Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДӘҮЛӘТБАЕВ Усман Йосоп улы

ДӘҮЛӘТБАЕВ Усман Йосоп улы [14.6.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Баҡый а. (БР‑ҙың Белорет районы) — 11.8.2010, БР‑ҙың Хәйбулла районы Бүребай а.], быраулаусы. 1949 й. алып “Уралцветметразведка” тресының Баймаҡ геологик разведка партияһында (1954 й. башлап өлкән быраулау мастеры); 1958—88 йй. — “Башкиргеология”...

ДВОРКИН Владимир Исаакович

ДВОРКИН Владимир Исаакович (28.10.1954, Октябрьский ҡ.), геофизик. Техник фәндәр докторы (2003). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1997), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2005). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик...

ДЕВОН

ДЕВОН, девон системаһы (осоро), палеозойҙың дүртенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 416,0±2,8 млн йыл, тамамланыуы — 359,2±2,5 млн йыл (ҡара: Геохронология). Англияла Р.Мурчисон һәм А.Седжвик тарафынан 1839 й. айырып күрһәтелә, Девоншир графлығы исеме буйынса атала. Д. аҫҡы, урта, өҫкө...

ДИАБАЗ

ДИАБАЗ (грекса diabasis — күсеү), һелте составлы палеотиплы эффузив йәки интрузив магмалы тау тоҡомо. Химик һәм минералогик составы буйынса базальтҡа оҡшаған. Структураһы диабазлы (офитлы), ваҡтан алып эре бөртөклөгә тиклем. Төҫө ҡуйы һоро йәки йәшкелт ҡара. Йыйырсыҡлы өлкәләрҙә һәм платформаларҙа үҫешкән,...

ДИАПИРҘАР

ДИАПИРҘАР, һығылмалы тау тоҡомдарын өҫтә ятҡан ҡатыраҡ ҡатламдарға ҡыҫып сығарыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән көмбәҙ рәүешендәге структуралар. Башҡортостанда диапиризмды тектоник көстәр барлыҡҡа килтерә, ул Ағиҙел депрессияһы сиктәрендәге көңгөр ярусының галоген‑сульфат ҡатламы менән бәйле. Д. субмеридиональ...

ДИОРИТ

ДИОРИТ (грекса diorizo — айырам), урта составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Плагиоклаз (65—70%) һәм мөгөҙ обманкаһынан (30—35%) тора; аҙ миҡдарҙа биотит, пироксен, кварц, акцессор минералдарынан — апатит, сфен, циркон, мәғдән минералдарынан — магнетит һәм титаномагнетит булыуы мөмкин. Структураһы...

ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович

ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович (1.9.1930, Урал өлкәһе Уралец ҡсб), тау инженеры‑геолог. Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). 1956 й. алып “Уралцветметразведка” тресы Баймаҡ геологик разведка партияһының баш инженеры, 1959 й. — Башҡортостан территориаль геология идаралығы Сибай геологик разведка...

ДОЛОМИТ

ДОЛОМИТ (француз геологы Д.Доломьё исеменән), 1) СаМg(СО3)2 карбонаттар класы минералы. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Бүленеп сығыу формалары тупаҫ бөртөклө агрегаттарҙан тығыҙ ауырлыҡҡа тиклем. Төҫһөҙ, аҡ, һоро төҫтә, көрән йәки йәшкелт сағылышлы, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4, тығыҙлығы 2800—2900 кг/м3,...

ДУНИТ

ДУНИТ (Яңы Зеландиялағы Дун тауы исеменән), интрузив ультраһелтеле тау тоҡомо. Акцессор хром-шпинелид ҡушымталары булған юғары магнезиаль оливиндан, һирәгерәк магнетиттан, ильмениттан тора. Структураһы ваҡ һәм уртаса бөртөклө, текстураһы массив. Төҫө ҡара йәки ҡуйы йәшел. Д. перидотиттар, пироксениттар...