Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САНДУРСКИЙ Богуслав Флорионович

САНДУРСКИЙ Богуслав Флорионович (2.1.1930, Украина ССР‑ының Яңы Бубновка а. — 4.11.2020, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1990), РФ‑тың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1991), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1980), РФ‑тың почётлы...

САФ АЛТЫН

САФ АЛТЫН, саф элементтар класы минералы, Au. Көмөш менән (43%‑ҡа тиклем) тәбиғи иретмә рәүешендә осрай. Составында баҡыр, тимер, ҡурғаш, һирәк осраҡта висмут, терегөмөш, ағалтын, марганец һ.б. ҡушылмалар бар. 43%‑ҡа тиклем родий (родит), 20%‑ҡа тиклем баҡыр (купроаурит), 4%‑ҡа тиклем висмут (висмутаурит),...

САФ БАҠЫР

САФ БАҠЫР, саф элементтар класы минералы, Cu. Составында алтын, көмөш, тимер һ.б. ҡушылмалар бар. Куб һәм додекаэдр рәүешендә кристаллана. Агрегаттары епкә оҡшаш, тимерсыбыҡлы, мүк кеүек; бүленде формалары: онтаҡ, конкрециялар, дендриттар, ярыҡтарҙы тултырыу фигуралары. Төҫө алһыу, һоро һәм сыбар йүгергән...

САФ КӨКӨРТ

САФ КӨКӨРТ, саф элементтар класы минералы, S. Составында селен һәм теллур ҡушылмалары бар. Агрегаттары бөртөклө, бөрө һымаҡ, онтаҡ, сталактиттар һәм сталагмиттар. Төҫө һары, ҡыҙғылт, һоронан ҡараға тиклем; ялтырауығы ыҫмалалынан алып майлыға тиклем. Ҡатылығы 1—2, тығыҙлығы 2080 кг/м3. С.к. вулкан лаваларынан,...

САФ ТИМЕР

САФ ТИМЕР, саф элементтар класы минералы, Fe. Никель менән тәбиғи иретмәләр рәүешендә осрай. Составында баҡыр, кобальт, марганец, саф ағалтын ҡушылмалары бар. Табыу шарттарына ҡарап теллурлы (ерҙәге) һәм метеоритлы (йыһандағы) С.т. айырыла. Теллурлы С.т. куб сингонияһында кристаллана, кристалдары һирәк....

СӘЛИХОВ Делир Нурзада улы

СӘЛИХОВ Делир Нурзада улы (17.6.1938, Сталинабад ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1998). Тажик университетын тамамлаған (1960, Сталинабад ҡ.). 1961—2021 йй. Геология институтында: 1982—2008 йй. магматизм лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992—2007 йй. фәнни эштәр буйынса директор...

СЕРАВКИН Игорь Борисович

СЕРАВКИН Игорь Борисович (8.6.1935, Воронеж ҡ. — 4.1.2021, Өфө ҡ.), инженер‑геолог- разведкалаусы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). Воронеж университетын тамамлаған (1959). 1962 й. алып Геология институтында: геохимия һәм мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһының өлкән лаборанты, 1971 й. башлап...

СЕРАФИМОВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

СЕРАФИМОВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, респ. көнбайыш өлөшөндә Туймазы р-ны терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ Татар көмбәҙенең төньяҡ-көнбайыш киңлектәге антиклиналь ҡалҡыулығына тура килә. Оҙонлоғо 34 км, киңлеге 16 км. Ятыштары көмбәҙле, структуралы, структуралы-литологик. Бобрик горизонтының терриген ҡатламдары,...

СЕРГЕЕВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

СЕРГЕЕВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, респ. үҙәк өлөшөндә Өфө р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Благовещен уйпатлығы сиктәрендә, аҫҡы таш күмер һәм өҫкө девон ултырмалары буйлап Аҡтаныш‑Шишмә бөгөлөнөң борт өлөшө сиктәрендә урынлашҡан. Грабенға оҡшаш Сергей‑Дим бөгөлөнә тура килә. Оҙонлоғо 65 км, киңлеге 7,5—8,5 км....

СЕРНОВОД‑АБДУЛЛА БӨГӨЛӨ

СЕРНОВОД‑АБДУЛЛА БӨГӨЛӨ, С е р н о в о д ‑ А б д у л л а  у й п а т л ы ғ ы, С е р н о в о д ‑ А б д у л л а  а в л а к о г е н ы, Волга‑Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәле кире тектоник структураһы. И.С.Огаринов (1957) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Субкиңлек йүнәлешле. БР‑ҙа С.‑А.б. төп өлөшө үҫешкән....

