Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МОРАҘЫМ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

МОРАҘЫМ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Сухоречка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 44 км һәм Приют т. юл ст. К. табан 31 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 138 кеше; 1920 — 173; 1939 — 185; 1959 — 346; 1989 — 247; 2002 — 257; 2010 — 198 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

МОРАҘЫМ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

МОРАҘЫМ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Аҡ Шишмә й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 485 кеше; 1920 — 661; 1939 — 533; 1959 — 448; 1989 — 756; 2002 — 862; 2010 — 773 кеше. Башҡорттар...

МОРАҘЫМ ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУЫ

МОРАҘЫМ ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУЫ, б.э.т. 12—6 мең йыллыҡтарға ҡараған археологик ҡомартҡы. Күгәрсен Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы р‑ны 3‑сө Юлдыбай а. янында Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушыл‑ дығы) уң ярында йылға кимәленән 102 м бейеклектә Мораҙым тарла- уығында урынлашҡан. Мораҙым тораһы Күгәрсен мәмерйәһендә...

МОРАҘЫМ ТАРЛАУЫҒЫ, парк

МОРАҘЫМ ТАРЛАУЫҒЫ, тәбиғи парк. 1998 й. эталон тәбиғәт комплекстарын һаҡлау, ял һәм туризмды үҫтереү маҡсатында ойошторолған; М.т. бер өлөшө Эйек заказ‑ нигы сиктәрендә ята. 2012 й. алып “Башҡортостан Уралы” биосфера резерваты составына инә. Күгәрсен һәм Йылайыр р‑ндары сиктәрендә Оло һәм Кесе Эйек...

МОРАҘ, Ғафури р‑нындағы ауыл

МОРАҘ, М ә н д е м, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 52 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 59 км алыҫлыҡта Мәндем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 129 кеше; 1920 — 167; 1939 — 195; 1959 — 189; 1989 — 145; 2002 — 118; 2010 — 124 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

МОР Сергей Ярославович

МОР Сергей Ярославович (2.7.1969, Каркаралинск ҡ.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Урал физик культура акад. тамамлаған (2005). 1997—2004 йй. “Ирбис” спорт клубы, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе...

МООР Пётр Семёнович

МООР Пётр Семёнович [25.12.1934, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Алексеевка а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 25.9.2014, Кассель ҡ., Германия; Берлинда ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). БАХИ‑ны тамамлаған (1962). 1955—94 йй. Благовар р‑нындағы...

МОНУМЕНТАЛЬ СӘНҒӘТ

МОНУМЕНТАЛЬ СӘНҒӘТ, пластик сәнғәт төрө; тәғәйен архитектура йәки тәбиғи мөхит өсөн ижад ителгән, улар м‑н үҙ‑ара идея‑образды сағылдырған әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә ала. М.с. әҫәрҙәре үҙ ваҡытының дөйөм соц. һәм фәлс. идеяларын сағылдыра, күренекле шәхес йәки мөһим ваҡиға т‑да иҫтәлектәрҙе мәңгеләштерә; уларҙа...

МОНОПОЛИЯҒА ҠАРШЫ СӘЙӘСӘТ

МОНОПОЛИЯҒА ҠАРШЫ СӘЙӘСӘТ, дәүләттең иҡт. сәйәсәт сиктәрендә конкуренцияны үҫтереүгә, монополистик эшмәкәрлекте һәм намыҫһыҙ конкуренцияны сикләүгә һәм бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралары комплексы; предприятиелар төҙөүҙе, үҙгәртеп ҡороуҙы, ябыуҙы, акцияларҙы күпләп һатып алыуҙы контролдә тотоу; билдәле...

МОНОПОЛИЯ

МОНОПОЛИЯ (моно... һәм pōleјō — һатам), 1) дәүләткә, пр-тиеға, ойошмаға, физик шәхескә ниндәйҙер эшмәкәрлек алып барыуға бирелгән айырым хоҡуҡ; 2) билдәле бер тауар йәки хеҙмәт күрһәтеү баҙарында өҫтөнлөк иткән эре компаниялар, уларҙың берләшмәләре. М. өс төргә айыралар: ябыҡ (юридик тыйыуҙар һәм сикләүҙәр...

МОНОМЕРҘАР

МОНОМЕРҘАР (моно... һәм гр. meјros — өлөш), үҙ‑ара йәки башҡа берләшмәләрҙең молекулалары м‑н реакцияға инеп полимерҙар барлыҡҡа килтергән түбән молекуляр берләшмәләр. Полимер барлыҡҡа килтереү барышына бәйле полимерла‑ шыу һәм поликонденсация өсөн М. айыралар. Шулай уҡ сомономерҙарҙы (сополимеризация...

МОНОГЕНЕЯЛАР

МОНОГЕНЕЯЛАР (Monogenea), яҫы ҡорттар класы. Яҡынса 2500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Балыҡ эктопаразиттары, һирәк осраҡта ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр эндопаразиттары. БР‑ҙа 33 төрө бар. Кәүҙәһе оҙонса, япраҡ рәүешле яҫы, оҙонлоғо 0,02—5 мм, һирәк осраҡта 30 мм тиклем, артҡы осонда...

МОНО...

МОНО... (гр. moјnos — берәү, берҙән‑бер), ҡушма һүҙҙәрҙең “бер”, “бергә” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ. мономерҙар, монополия). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

МОНГОЛ ТЕЛДӘРЕ

МОНГОЛ ТЕЛДӘРЕ, ҡәрҙәш телдәр төркөмө. М.т. Афғанстанда, Ҡытайҙа, Монголияла, ш. уҡ Бүрәт, Ҡалмыҡ Респ. һәм РФ‑тың ҡайһы бер төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 7 млн яҡын кеше. М.т. 14—16 бб. берҙәм монгол теле диалекттарының үҫеше һөҙөмтәһендә формалаша. Барлыҡҡа килгән үҙ аллы телдәргә фонетик,...

МОНГОЛ ИМПЕРИЯҺЫ

МОНГОЛ ИМПЕРИЯҺЫ, 13—14 бб. Азияның төньяҡ‑көнсығыш һәм үҙәк өлөшөндә, Европаның көнсығышында урынлашҡан дәүләт. 1206 й. Сыңғыҙхан тарафынан төҙөлә, яулап алыу походтары һөҙөмтәһендә сиктәре шаҡтай киңәйә. Баш ҡалалары: Ҡараҡорум, 1263 й. — Ханбалыҡ (Пекин). Дәүләт м‑н Сыңғыҙхан нәҫеленән булған юғары...

МОНАХЛЫҠ

МОНАХЛЫҠ (гр. monachoјs — яңғыҙ, айырым йәшәүсе), теге йәки был дингә үтә бирелеп, үҙ ихтыяры м‑н донъяуи ығы‑зығынан ваз кискән һәм үҙҙәрен дини аскетизм, никахһыҙлыҡ, туғанлыҡ һәм соц. бәйләнештәрҙе өҙөүҙе нәҙер иткән кешеләрҙең община тормошо. М. б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ уртаһында буддизмда, 3—4 бб....

МОНАСТЫРҘАР

МОНАСТЫРҘАР (гр. monastēјrion — аулаҡ урын, дәрүиш хөжрәһе), буддизмда, христианлыҡта (православиела һәм католицизмда) берҙәм йәшәү ҡағиҙәләрен (устав) ҡабул иткән монахтар (ир-егеттәр М.) йә монахинялар (ҡатын‑ҡыҙҙар М.) общиналары. Миссионерлыҡ эшмәкәрлеген алып баралар. Рәсәйҙә 11 б. барлыҡҡа килә....

МОНАСИПОВ Рөстәм Әнүәр улы

МОНАСИПОВ Рөстәм Әнүәр улы (6.6.1960, Өфө), электрон техникаһы инженеры. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй (2014 й. алып мехатрон станок системалары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник объекттар м‑н идара...

МОНАСИП, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

МОНАСИП, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 8 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 45 кеше; 1959 — 5; 1989 — 90; 2002 — 105; 2010 — 83 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1928 й. Йылайыр кантонында 1919—20 йй. нигеҙләнгән...

МОНАС, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

МОНАС, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 30 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 320 кеше; 1920 — 439; 1939 — 348; 1959 — 318; 1989 — 196; 2002 — 193; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар...