Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯЛЫҠ БЕЙ

ЯЛЫҠ БЕЙ, башҡорт ҡәбиләләренең береһе булған һарт ырыуы башлығы. 1391 й. Я.б. көнбайыш башҡорттарҙың Аҡһаҡ Тимергәҡаршы көрәшенә етәкселек итә. “Һуңғы һартай” башҡорт хикәйәтенә ярашлы, башҡорттар Аҡһаҡ Тимер ғәскәре м‑н һуғышта еңелә, һарт ырыуы ҡырып бөтөрөлә. Я.б. һәләк булған 2 улы хөрмәтенә Ҡармасан...

ЯМАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ

ЯМАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Яңауыл р‑нында урынлашҡан. 1907 й. мәҙрәсәбулараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — А.С.Бубнов ис. колхозсы йәштәр мәктәбе, 1939 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Компьютер класы, китапханаһы, спорт залы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, тыуған...

ЯМАҘЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ЯМАҘЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Урман Гәрә й. (Гәрәй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 753 кеше; 1920 – 876; 1939 – 950; 1959 – 963; 1989 – 556; 2002 – 519; 2010 — 482 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ямаҙы...

ЯМАЕВА Лариса Әсхәт ҡыҙы

ЯМАЕВА Лариса Әсхәт ҡыҙы (7.11.1955, Улан‑Удэ), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1979). 1974—2003 йй. (өҙөклөктәр м‑н) ТТӘИ‑лә эшләй (1994 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1978—80 йй. СССР ФА БФ‑тың ВЛКСМ ком‑ты секретары, 1982—83 йй., 1987—94 йй. БДПУ‑ла уҡыта. 2003 й. башлап Көнсығыш...

ЯМАЕВА Маһира Сәйҙел ҡыҙы

ЯМАЕВА Маһира Сәйҙел ҡыҙы [15.7.1918, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) Иҫке Исай а. — 16.12.2003, Өфө], балет артисы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы К.В.Матсон) 1963 й. тиклем БДОБТ‑ның солисы, бер үк ваҡытта 1959 й. алып балет студияһы уҡытыусыһы....

ЯМАҠАЙ, Благовар р‑нындағы ауыл

ЯМАҠАЙ, Благовар р‑нындағы ауыл, Ямаҡай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 17 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 175 кеше; 1939 – 220; 1959 – 229; 1989 – 217; 2002 – 192; 2010 — 232 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ЯМАЛЕЕВА Анна Александровна

ЯМАЛЕЕВА Анна Александровна (12.8.1944, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Бозор а.), биохимик. Биол. ф. д‑ры (2002), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1972 й. алып Бөтә Союз үҫемлекселек ҒТИ‑нда (Ленинград), 1975 й. — БДУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәр...

ЯМАЛЕТДИН Мәүлит

ЯМАЛЕТДИН Мәүлит (ысын исеме Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы; 5.3.1947, БАССР‑ҙың Учалы районы Аһылай а. — 8.11.2020, Учалы ҡ.), яҙыусы, ҡурайсы. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1983). А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү ҡ.,...

ЯМАЛЕТДИНОВ Ильис Миңлеәхмәт улы

ЯМАЛЕТДИНОВ Ильис Миңлеәхмәт улы (17.11.1936, БАССР‑ҙың Дәүләкән районы Дәүләкән эшселәр ҡсб, хәҙер Дәүләкән ҡ., — 23.2.2022, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән), рәссам. БАССР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (1977). Рәссамдар союзы ағзаһы (2002). Түбәнге Тагил педагогия институтын тамамлаған (1973). 1974 й. башлап...

ЯМАЛЕТДИНОВ Шаһи Ямалетдин улы

ЯМАЛЕТДИНОВ Шаһи Ямалетдин улы [15.3.1914, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Шығай а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 28.5.1968, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1934 й. алып Шығай а/c секретары, 1938 й. башлап рәйесе. 1936—38 йй. һәм 1941 й. алып...