СЕРПУХОВ ЯРУСЫ

СЕРПУХОВ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Визе ярусында ята, башҡорт ярусы м‑н ҡаплана. С.Н.Никитин тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Серпухов ҡ. исеме м‑н аталған. БР‑ҙа диңгеҙҙәге карбонат һәм терриген‑карбонат ултырмаларынан тора. Ылымыҡтар, фораминиферҙар, мәрйендәр, брахиоподтар,...

СИБАЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

СИБАЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Магнитогорск мегасинклинорийы көнбайыш битләүенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 3 участканан, йәки ятҡылыҡтан тора (төньяҡтан көньяҡҡа табан): Иҫке Сибай (1913 й. һоро тимер мәғдәне ер өҫтөнә сығып ятҡан урында асыла), Яңы Сибай (1939) һәм Һуҡыр ятыш (1952). Ятҡылыҡ риолит‑базальт...

СКВАЖИНА

СКВАЖИНА, файҙалы ҡаҙылмаларҙы разведкалау һәм сығарыу, тау тоҡомдарының составын, төҙөлөшөн, үҙсәнлектәрен өйрәнеү, шартлатыу эштәрен башҡарыу өсөн Ер ҡабығында быраулау инструменты м‑н үткәрелгән цилиндрик яһалма көпшә. Тамағынан (ер өҫтөнә сығыу урыны), забойҙан (төбө), шахта үҙәгенән һәм башҡа элементтарҙан...

СКВАЖИНАЛАРҘЫ ГЕОФИЗИК ТИКШЕРЕҮ

СКВАЖИНАЛАРҘЫ ГЕОФИЗИК ТИКШЕРЕҮ киҫелештең геол. төҙөлөшөн өйрәнеү, ятҡылыҡ үҙләштереүҙе контролдә тотоу, скважинаның техник торошон баһалау һ.б. өсөн скважинала тәбиғи йәки яһалма физик ҡырҙарҙың параметрҙарын үлсәүгә нигеҙләнә. Электр, магнит, радиоактив, термик, акустик, сейсмик, механик һ.б. ысулдар...

СНАЧЁВ Владимир Иванович

СНАЧЁВ Владимир Иванович (8.11.1955, Людиново ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (2012). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Геология институтында эшләй: инженер, 1985 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 1997 й. —...

СОЛТАНОВ Шамил Хәниф улы

СОЛТАНОВ Шамил Хәниф улы (30.8.1974, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА профессоры (2016), техник фәндәр докторы (2009), профессор (2018). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1996) Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда, 2004 й. алып БР ФА‑ның Нефттең химик механикаһы үҙәгендә өлкән ғилми хеҙмәткәр,...

СОПКО Павел Филиппович

СОПКО Павел Филиппович (3.7.1918, Псков губ. Великие Луки ҡ. — 28.11. 1983, Өфө), тау инженеры. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1968). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү геол.- разведка ин‑тын тамамлаған (1940). 1944 й. алып Мәскәү геол.‑разведка ин‑тының геол. партияһы...

СОРАН СВИТАҺЫ

СОРАН СВИТАҺЫ, аҫҡы рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. А.И.Иванов тарафынан айырып күрһәтелә (1937). Ултырмалар Иванов (1937, 1956), О.П.Горяинова (1940), В.И.Козлов (1989) һ.б. тарафынан тасуирлана. С.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийының күсәр яны зонаһында (Кесе Ямантау, Ҡараташ, Юша, Юрматау...

СОРАН ФЛЮОРИТ ЯТҠЫЛЫҒЫ

СОРАН ФЛЮОРИТ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Белорет р‑нында Инйәр й. һул ярында урынлашҡан. 1980 й. Н.Н.Ларинов тарафынан асыла, эҙләнеү һәм разведка 1987—98 йй. үткәрелә. Башҡорт мегантиклинорийында ята. Генезисы б‑са түбән т‑ралы гидротермаль-метасоматик типҡа ҡарай. Плавик шпаты мәғдәнләнеү Соран төбәк һынылышы зонаһында...

СТРАТИГРАФИЯ

СТРАТИГРАФИЯ (лат. stratum — ҡатлам һәм ...графия), геологияның ер ҡабығында геол. есемдәрҙең эҙмә‑эҙ формалашыуын һәм уларҙың киңлек һәм ваҡыт нисбәттәрен өйрәнеүсе бүлеге. С. төп бурысы — стратондарҙың (тау тоҡомдары ҡатламдарының нормаль ҡатлауланышы нигеҙендә айырылған стратиграфик бүлексәләре)...