Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘБЕШЕҮ АУЫРЫУЫ

ЙӘБЕШМӘ АУЫРЫУЫ, операция (96%) йәки ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары шешеү ауырыуҙары арҡаһында тоташма (тоташтырғыс туҡыманан торған йәбешеү урыны) барлыҡҡа килеүгә бәйле патологик хәл. Н.Ғ.Ғатауллин б‑са ауырыуҙы клиник (ауыртыулы синдром өҫтөнлөк итә, ашҡаҙан‑эсәк дискомфорты) һәм йәшерен (физик эш эшләгәндә,...

ЙӘБЕШКӘК

ЙӘБЕШКӘК, йәшел һырлан (Agrimonia), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Йыуан ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, биҙле, төклө, оҙонлоғо 30—80 см тиклем. Япраҡтары ябай,...

ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы

ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы [21.2.1941, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1995), проф. (2008). РФ‑тың атҡ. геологы (1997), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (2008). Р.Ҡ.Йәғәфәрованың ағаһы. Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964)...

ЙӘҒӘФӘРОВ Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы

ЙӘҒӘФӘРОВ Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы (1886, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Беләү‑Землянский утары, хәҙ. Медногорск ҡ. составындағы Беләү а., — 25.2.1922), башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҙелбай а. (хәҙ. Медногорск составында) 2 класлы урыҫ‑башҡ. уч‑щеһын, Орск уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған....

ЙӘҒӘФӘРОВ Роберт Миҙхәт улы

ЙӘҒӘФӘРОВ Роберт Миҙхәт улы (4.11.1948, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яңы Мораптал а. — 4.10.2011, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2012). Рәссамдар союзы ағзаһы (1998). БДМИ‑ны тамамлаған (1977). 1980 йй. Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йорто изостудияһында шөғөлләнә. 90‑сы йй. башынан башҡ. графикаһында...

ЙӘҒӘФӘРОВ Сабит Фәтих улы

ЙӘҒӘФӘРОВ Сабит Фәтих улы (1.1.1935, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Байғужа а. — 16.6.1981, Түб. Варта ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1968), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1971). 1958 й. алып “Башвостокнефтеразведка” тресының (Стәрлетамаҡ ҡ.) Бөрө геол. эҙләнеү контораһы,...

ЙӘҒӘФӘРОВА Айһылыу Шәйхитдин ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Айһылыу Шәйхитдин ҡыҙы (3.9.1948, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әхмәт а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1967—2004 йй. Әбйәлил р‑нының Красная Башкирия балалар баҡсаһында эшләй (1976 й....

ЙӘҒӘФӘРОВА Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы (1.4.1945, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.), биотехнолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) ӨДНТУ‑ла эшләй: 1996 й. алып технология ф‑ты...

ЙӘҒӘФӘРОВА Роза Ҡәйүм ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Роза Ҡәйүм ҡыҙы (6.5.1946, Өфө), фтизиоуролог. Мед. ф. д‑ры (1999). А.Ҡ.Йәғәфәровтың һеңлеһе. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Респ. клиник дауаханаһында эшләй, 1973 й. алып “Глуховская” шифаханаһында (1975 й. — баш табип урынбаҫары), 1978 й. — С.‑Петербург фтизиопульмонология ҒТИ‑нда эшләй:...

ЙӘДИТСЕЛЕК

ЙӘДИТСЕЛЕК (ғәр. “усул‑и‑джәдид” — яңы ысул), Волга буйы, Ҡырым, Кавказ аръяғы һәм Урта Азия төрки‑мосолман халыҡтарының 19 б. аҙ. — 20 б. башындағы реформаторлыҡ, мәҙәни‑мәғрифәтселек һәм ижт.-сәйәси хәрәкәте. Хәрәкәт, ҡәҙимселеккә ҡапма‑ҡаршы рәүештә, Й. тип аталған. Мосолман реформаторлығы, мәғрифәтселек...

ЙӘДКӘР, китап

ЙӘДКӘР, М.И.Өмөтбаевтың китабы. 1897 й. Ҡазанда төрки телендә баҫылып сыға. Аң‑белемле, юғары әхлаҡлы, мәҙәниәтле кеше тәрбиәләү идеялары (ҡара: Мәғрифәтселек) м‑н һуғарылған тарих, этнография, әҙәбиәт, фольклор материалдарынан, шиғри тәржемәләрҙән һ.б. торған йыйынтыҡ. “Й.” йәш быуынды әхлаҡи тәрбиәләү...

