Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШӘМИҒОЛОВ Фәнил Булат улы

ШӘМИҒОЛОВ Фәнил Булат улы (24.3.1965, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әбделмәмбәт а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2008). БР‑ҙың атҡ. табибы (2003). БДМИ‑ны тамамлаған (1992). 1997 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДМУ‑ла уҡыта (2008 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑тының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт...

ШӘМИҒОЛОВ Марат Абдулла улы

ШӘМИҒОЛОВ Марат Абдулла улы [1.8.1926, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Билән а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 15.5.1981, Севастополь ҡ., Өфөлә ерләнгән], тренер. Акробатика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1968) һәм бөтә Союз категориялы судья (1965). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

ШӘМИҒОЛОВ Ғәлей Камалетдин улы

ШӘМИҒОЛОВ Ғәлей Камалетдин улы (15.10.1890, Стәрлетамаҡ ҡ. — 25.11.1959, Киев), дәүләт эшмәкәре. 1910 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1899 й. башлап Стәрлетамаҡта кирбес з‑дында, фарфор һауыт‑һаба ф‑каһында эшләй. Стәрлетамаҡ, Ҡурған, Силәбе, Өфө ҡҡ. революция хәрәкәтендә ҡатнаша....

ШӘМИҒОЛ ХӘЛФӘ

ШӘМИҒОЛ ХӘЛФӘ [ысын исеме Бикбаев Шәмиғол Бәҙретдин улы; 1876, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйетҡол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 1957, шунда уҡ], дин әһеле. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Бохара ҡ. мәҙрәсәһендә уҡыған. Дауалау эше м‑н шөғөлләнгән, әүлиә булараҡ танылыу алған. Хажға барған. З.Х.Рәсүлев,...

ШӘМҒОЛОВ Фәттәх Ғәфүрйән улы

ШӘМҒОЛОВ Фәттәх Ғәфүрйән улы [4.8.1921, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны 2‑се Ялсы а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Ялсы а., — 19.4.1945, Моравска‑Острава ҡ. эргәһендә (Чехословакия), Пшина ҡ. ерләнгән, Польша], Советтар Союзы Геройы (1946). Май­ор. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби пехота уч‑щеһын (1941),...

ШӘМҒОЛОВ Фәттәх Ғәфүрйән улы

ШӘМҒОЛОВ Фәттәх Ғәфүрйән улы [4.8.1921, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны 2‑се Ялсы а., хәҙер БР‑ҙың Күгәрсен районы Ялсы а., — 19.4.1945, Моравска‑Острава ҡ. эргәһендә (Чехословакия), Пшина ҡ. ерләнгән, Польша], Советтар Союзы Геройы (1946). Майор. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби пехота училищеһын...

ШӘМӘХӘ СЕЛТӘРБӘШМӘК

ШӘМӘХӘ СЕЛТӘРБӘШМӘК (Cortinarius violaceus), базидиомицеттар класының селтәрбәшмәктәр ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Эшләпәһенең диам. 5—15 см, ҡуйы шәмәхә төҫтә, тәүҙә ҡабарынҡы, аҙаҡ яҫы‑ҡабарынҡы, ҡоро, кейеҙ тәңкәле. Гименофоры ҡуйы көрән күк, пластинкалы, һорғолт...

ШӘЛ

ШӘЛ, башҡорт ҡатын‑ҡыҙының традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Плед кеүек туҡылған (ҡалын шәл, тула шәл; ҡара: Туҡыусылыҡ) һәм бәйләнгән (дебет шәл, мамыҡ шәл; ҡара: Бәйләү) Ш. булған. Ш. башлыса тәбиғи төҫтәрҙәге (һирәгерәк буялған) дебеттән, һарыҡ йөнөнән, кизе‑мамыҡ ептән бәйләнгән. Туҡылған...

ШӘКҮР Рәшит Закир улы

ШӘКҮР (Шәкүров) Рәшит Закир улы [11.1.1937, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Яңы Абдрахман а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы)], тел белгесе, төркиәтсе, шағир, публицист. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (2012). БР‑ҙың халыҡ шағиры (2021). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт...

ШӘКҮР (Шәкүров) Рәшит Закир улы

ШӘКҮР (Шәкүров) Рәшит Закир улы [11.1.1937, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Яңы Абдрахман а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы)], тел белгесе, төркиәтсе, шағир, публицист. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (2012). БР‑ҙың халыҡ шағиры (2021). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт...

ШӘКЕТАУ, шихан

ШӘКЕТАУ, шихан. Стәрлетамаҡ ҡ. көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Һәләүек й. уң ярында урынлашҡан. Үҙләштереүгә тиклем абс. бейеклеге 336 м, оҙонлоғо 1,3 км. Формаһы һуҙылған, битләүҙәре текә. Аҫҡы пермдең органоген эзбизташтарынан тора, уларҙың ятыштары ш. уҡ исемле ятҡылыҡтан ғибәрәт һәм 20 б. уртаһынан...

