Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОҘОНҠЫР, һырт

ОҘОНҠЫР, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Көсөк а. киңлегенән алып Баттал а. киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 1—2,5 км, абс. бейеклеге 786 м (Ҡайынлытау). 628— 786 м бейеклектәге 4 түбәһе айырылып тора. Рельефы тәпәш таулы, төньяҡ,...

ОҘОНКҮЛ, Учалы р‑нындағы ауыл

ОҘОНКҮЛ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 80 км һәм Уралтау т. юл ст. Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Оҙонкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 169 кеше; 1920 — 234; 1939 — 272; 1959 — 351; 1989 — 160; 2002 — 230; 2010 — 198 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ОҘОНКҮЛ

ОҘОНКҮЛ, Кесе Ҡыҙыл й. басс. күл. Учалы р‑ны Озёрный а. көнбайыш ситендә Көркәк һәм Оҙонҡыр һырттары араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 4,6 км2, оҙонлоғо 4,5 км, уртаса киңлеге 1,2 км, уртаса тәрәнлеге 2,0 м (макс. — 4,1 м), һыу күләме 9,2 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 36,5 км2. Тектоник...

ОҘОНДАР, Архангел р‑нындағы ауыл

ОҘОНДАР, Архангел р‑нындағы ауыл, Оҙондар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Раутау т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 580 кеше; 1920 — 718; 1939 — 938; 1959 — 936; 1989 — 559; 2002 — 525; 2010 — 415 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ОҘОН КӨЙ

ОҘОН КӨЙ, башҡ. муз. фольклористикаһында мелодик стиль; башҡ. халыҡ музыкаһының жанры. Илаусы‑һыҡтаусылар сәнғәтен камиллаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. О.к. — башҡорттарҙың йырлау оҫталығының иң юғары кимәле. Йыйындарҙа халыҡ йырсыларының һәм ҡурайсыларының ярышын үткәреү О.к. үҫешенә булышлыҡ...

ОҘОН АНКИСТРОДЕСМУС

ОҘОН АНКИСТРОДЕСМУС (Ankistrodesmus longissimus), бер күҙәнәкле йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре оҙонса‑нәҙек орсоҡ рәүешле, тура йәки бер аҙ бөгөлгән, ҡыл рәүешле, оҙонлоғо 190—240 мкм, киңлеге 3,5—7,5 мкм. Тышсаһы шыма. Хлоро‑ пласы стена янында урынлашҡан, таҫма формаһында, тура йәки винт рәүешле...

ОДИНЦОВ Виктор Петрович

ОДИНЦОВ Виктор Петрович (11.10. 1876, Өфө — 21.11.1938, Мәскәү), офтальмолог. Мед. д‑ры (1904), проф. (1918). Мюнхен ун‑тын тамамлағандан һуң (1904) Өфө губ. земство табибы булып эшләй, 1918 й. алып 1‑се Мәскәү мед. ин‑тының күҙ клиникаһы ғилми етәксеһе, бер үк ваҡытта 1927—33 йй. Башҡ‑н трахоматоз...

ОДИНОКОВ Виктор Николаевич

ОДИНОКОВ Виктор Николаевич (22.12.1937, Клин ҡ.), химик‑органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), химия ф. д‑ры___(1981), проф. (1984). РФ‑тың (1998), БАССР‑ҙың (1987) атҡ. фән эшмәкәре. Мәскәү химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА Себер бүлегенең Органик химия ин‑тында (Новосибирск...

ОГОРОДОВ Геннадий Васильевич

ОГОРОДОВ Геннадий Васильевич (1.12.1907, Әстерхан губ. Николаев биҫтәһе — 15.1.1988, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1964). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау художество-сәнәғәт техникумын тамамлағандан һуң (1930; педагогы П.С.Уткин) 1932 й. тиклем шунда...

ОГОРОДНИКОВА Мария Павловна

ОГОРОДНИКОВА Мария Павловна (2.10.1941, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Наумовка а. — 15.10.2015, Салауат ҡ.), тренер. Еңел атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1990). 1972 й. алып төҙөүселәр техникумында физик культура уҡытыусыһы, 1975 й. — химия‑технология техникумында физик тәрбиә б‑са дир. урынбаҫары...