ЯМАЛЕТДИНОВА Клара Шәйех ҡыҙы

ЯМАЛЕТДИНОВА Клара Шәйех ҡыҙы (19.1.1953, Үзбәк ССР‑ы Тайтүбә а.), физик. Техник ф. д‑ры (2006). СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Өфөнөң 57‑се мәктәбендә уҡытыусы, 1978 й. алып “БашНИПИнефть” инженеры. 1980—97 йй. һәм 2000 й. башлап БДУ‑ла: 1991—92 йй. һәм 2000 й....

ЯМАЛЕТДИНОВА Лилиә Фаат ҡыҙы

ЯМАЛЕТДИНОВА Лилиә Фаат ҡыҙы (1.6.1965, Ҡазан), инженер‑гидротехник, иҡтисадсы‑менеджер. Техник ф. д‑ры (2000). БАХИ‑ны (1987), БДАУ‑ҙы (1998) тамамлаған. 1987 й. алып Красногорский нефть‑газ разведкалау экспедицияһында (Красноярск крайы), 1990 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа: 1995—96 йй. тәбиғәтте...

ЯМАЛИЕВ Альберт Мәғсүм улы

ЯМАЛИЕВ Альберт Мәғсүм улы (3.7.1942, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Сәүәҙебаш а. — 1.9.2017, Өфө ҡ.), үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). К.М.Ямалиевтың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1970 й. тиклем һәм 1974 й. алып Бөтә Союз үҫемлекселек...

ЯМАЛИЕВ Вил Үзбәк улы

ЯМАЛИЕВ Вил Үзбәк улы (9.8. 1957, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең спорт мастеры (1995), шахмат б‑са халыҡ‑ара мастер (2000) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (2001). Команда зачётында ситтән тороп шахмат уйнау б‑са Рәсәй...

ЯМАЛИЕВ Ким Мәсғүт улы

ЯМАЛИЕВ Ким Мәсғүт улы (18.12. 1928, Үзбәк ССР‑ы Ҡатты‑Ҡурған ҡ. — 8.3.2012, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). А.М.Ямалиевтың ағаһы. Урал ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1959) БДУ‑ла эшләй. 1967 й. алып Геология ин‑тында (1969 й. башлап өлкән...

ЯМАЛИЕВ Памир Камалетдин улы

ЯМАЛИЕВ Памир Камалетдин улы (26.5.1942, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Ташауыл а. — 27.3.1999, Өфө), тренер. Биатлон б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1994) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1969). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1993). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1976). 1974 й. алып...

ЯМАЛИЕВ Сәлих Ямалетдин улы

ЯМАЛИЕВ Сәлих Ямалетдин улы [8.4.1889, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Исмәғил а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 1.7.1938, Өфө], педагог. Көнсығыш пед. ин‑тын тамамлаған (Ҡазан, 1929). 1917 й. алып Бәләбәй ҡ. башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1918 й. башлап Бәләбәй татар‑башҡорт пед. техникумы уҡытыусыһы, 1924 й. — директоры....

ЯМАЛОВ Илдар Урал улы

ЯМАЛОВ Илдар Урал улы (22.10. 1961, Өфө), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (2008). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. 1992 й. алып “Шәреҡ” банкыһында: бүлек нач., 1993 й. башлап департамент дир.; 1995 й. алып БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында: ғилми‑техник идаралыҡ...

ЯМАЛОВ Марат Барый улы

ЯМАЛОВ Марат Барый улы (27.3. 1947, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). Журналистар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1965—66 йй. “Калтасинская...

ЯМАНҒОЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЯМАНҒОЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Отрада а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Туғыҙтимер й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 172 кеше; 1920 – 245; 1939 – 264; 1959 – 261; 1989 – 224; 2002 – 244; 2010 — 237 кеше. Башҡорттар йәшәй...