ШӘКЕТАУ, ҡасаба

ШӘКЕТАУ, ҡасаба, 20 б. 80‑се йй. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эсендә. Ҡасабаға 40‑сы йй. Маҡар районында Стәрлетамаҡ сода з‑ды (ҡара: “Сода”) тарафынан Шәкетауҙа эзбизташ карьерын эшкәртеүгә бәйле нигеҙ һалына. 1957 алып Стәрлетамаҡ составында. Тәрж. Р.Р.Абдрахманов 

ШӘКЕТАУ, археологик ҡомартҡы

ШӘКЕТАУ, Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. 13 — 14 бб. ҡарай. Стәрлетамаҡ ҡ. көнсығышҡа табан Шахтау тауының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. 1959 й. ер эштәре башҡарған саҡта табылған, 1960 й. Мәхм.Х.Садиҡова тарафынан тикшерелгән. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Ҡомартҡының бер өлөшө емерелгән....

ШӘКЕТАР, тау

ШӘКЕТАР, тау. Белорет р‑нында Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сиктәрендәге Ямантау тауынан төньяҡҡа табан Кесе Инйәр һәм Ҙур Ҡаҙауҙы (Кесе Инйәр й. ҡушылдығы) йылғалары араһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1174 м, оҙонлоғо 3 км, киңлеге 2—3 км. Рельефы ҡатмарлы. Түбәһе яҫы, битләүҙәре текә, көньяҡ битләүҙәре...

ШӘКӘРЛЕ ТАМЫР

ШӘКӘРЛЕ ТАМЫР (Sium), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10—15 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Америкала таралған. Башҡортостанда киңъяпраҡ Ш.т. һәм татлы Ш.т. үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары ҡытыршы, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы, бейеклеге 60—150 см тиклем, төбөндә йәйелеүсән...

ШӘКӘРҘЕ АЛМАШТЫРҒЫСТАР

ШӘКӘРҘЕ АЛМАШТЫРҒЫСТАР, аҙыҡҡа татлы тәм биргән матдәләр. Төп (ксилит, маннит, сорбит) һәм интенсив (аспар­там, ацетосульфам К, сахарин) төрҙәргә бүленә. Маннит һәм ксилит һыуҙа — яҡшы, сахарин насар эрей; tиреү – 93°С алып (ксилит) 226°С тиклем (сахарин). Төп Ш.а. — юғары калориялы матдәләр, интенсив...

ШӘКӘР СӘНӘҒӘТЕ

ШӘКӘР СӘНӘҒӘТЕ, шәкәр ҡомо һәм шаҡмаҡлы шәкәр етештереү б‑са аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы. Сеймал сифатында шәкәр сөгөлдөрө, шәкәр ҡамышы файҙаланыла. Башҡортостанда Ш.с. 1941 й. алып респ. илдең көнбайыш райондарынан шәкәр з‑дтарының ҡорамалдары эвакуацияланғандан һуң үҫеш ала. Беренсе булып 1951 й. Ҡарлыман...

ШӘКӘР ДИАБЕТЫ

ШӘКӘР ДИАБЕТЫ, ашҡаҙан аҫты биҙенең етерлек кимәлдә инсулин эшләп сығармауына һәм туҡымаларҙың уға ҡарата һиҙгерлеге түбәнәйеүенә бәйле барлыҡҡа килгән эндокрин ауырыу. 1‑се типтағы (ашҡаҙан аҫты биҙенең b‑күҙәнәктәре тара­фынан инсулин эшләп сығарыу түбәнәйеү) һәм 2‑се типтағы (туҡымаларҙың инсулинға...

ШӘЙХУЛОВ Нурислам Фәтхелислам улы

ШӘЙХУЛОВ Нурислам Фәтхелислам улы [16.2.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 27.9.1996, БР‑ҙың Белорет р‑ны Егәҙе а.], яҙыусы. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Яҙыусылар со­юзы ағзаһы (1993). 1945 й. алып Белорет р‑нында эшләй: мәктәптәрҙә уҡыта, 1951—58...

ШӘЙХУЛОВ Алмас Ғәлимйән улы

ШӘЙХУЛОВ Алмас Ғәлимйән улы (25.10.1945, БАССР‑ҙың Туймазы районы Туймазы эшселәр ҡсб, хәҙер Туймазы ҡ., — 6.1.2022, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1964 й. алып Туймазы районының Түбәнге Бишенде 8 йыллыҡ мәктәбендә,...