ОГОРОДНИКОВ Сергей Иванович

ОГОРОДНИКОВ Сергей Иванович (9.6.1965, ТАССР‑ҙың Баулы р‑ны Поповка а.), спортсы. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). ӨНИ‑не тамамлаған (1988). Бодибилдинг б‑са Европа (1996) һәм Рәсәй (1996—97) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (1994), до‑ нъя чемпионатының көмөш призёры (1996), Англияла абс. категорияла...

ОГЛОБЛИН Иван Васильевич

ОГЛОБЛИН Иван Васильевич (1.1. 1921, АСБР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Тирлән заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а., — 13.12.2011, Һарытау ҡ.), лётчик, полковник. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби пилоттар мәктәбен, Хәрби-һауа акад. (1956) тамамлаған. Тирлән...

ОГАРИНОВ Иван Степанович

ОГАРИНОВ Иван Степанович (17.6. 1918, Ҡазан губ. Аликово а. — 12.11.1988, Өфө), инженер‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Свердловск тау ин‑тын (1943), Нефть сәнәғәте акад. (Мәскәү, 1953) тамамлаған. 1943 й. алып “Башнефтегеофизика” тресында...

ОВЧИННИКОВ Реджинальд Васильевич

ОВЧИННИКОВ Реджинальд Васильевич (27.3.1926, Урал өлк. Ишем ҡ. — 2.8.2008, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1981). Мәскәү тарих-архив ин‑тын тамамлаған (1952). 1955 й. алып Үҙәк дәүләт боронғо акттар архивында, 1963 й. — Мәскәү тарих- архив ин‑тында, 1971 й. — РФА‑ның Тарих ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре...

ОВЧИННИКОВ Лев Николаевич

ОВЧИННИКОВ Лев Николаевич (9.10.1913, Пермь ҡ. — 14.4.2002, Мәскәү), геолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1964), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1954). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1937). Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың геол. төҙөлөшө һәм металлогенияһы проблемаларына...

ОВЧИННИКОВ Григорий Семёнович

ОВЧИННИКОВ Григорий Семёнович [18.4.1898, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Осиновка а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 25.7.1943, Краснодар крайы Неберджай станцияһы], Советтар Союзы Геройы (1944). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Сталинград ҡ. эшләй. 1918—23 йй. һәм 1941 й. башлап...

ОВЧИННИКОВ Владимир Павлович

ОВЧИННИКОВ Владимир Павлович (2.1.1958, Бәләбәй ҡ.), пианист. РФ‑тың халыҡ (2005), РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1981; А.А. Наседкин класы) “Москонцерт” берекмәһе, 1996 й. алып акад. филармония солисы, бер үк ваҡытта 1985—94 йй., 1996—2000...

ОВЧИННИКОВ Владимир Викторович

ОВЧИННИКОВ Владимир Викторович (7.6.1959, Өфө), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). Т.Г.Шевченко ис. Киев ун‑тын тамамлаған (1983). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Киев, Львов ҡҡ.; тренерҙары П.М.Карамалак, Р.М.Юнак). Мастерҙар араһында Европа чемпионатының...

ОВЧИННИКОВ Андрей Афанасьевич

ОВЧИННИКОВ Андрей Афанасьевич (1739 — 25.8.1774, Әстерхан губ. Ҡара Яр ҡ. янында), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773— 75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв ген.-фельдмаршалы. Казак. Яйыҡ ҡаласығында хеҙмәт итә. 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалында ҡатнаша. 1773 й. 18 сент. Пугачёв ихтилалына ҡушыла. Хәрби коллегия ойоштороу...

ОВЧАРОВ Степан Семёнович

ОВЧАРОВ Степан Семёнович [1909, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Константиновка а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 14.10.1943, Украина ССР‑ының Калужино а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. ноябренән Воронеж һәм Ялан фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның...