР ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75) осоронда Рәсәйҙәге тәфтиш һәм суд учреждениеһы. Императрица Екатерина II 1774 й. 16 апр. указы м‑н Ҡазан йәшерен комиссияһына өҫтәмә тәфтиш органы булараҡ ойошторола. Ы.й.к. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы ҡарамағында булған, һорау алыу һәм хөкөм...

ЫРЫМБУР КАДЕТ КОРПУСЫ

ЫРЫМБУР КАДЕТ КОРПУСЫ, 1887 й. Ырымбур хәрби прогимназияһы базаһында 2‑се Ы.к.к. булараҡ ойошторола. 3 ротанан һәм әҙерлек класынан торған. Башлыса Төркөстан хәрби округында хеҙмәткә офицерҙар әҙерләгән. Хәрби һәм строевой әҙерлектән тыш, дөйөм белем биреү предметтары уҡытылған. 1894 й. беренсе сығарылыш...

ЫРЫМБУР КАЗАК ҒӘСКӘРЕ

ЫРЫМБУР КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, 1746 й. императрица Елизавета Петровна указы м‑н Ырымбур губернаһында Ырымбур регуляр булмаған корпусы (ҡара: Иррегуляр ғәскәр­ҙәр) булараҡ ойошторола, 1755 й. алып Ы.к.ғ. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итеүгә тәғәйенләнгән. Ы.к.ғ. Ырымбур хәрби губернаторына, 1882 й. башлап Ҡазан...

ЫРЫМБУР КАЗАК ҒӘСКӘРЕ ХӨКҮМӘТЕ

ЫРЫМБУР КАЗАК ҒӘСКӘРЕ ХӨКҮМӘТЕ, 1918—19 йй. Ырымбур казак ғәскәрендә юғары башҡарма власть органы. 1917 й. окт. Ырымбур ҡ. ғәҙәттән тыш ғәскәр йыйылышында ойошторола. 1918 й. ғин. алып Верхнеурал ҡ., апр. — Турғай ҡ., июлдән — Ырымбурҙа, дек. башлап Ырымбур губ. ҡалаларында урынлашҡан. Рәйестән, рәйес...

ЫРЫМБУР КАЗАК ХӘРБИ УЧИЛИЩЕҺЫ

ЫРЫМБУР КАЗАК ХӘРБИ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1867 й. Ырымбур округ юнкер уч‑щеһы булараҡ асыла; 1909 й. алып Ы.к.х.у. 1917 й. дек. — 1918 й. июлендә Уральск ҡ., 1918 й. авг. — 1919 й. ғин. Ырымбур ҡ., февр. башлап Иркутск ҡ. урынлашҡан. Кубань, Ырымбур, Терек, Урал казак ғәскәрҙәре аҡсаһына тотола, юнкерҙарҙы уҡытҡанда...

ЫРЫМБУР КӨМБӘҘЕ

ЫРЫМБУР КӨМБӘҘЕ, Жигулёвск‑Ырымбур көмбәҙе, Ырымбур көмбәҙ ҡалҡыуы, Волга‑Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәле ыңғай тектоник структураһы. 20 б. уртаһында Б.С.Соколов һ.б. тарафынан Ы.к. булараҡ тикшерелә һәм айырып күрһәтелә, һуңыраҡ Ырымбур көмбәҙ ҡалҡыуы булараҡ ҡарала. Көнбайыштан көнсығышҡа Пенза,...

ЫРЫМБУР КРАЙЫ, ҡара: Ырымбур губернаһы.

ЫРЫМБУР КРАЙЫ, ҡара: Ырымбур губернаһы. 

ЫРЫМБУР ҠАҘНА ПАЛАТАҺЫ

ЫРЫМБУР ҠАҘНА ПАЛАТАҺЫ, финанс учреждениеһы. 1782 й. Өфө наместниклығында императрица Екатерина II 1775 й. 7 нояб. указы м‑н Торлаҡ төҙөү эштәре һәм Император Ғали йәнәптәренең ҡаҙна килемдәренә идара итеү палатаһы булараҡ ойошторола, 1797 й. алып Ы.ҡ.п. Наместниклыҡҡа идара итеүсенең поручигы, 1797...

ЫРЫМБУР МОСОЛМАН ДИНИӘ НАЗАРАТЫ

ЫРЫМБУР МОСОЛМАН ДИНИӘ НАЗАРАТЫ, дәүләт дини учреждениеһы. Императрица Екатерина II указы (1788 й. 22 сент.) б‑са Өфө мосолман ҡануны диниә назараты (1796 й. алып Ырымбур) булараҡ ойошторола, 1846 й. башлап Ы.м.д.н. 1917 й. майында 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында исеме Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының...

ЫРЫМБУР ӨЙӘҘЕ

ЫРЫМБУР ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ырымбур провинцияһының үҙәк өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы составында. 1865 й. өйәҙҙең көнсығыш өлөшөнән Орск өйәҙе ойошторола. 18 б. аҙ. төньяҡ‑көнбайышта — Боғорослан өйәҙе һәм Бәләбәй өйәҙе, төньяҡта — Стәрлетамаҡ өйәҙе,...

ЫРЫМБУР ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты

ЫРЫМБУР ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. БР, Силәбе өлкәһе, Һамар өлкәһе, Татарстан һәм Ҡаҙағстан респ. м‑н сиктәш. Үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. 1934 й. 7 дек. ойошторола, 1938—57 йй. Чкалов өлкәһе. 35 район, 12 ҡала һәм 1 ҡала тибындағы ҡасабаны үҙ эсенә ала. Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны — 123,7 мең км2....