Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УҠЫТЫУСЫЛАР СЕМИНАРИЯЛАРЫ

УҠЫТЫУСЫЛАР СЕМИНАРИЯЛАРЫ, Рәсәйҙә башланғыс мәктәп уҡытыусылары әҙерләгән ябыҡ типтағы урта проф. уҡыу йорттары. Уҡытыусылар семинариялары тураһындағы положениеға (1870) ярашлы ойошторолған. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булған. Ҡаҙна, земстволар, айырым кешеләрҙең аҡсаһына тотолған. 15—16...

УҠЫТЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ

УҠЫТЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ, пед. йәмәғәтселектең ойошоу формаһы. Рәсәйҙә революцияға (1917) тиклем Халыҡ мәғарифы министрлығының “Башланғыс халыҡ училищеларында уҡыусылар съездары тураһындағы ваҡытлы ҡағиҙәләр”енә (1899) ярашлы үткәрелгән. Беренсе Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы Мәскәүҙә 1872 й. була. Өфө...

УҠЫУ‑КҮНЕКМӘЛӘР ҮҘӘГЕ №464

УҠЫУ‑КҮНЕКМӘЛӘР ҮҘӘГЕ №464. 77210‑сы хәрби часть эргәһендә урынлашҡан (Өфө). 1989 й. СССР Хәрби һауа көстәренең 219‑сы спорт клубы булараҡ асыла, 1998 й. алып Рәсәй Хәрби һауа көстәренең 464‑се физик культура һәм спорт уҡыу‑күнекмәләр үҙәге. 2 тренажёр залы (18х18 м), ҡаршылыҡтар һыҙығы (110 м), волейбол...

УҠЫУ‑УҠЫТЫУ ОКРУГТАРЫ

УҠЫУ‑УҠЫТЫУ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә бер нисә губернаның уҡыу йорттарынан урындағы идара системаһын ойошторған уҡытыу‑адм. бүлексәләр. “Халыҡ мәғарифының яҡынса ҡағиҙәләре”нә (1803) ярашлы булдырыла. 6 У.‑у.о. билдәле, 20 б. башында — 12. Университеттар эргәһендәге училище ком‑ттары, 1835 й. алып Халыҡ мәғарифы...

УЛАҠ I, археологик ҡомартҡыһы

УЛАҠ I, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се ярт. — ш. уҡ мең йыллыҡтың уртаһына ҡарай. Баймаҡ р‑ны Байыш а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Улаҡ шишмәһенең (Оло Урғаҙа й. ҡушылдығы) уң ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. 1996 й. Н.С.Савельев тарафынан...

УЛЕНДЕЕВА Анна Дмитриевна

УЛЕНДЕЕВА Анна Дмитриевна (17.8.1941, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кривой Ключ ҡсб), химик‑ технолог. Химия ф. д‑ры (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1965). 1959 й. алып Салауат икмәк з‑дында, 1963 й. — 18‑се комб‑тта (Салауат ҡ.) эшләй; 1965—2006 йй. Органик химия ин‑тында: 1980 й. башлап өлкән, 2000 й. — төп...

УЛИЦКАЯ Людмила Евгеньевна

УЛИЦКАЯ Людмила Евгеньевна (21.2.1943, Дәүләкән ҡ.), яҙыусы, сценарист. МДУ‑ны тамамлаған (1967). 1960—62 йй. СССР Мед. ФА‑ның Педиатрия ин‑тында, 1967—69 йй. СССР ФА‑ның Дөйөм генетика ин‑тында (икеһе лә — Мәскәү) эшләй. У. ижады донъяға үҙенсәлекле ҡарашы, кеше тәбиғәтен нескә тасуирлауы м‑н айырылып...

УЛОЖЕННЫЙ КОМИССИЯ

УЛОЖЕННЫЙ КОМИССИЯ, Я ң ы У л о ж е н и е п р о е к т ы н т ө ҙ ө ү к о м и с с и я һ ы, Собор уложениеһы сыҡҡандан һуң ғәмәлгә ингән Рәсәй империяһы ҡанундарын кодификациялау өсөн 1767—69 йй. булған Юғары Сенат ҡарамағындағы учреждение. Императрица Екатерина II 1766 й. 14 дек. манифесы м‑н булдырыла....

УЛТЫРАҠ ТОРМОШ

УЛТЫРАҠ ТОРМОШ, хужалыҡ итеү (башлыса игенселек) йәки етештереү (һөнәрселек) барышында оҙаҡ ваҡыт йәшәү урынын алмаштырмай бер терр‑яла йәшәгән халыҡтың йәшәү рәүеше. Кешенең төрлө тәбиғәт шарттарында таралып ултырыуы һәм ҙур терр‑яларҙы үҙләштереүе төрлө күсеп йөрөү м‑н үҫешкән хужалыҡ‑мәҙәни типтар...

УЛТЫРМА

УЛТЫРМА, к и с у л т ы р ы у, башҡорттарҙа йәш ҡыҙ һәм ҡатындарҙың бергә йыйылып күмәкләп эш эшләү һәм ял итеү өсөн үткәргән традицион йолаһы. У., ғәҙәттә, эш көндәрендә берәй ҡатындың (яңғыҙ йәки ире өйҙә булмағанда) өйөндә ҡул эше м‑н шөғөлләнеү (ҡара: Сигеү, Бәйләү), традицион йыһаз кәрәк‑ярағы эшләү,...

