Список материалов
ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы
ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы [21.2.1941, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1995), проф. (2008). РФ‑тың атҡ. геологы (1997), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (2008). Р.Ҡ.Йәғәфәрованың ағаһы. Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964)...
ЙӘНТҮРИН Альфред Шәмсун улы
ЙӘНТҮРИН Альфред Шәмсун улы (13.7.1941, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Яңы Бүләк а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) “Башвостокнефтеразведка” тресының (Бөрө ҡ.) Балаҡатай үтә тәрән быраулау контораһы дизелсеһе, инженеры, өлкән инженеры, 1969—70 йй. “Союзнефтеавтоматика”...
ЙӘШЕЛ ТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ
ЙӘШЕЛ ТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ, төбәк метаморфизмының 250—450°С температурала һәм 2—6 кбар баҫым аҫтында барған төрө. Фанерозойҙың һәм кембрий алдының йыйырсыҡлы өлкәләрендә вулканоген, вулканоген-ултырма, интрузив тау тоҡомдарында үҫешкән (йәшел ташлы бүләктәр). Й.т.м. минераль ассоциацияларының арауыҡтағы...
ЙӘШЕЛ ҺӘҮЕРТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ
ЙӘШЕЛ ҺӘҮЕРТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ, температура 250—500°С, баҫым 2—8 кбар булғанда барлыҡҡа килеүсе урындағы метаморфизмдың бер төрө. Тектоник стресс шарттарында тау тоҡомдарының пластик шыуышыуы һөҙөмтәһендә өҫкө ҡатламдарҙың аҫҡыларына баҫымы түбәнәйә. Ошо сәбәптәр бөтә төр тоҡомдарҙа ла Й.һ.м. нигеҙе булып...
ЙӘШМӘ, тау тоҡомо
ЙӘШМӘ, кремнезёмлы ултырма тау тоҡомо. Кварцтан тора, ҡайһы берҙә халцедон ҡушылмаһы була. Структураһы криптокристаллы, текстураһы массив. Ҡыҙыл, һары, көрән, күкһел һоро, йәшел төҫтәрҙең төрлө төҫмөрҙәре тимер һәм марганец окиселдары булыуы м‑н аңлатыла; ш. уҡ сыбар, юлаҡлы йәки тимгелле (пейзажлы)...
ЙОСОПОВ Билал Мөғтәсим улы
ЙОСОПОВ Билал Мөғтәсим улы [25.12.1904, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Мерәҫ а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 26.2.1999, Өфө], геолог‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1959), проф. (1969). ТАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1964). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1935) Татарстан геол.‑разведка тресы геологы,...
ЙОСОПОВ Мират Зиятдин улы
ЙОСОПОВ Мират Зиятдин улы (28.1.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сырышбаш а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Сыйрышбаш а.), тау инженеры‑геолог. Техник ф. канд. (1975). РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1989), ТАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1970), ТР‑ҙың почётлы нефтсеһе (2003)....
ЙӨҘЛӘҮ ТАШТАРЫ
ЙӨҘЛӘҮ ТАШТАРЫ, декоратив үҙенсәлектәре булған тау тоҡомдары. Төрлөсә барлыҡҡа килгәндәр: магматик (гранит, сиенит, диорит, габбро, долерит, лабрадорит, туф, порфир һ.б.), ултырма (эзбизташ, доломит, ҡомташ, гипс), метаморфик (мәрмәр, кварцит). Й.т. сифаты уларҙың физик‑химик үҙенсәлектәре (ныҡлығы,...
ЙҮРҮҘӘН МУЛЬДАҺЫ
ЙҮРҮҘӘН МУЛЬДАҺЫ, Йүрүҙән синклинале, Башҡорт мегантиклинорийының өсөнсө дәрәжәле кире тектоник структураһы, Ямантау һәм Ирәмәл антиклинорийҙары сигендә урынлашҡан. Н.Н.Дингельштедт тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Баҡты һәм Егәлгә һырттары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 28 км,...
ЙҮРҮҘӘН-СЫЛВА ДЕПРЕССИЯҺЫ
ЙҮРҮҘӘН‑СЫЛВА ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле кире тектоник структура. В.Д.Наливкин тарафынан айырып күрһәтелә (1963). БР терр‑яһында төньяҡ сиктән алып Ҡаратау ҡалҡыуына тиклем һуҙыла. Бөгөл тарафынан “йотолған” һәм Бым‑Көңгөр уйпатлығының көньяҡ‑көнсығыш өлөшө тарафынан үҙгәртелгән....
ЙЫЛАЙЫР СВИТАҺЫ
ЙЫЛАЙЫР СВИТАҺЫ, өҫкө девондың стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович айырып күрһәтә (1932). Ултырмаларҙың тасуирламаһын Д.Г.Ожиганов (1933), И.В.Хворова (1939), Б.М.Келлер (1949), Е.В.Чибрикова (1977, 1997) һ.б. бирә. Б.М.Келлер был ултырмаларҙы яуымбай, әстәш, әүәшле, ямашлы, мәзит свиталарынан торған...
ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ
ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының эре синморф тектоник структураһы. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ‑көнбайышта Башҡорт мегантиклинорийы, көнсығышта Уралтау зонаһы менән сиктәш, көньяҡ‑көнбайышта Урал алды бөгөлөнә асыла. Оҙонлоғо 300 км, киңлеге 50 км тиклем. Арҡыры киҫелешендә...