Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯБАЙ ГЕТЕРОПЕДИЯ

ЯБАЙ ГЕТЕРОПЕДИЯ (Heteropedia simplex), күп күҙәнәкле һары‑йә­шел­ылымыҡтар төрө. Яҫы паренхиматоз ҡатлансығы (епсәләрҙән барлыҡҡа килгән) йыш ҡына үҙ‑ара епсәләр м‑н тоташҡан өлөштәргә бүленә. Күҙәнәктәре башлыса оҙонса, диам. 6—12 мкм. Ситке ептәренең ос күҙәнәктәре башҡаларға ҡарағанда эрерәк, һуҙынҡы,...

ЯБАЙ ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР

ЯБАЙ ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР, тәндәре тамыр, һабаҡ, япраҡҡа бүленмәгән һәм таллом, йәки ҡатлансыҡтан торған үҫемлектәрҙең ярым донъяһы. Төҙөлөштәре уртаҡ түгел, бер күҙәнәкле, колониаль йәки күп күҙәнәкле булыуҙары мөмкин, формалары төрлө. Элегерәк Я.т.ү. яҡынса 150 мең төр — ҡатмарлы­ төҙөлөшлө­ үҫемлектәр...

ЯБАЛАҠ ҺЫМАҠТАР

ЯБАЛАҠ ҺЫМАҠТАР (Strigiformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, яҡынса 140 төрө билдәле. БР‑ҙа ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған 12 төрө осрай. Ваҡ (һаҡтың кәүҙә оҙонлоғо 18 см тиклем, ауырлығы 50—85 г), уртаса (инә өкө ябалағының ошоға ярашлы 37 см тиклем һәм 180—430 г) һәм эре (өкөнөң ошоға ярашлы 75 см тиклем...

ЯБАЛАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл

ЯБАЛАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ябалаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 710 кеше; 1920 — 832; 1939 — 733; 1959 — 484; 1989 — 411; 2002 — 384; 2010 — 359 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ЯБАЛАҠЛЫ ҠУРҒАНДАРЫ

ЯБАЛАҠЛЫ ҠУРҒАНДАРЫ, Иҫке Ябалаҡлы ҡурғандары, бронза ­быуаты археологик ҡомартҡыһы. Шишмә р‑ны Ябалаҡлы а. көньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. һул ярындағы һыу баҫмай торған бейек киртләс морононда урынлашҡан. 1973 й. В.С.Горбунов, М.Ф.Обыдённов тарафынан асылған, 1974—79 йй. Ю.А.Морозов өйрәнгән....

ЯБАЛАҠЛЫ, Шишмә р‑нындағы ауыл

ЯБАЛАҠЛЫ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Олокүл күле (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 657 кеше; 1920 — 902; 1939 — 728; 1959 — 534; 1989 — 236; 2002 — 254; 2010 — 277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЯБЛОКОВ Дмитрий Дмитриевич

ЯБЛОКОВ Дмитрий Дмитриевич (1.11.1896, Өфө — 18.2.1993, Томск ҡ.), терапевт. СССР Мед. ФА акад. (1965). Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1948). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1923) шунда уҡ эшләй. 1930 й. алып Себер мед. ун‑тында (Томск): 1936 й. башлап госпиталь терапияһы, 1941—79...

ЯБЛОНСКИЙ Всеволод Сергеевич

ЯБЛОНСКИЙ Всеволод Сергеевич (7.11.1901, Ырымбур ҡ. — 2.5.1963, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1946), проф. (1946). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1962). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1928). 1924—27 йй. “Мәғариф хеҙмәткәре” нәшриәтендә эшләй, 1928 й. алып Нефть...

ЯГОДКИН Василий Максимович

ЯГОДКИН Василий Максимович (1.7.1939, Брянск өлк. Княгинино а. — 24.1.2015, Өфө), инженер‑конструктор. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002). Куйбышев авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) 2010 й. тиклем БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге микроэлектроникаға арналған. Я. тарафынан полиэфирсульфондарҙың, полидифениленфталидтарҙың,...

ЯГОДНАЯ ПОЛЯНА, Өфө р‑нындағы ауыл

ЯГОДНАЯ ПОЛЯНА, Өфө р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 224 кеше; 1989 — 330; 2002 — 392; 2010 — 417 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Я.П. “БР Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге” урынлашҡан....

ЯГОДНЫЙ һырты

ЯГОДНЫЙ, Башҡортостан­ (Көнь­яҡ)­ Уралындағы һырт. БР‑ҙың Учалы р‑ны һәм Силәбе өлк. сиге буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 1205 м (Оло Ягодный тауы). Бейеклеге 932—1205 м булған 3 түбәһе асыҡ күренеп тора. Рельефыуртаса тауҙарҙан ғибәрәт;...

ЯГОДНЫЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

ЯГОДНЫЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Иглин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 46 кеше; 1959 — 192; 1989 — 362; 2002 — 409; 2010 — 471 кеше. Баш­ҡорттар йәшәй (2002). 2 балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Госпитомник...

ЯҒЫУЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ

ЯҒЫУЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡтың төрлө төрҙәрен сығарыу һәм эшкәртеү б‑са сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы; нефть ­сығарыу сәнәғәтен,­ нефть­ эшкәртеү­ сәнәғәтен,­газ­ сә­нәғәтен, күмер­ сәнәғәтен, торф һәм һәүерташ сәнәғәттәрен үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Я.с. үҫеше 20 б. 30‑сы йй. Ишембай­ нефть­ ятҡылы­ғын,­...

ЯҒЫУЛЫҠ‑ЭНЕРГЕТИКА КОЛЛЕДЖЫ

ЯҒЫУЛЫҠ‑ЭНЕРГЕТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 2003 й. Нефть­ техникумын һәм Энергетика­ колледжын берләштереү һөҙөмтәһендә Өфө яғыулыҡ энергетика колледжы булараҡ асыла. 2007 й. колледж составына 61‑се ПУ инә. Ағиҙел (2000 й. ойошторолған), Баймаҡ (2004) ҡалаларында филиалдары бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу...

ЯҒЫУЛЫҠТЫ КӨКӨРТТӘН ТАҘАРТЫУ

ЯҒЫУЛЫҠТЫ КӨКӨРТТӘН ТАҘАРТЫУ, нефтте, нефть продукттарын көкөрт ­һәм уның берләшмәләренән таҙартыу. Химик (көкөрт к‑таһы, һелте, гипохлорит м‑н һәм окисландырыу, ш. иҫ. металл, уның оксидтары, тоҙҙары һ.б. м‑н эшкәртеү), физик‑химик (экстракция — шыйыҡ плюмбит, селектив эреткестәр м‑н; адсорбция — боксит,...

ЯҒЫУЛЫҠТЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

ЯҒЫУЛЫҠТЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, сифаттарын яҡшыртыу, әүерелеү дәрәжәһен күтәреү һәм сәнәғәттә ҡулланыу өсөн химик продукттар алыу маҡсатында углеводород сеймалын (тәбиғи­газ, нефть, ҡаты­ яғыулыҡ) һәм уның беренсел эшкәртеү продукттарын термик тарҡатыу технологик процесы. Я.т.ы.м.э. тик юғары...

ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович

ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович (19.11.1929, Урал өлк. Бродокалмакский р‑ны Борово а., хәҙ. Силәбе өлк. Красноармейский р‑ны Боровое а.), хужалыҡ эшмәкәре.РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. төҙөүсеһе. Харьков инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлаған (1957). 1948—55 йй. һәм 1958 й. алып “Стерлитамакстрой”...

ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович

ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович (19.11.1929, Урал өлк. Бродокалмакский р‑ны Борово а., хәҙ. Силәбе өлк. Красноармейский р‑ны Боровое а. — 5.12.2017, Стәрлетамаҡ ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. төҙөүсеһе. Харьков инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлаған (1957). 1948—55 йй. һәм...

ЯДРО ФИЗИКАҺЫ

ЯДРО ФИЗИКАҺЫ, атом ядроһының төҙөлөшөн, радиоактив тарҡалыу процестарын һәм ядро реакцияларының механизмын өйрәнгән физика бүлеге. Элементар өлөшсәләр физикаһын, нейтрондар физикаһын (нейтрондарҙың матдә м‑н тәьҫир итешеүен һәм нейтрондар тәьҫиренән барған ядро реакцияларын өйрәнеү), түбән (ядро төҙөлөшө,...

ЯДРО‑МАГНИТ РЕЗОНАНСЫ

ЯДРО‑МАГНИТ РЕЗОНАНСЫ (ЯМР), йүнәлештәрен үҙгәртеүгә бәйле ядролары нуль булмаған магнит моментлы (1Н, 13С, 15N, 19F, 29Si, 31P һ.б.) матдәнең электр‑магнит энергияһын резонанслы йотоу күренеше; радиоспектроскопия ысулы. Бер төрлө даими магнит ҡырында көсһөҙ радио йышлыҡлы ҡырҙы һалғанда магнит һәм...