УЛТЫРМАЛАР

УЛТЫРМАЛАР (геол.), боронғо ултырма ҡатламдар (тау тоҡомдары) һәм хәҙ. кәүшәк ултырма тоҡомдар. Термин тоҡомдар комплексының стратиграфияһын йәки йәшен билдәләү (мәҫ., өфө ярусы У.), уларҙа булған файҙалы ҡаҙылмаларҙы теркәү (нефтле, күмерле У.), барлыҡҡа килеү ысулын (аллювиаль, күл, ел У.) күрһәтеү...

УЛТЫРТЫЛҒАН ЙЫРЫН‑ҺЫҘА АҒАСТАРЫ

УЛТЫРТЫЛҒАН ЙЫРЫН‑ҺЫҘА АҒАСТАРЫ, эрозия процестарының артабанғы үҫешенә юл ҡуймау өсөн булдырылған һаҡлағыс урман ағастары. У.й.‑һ.а. тупраҡты нығыта, уның йыуылыуына юл ҡуймай, ҡар иреүҙе һәм ер өҫтө аҡмаһын көйләй, йырындарҙың үҫемлектәр м‑н тәбиғи ҡапланыуына һәм файҙаланылмаған ерҙәрҙе хужалыҡ әйләнешенә...

УЛУС

УЛУС, Монгол империяһы, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы һ.б. дәүләттәр составында адм.‑терр. берәмек. У. башында улусбәк йәки әмир торған. Башҡортостан Монгол империяһына ингән осорҙа уның терр‑яһы Жуси У.; Алтын Урҙала — Батый хан У. (Волга й. алып Яйыҡ й. тиклем) һәм Шәүбән хан У. (Яйыҡтан...

УЛУС ИДАРАҺЫ

УЛУС ИДАРАҺЫ, Рәсәйҙә улустарҙа крәҫтиән идаралығының башҡарма органы (ҡара: Урындағы үҙидара). 1861 й. 19 февр. “Крепостной бойондороҡлоҡтан сыҡҡан крәҫтиәндәр тураһында дөйөм положение”ға ярашлы (тәүҙә 1797 й. — удел крәҫтиәндәре, 1838 й. дәүләт крәҫтиәндәре м‑н идара итеү өсөн индерелгән), Крәҫтиән...

УЛУС СУДЫ

УЛУС СУДЫ, 1861—1917 йй. Рәсәйҙә крәҫтиән суды органы. Башҡортостанда “Башҡорттар тураһында положение”ға ярашлы булдырылған. “Улус суды тураһында ваҡытлы ҡағиҙәләр”гә ярашлы 1889 й. һәм 1912 й. үҙгәртелгән. Улус сходы тарафынан 4—12 судья 1 йылға һайлап ҡуйылған (1889 й. башлап 3 йылға). У.с. ағзалары...

УЛУС СХОДЫ

УЛУС СХОДЫ, Рәсәйҙә улустарҙағы крәҫтиәндәр идараһының бойороҡ биргән органы (ҡара: Урындағы үҙидара). 1861 й. 19 февр. “Крепостной бойондороҡлоҡтан сыҡҡан крәҫтиәндәр тураһында дөйөм положение”ға ярашлы (тәүҙә 1797 й. — удел крәҫтиәндәре, 1838 й. дәүләт крәҫтиәндәре м‑н идара итеү өсөн индерелгән)...

УЛУС, 11 б. — 20 б. башында Рәсәйҙә адм.‑терр. берәмек

УЛУС, 11 б. — 20 б. башында Рәсәйҙә адм.‑терр. берәмек; ауыл халҡының үҙ‑ара ойошоу формаһы. 13—16 бб. У. дәүләт, батша һарайы, баяр, монастырь биләмәләрендә булған. Реформалар (19 б. 60—80‑се йй.) ваҡытында һәр У. улус идаралары, улус судтары һәм улус сходтары булдырылған. Башҡортостанда У. Рәсәйгә...

УЛЬТРАТАУЫШ ДИАГНОСТИКАҺЫ

УЛЬТРАТАУЫШ ДИАГНОСТИКАҺЫ, организмды ультратауыш техникаһы ҡулланып тикшереү. Анатомик дефекттарҙы, ят есемдәрҙе, шештәрҙе, травмаларҙы һ.б. асыҡлай. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы (бауыр, үт ҡыуығы, ашҡаҙан аҫты биҙе һ.б.), кесе янбаш (аналыҡ, түллек) ағзалары, ҡалҡан биҙе, һөт биҙҙәре, яралғы һ.б. төр У.д. айырыла....

УЛЬТРАТАУЫШ ТЕХНИКАҺЫ

УЛЬТРАТАУЫШ ТЕХНИКАҺЫ, ультратауыш тулҡындарын (18 кГц алып 1 ГГц тиклем йышлыҡтағы ҡайталыусан тирбәлеүҙәр) генерациялау, тапшырыу, ҡабул итеү һәм эшкәртеү өсөн ҡоролмалар һәм приборҙар. У.т. объектҡа йоғонто яһауының схемаһы (туранан‑тура, технологик мөхит аша, ҡатнаш юл м‑н), конструкцияһы (автоматлаштырылған...

УЛЬЯНОВ Илья Иванович

УЛЬЯНОВ Илья Иванович (яҡынса 1744 й. — 1775, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ., хәҙ. Палдиски ҡ., Эстония), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казагы. 1773 й. нояб. аҙ. Пугачёв тарафынан артиллерия орудиелары һәм боеприпастар етештереү һәм ебәреүҙе ойошторор өсөн...