ЙӘЙҒОР КҮБӘЛӘК

ЙӘЙҒОР КҮБӘЛӘК (Catocala fraxini), шайтан күбәләктәре ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның киң япраҡлы урман зонаһында таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 8—8,5 см, алғы ҡанаттары зәңгәрһыу һоро төҫтә, ҡуйы һоро, ҡара тулҡынлы һыҙатлы, артҡылары — ҡара, киң зәңгәр таҫмалы һәм аҡ сәсәкле. Инә күбәләк ағас ҡабығы...

ЙӘЙЕН

ЙӘЙЕН (Silurus glanis), йәйен һымаҡтар отрядының йәйендәр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Арал, Балтик, Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәр басс. ҡараған һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙәһе тәңкәһеҙ, йомшаҡ тиреле һәм лайла биҙҙәре м‑н, алғы өлөшө йомро, арты тарыраҡ, оҙонлоғо 70—150 см, ауырлығы 5—50 кг. Арҡаһы...

ЙӘЙЛӘҮ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ЙӘЙЛӘҮ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 141 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 493 кеше; 1920 — 534; 1939 — 369; 1959 — 215; 1989 — 173; 2002 — 182; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар,...

ЙӘЙЛӘҮ, Илеш р‑нындағы ауыл

ЙӘЙЛӘҮ, Илеш р‑нындағы ауыл, Исәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 126 км алыҫлыҡта Әүеште й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 194 кеше; 1920 — 258; 1939 – 360; 1959 — 247; 1989 — 155; 2002 — 201; 2010 — 181 кеше....

ЙӘЙСӘН ҠАРАБАШЕВ

ЙӘЙСӘН ҠАРАБАШЕВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһының Һыҙғы улусы старшинаһы. 1737 й. июль аҙағында Таймаҫ Шәимов м‑н берлектә ихтилалды баҫтырыуҙа ярҙам күрһәтеү т‑да Башҡорт эштәре комиссияһы етәксеһе М.С.Хрущёв м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. 1740 й. яҙында Себер даруғаһында...

ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘПТӘРЕ

ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘПТӘРЕ, эшләүсе үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн уҡыу йорттары; индивидуаль белем биреүҙе ойоштороу формаһы. Конфессиональ һәм дөйөм белем биреүсегә бүленәләр. Конфессиональ Й.м. (христиандарҙа — Й.м., мосолмандарҙа — йома, йәһүдтәрҙә — шәмбе) маҡсаты — дини‑әхлаҡи тәрбиә биреү, төп дини ҡағиҙә...

ЙӘЛӘЛЕТДИНОВ Вәкил Әхәр улы

ЙӘЛӘЛЕТДИНОВ Вәкил Әхәр улы (27.10.1955, Силәбе өлк. Ҡолой а.), йырсы (баритон). БР‑ҙың халыҡ (2002) һәм атҡ. (1995) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1984; Б.Н.Вәлиева класы) Башҡ. филармонияһының эстрада, 1986—2009 йй. муз.‑әҙәби лекторийы солисы. Күркәм тембрлы йомшаҡ тауышҡа эйә. Башҡарыу алымы...

ЙӘЛДӘК

ЙӘЛДӘК, елдәк, й ә л д ә т, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: бүре‑Й., ҡыр-Й., өфө‑Й. Тамғалары — . Этник яҡтан Үҙәк Азия һәм Алтайҙың монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. ҡәбилә Ағиҙел й. һул яры буйлап урынлашып, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе йоғонтоһон кисерә. 15—16 бб. йәлдәктәрҙең бер өлөшө төньяҡҡа...

ЙӘЛДӘК ҠӘЛҒӘҺЕ

ЙӘЛДӘК ҠӘЛҒӘҺЕ, Йәлдәк ҡаласығы, Йәлдәк, 1736 й. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө й. уң ярында хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалына. Улус исеме м‑н аталған. Гарнизонды 50‑нән ашыу һалдат һәм 100 казак (ҡара: Казак ҡатламы), ш. иҫ. керәшен башҡорт һәм татарҙар, тәшкил иткән....