Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТАЛЛ БУЛМАҒАН ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР

Просмотров: 1940

МЕТАЛЛ БУЛМАҒАН ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР, тәбиғи рәүештә йәки эшкәртелгәндән һуң сәнәғәттә һәм төҙөлөштә, шулай уҡ уларҙан металл булмаған элементтар йәки уларҙың берләшмәләрен алыу өсөн ҡулланылған мәғдән булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, янмай торған ҡаты тау тоҡомдары һәм минералдар. Металл һәм металл булмаған файҙалы ҡаҙылмаларҙы айырыу сиге шартлы; РФ‑та алюмин, бериллий һәм титан мәғдәндәре — металл файҙалы ҡаҙылмаларға, ҡайһы бер илдәрҙә М.б.ф.ҡ. индерелә; барий, бор, мышаяҡ, селен һәм стронций мәғдәндәрен ҡайһы бер белгестәр металл файҙалы ҡаҙылмалар, икенселәре М.б.ф.ҡ. тип иҫәпләй. Ҡулланыу үҙенсәлектәре буйынса М.б.ф.ҡ. 3 төркөмгә бүленә: бор, иод, фтор, көкөрт, фосфор һ.б., уларҙың берләшмәләрен алыу өсөн тау химияһы сеймалы: апатит, борат, нефелин, сода, фосфорит һ.б.; сәнәғәт минералдарын алыу өсөн индустриаль сеймал: алмас, асбест, графит, зөбәржәт, корунд, слюда, флюорит һ.б.; сәнәғәттә ҡулланылған тау тоҡомдары: төҙөлөш материалдары йәки уларҙы алыу өсөн сеймал булып торған (цемент, быяла, бетонды тығыҙлағыстар һ.б.) базальт, балсыҡ, ҡом, гранит, ҡырсын, доломит, эзбизташ һ.б. Ҡайһы бер төрҙәре төркөмдәр араһында сиктәш урынды биләй (барит мәғдәндәре — тығыҙлығы һәм аҡлығы юғары булған барит сәнәғәт минералы сығанағы аҡ буяу эшләп сығарыуҙа, резина, ҡағыҙ һ.б. етештереүҙә файҙаланыла, бер үк ваҡытта барий сығанағы булып тора). Милли иҡтисадта ҡулланыу буйынса М.б.ф.ҡ. бүленгән классификацияһына 20‑нән ашыу төркөм — химия, керамика, быяла производствоһы, бәйләүес матдәләр алыу, атом сәнәғәте, радиотехника өсөн сеймал; флюстар, утҡа сыҙамлы материалдар, өҫтәмәләр һ.б. инә. М.б.ф.ҡ. ҡайһы бер төрҙәрен бер юлы бер нисә төркөмгә индерәләр (эзбизташ — керамика һәм быяла производствоһы, бәйләүес матдәләр алыу өсөн сеймал һәм бер үк ваҡытта флюс, төҙөлөш һәм йөҙләү ташы, кварцит — утҡа сыҙамлы материалдар, химик саф кремнезём етештереү өсөн сеймал һәм йөҙләү ташы). Сығарылған М.б.ф.ҡ. хаҡы һәм уларҙы сығарыу үҫеше темпы металл сеймалына ҡарағанда байтаҡҡа юғары. Ҡайһы бер металл изделиеларҙы металл булмағандар менән алмаштырыу тенденцияһы бар (ҡорос урынына керамика һ.б.); М.б.ф.ҡ. өсөн бер‑береһен алмаштырыу хас (тальк тултырғыс каолинит һәм пирофиллит менән алмаштырыла ала). Ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙағы сеймал үҙенсәлекле, шуға күрә ул махсус техник шарттар ярҙамында сығарыла.

  БР‑ҙа М.б.ф.ҡ. төрлө ятҡылыҡтары разведкаланған. Республиканың платформа өлөшөндә эзбизташ, доломит, гипс, төҙөлөш балсығы һәм ҡомо, ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы киң таралған; шулай уҡ таш тоҙ, марганецлы эзбизташ, фосфорит осрай. “Башҡортостан сода компанияһы” ААЙ тарафынан үҙләштерелгән Шәкетау ятҡылығының эзбизташтары ҙур әһәмиәткә эйә. Көңгөр ярусы гипстары [Һәләүек (Ишембай районы), Оло Теләк (Иглин районы) һ.б. ятҡылыҡтар] төҙөлөш эшендә, медицинала ҡулланыла. Неоген‑дүртенсел осор йәшендәге төҙөлөш балсыҡтары — кирбес, цемент етештереүҙә, ә һоро күмер ятҡылыҡтарының миоцен ҡатлауҙары менән бәйле булған утҡа сыҙамлы материалдар һауыт‑һаба, утҡа сыҙамлы кирбес һәм йөҙләү плиткаһы етештереүҙә файҙаланыла. Таш тоҙ ятҡылыҡтары араһында иң ҙуры булып “Башҡортостан сода компанияһы” ААЙ тарафынан үҙләштерелгән Яр‑Бишҡаҙаҡ ятҡылығы (Ишембай районы) һанала. Ҙур таш тоҙ ятыштары шулай уҡ Иглин районында табылған. Шунда уҡ Оло Теләк мәғдән узелы урынлашҡан, ул шул уҡ исемле ятҡылыҡты һәм бер нисә марганецлы эзбизташ сығанағын (ҡара металлургия өсөн юғары сифатлы флюс һәм химия сәнәғәте өсөн сеймал) үҙ эсенә ала. Республиканың таулы өлөшөндә флюорит (Соран), барит (Күжә), магнезит (Исмаҡай), кварцит (Йәндек, Кирәл, Малиновая һ.б.), химик саф кварц (Ҡарайән һәм Яңы Троицк), төҙөлөш ташы, түбә һәүерташы (Лысогорка), мәрмәр эзбизташы (Инйәр һ.б.), минераль тимер оксидлы пигмент (Туҡан) ятҡылыҡтары билдәле. Башҡортостандың Урал аръяғында флюс (Төйәләҫ һ.б.) һәм цемент (Әлмөхәмәт, Йәнгел) эзбизташтары, төҙөлөш һәм йөҙләү ташы: диорит (Саңғалыҡ), гранит (Мансур һәм Ташморон), долерит (Төньяҡ Боҫҡон); габбро (Олобейек, Шратау, Йәнйегет), пирофиллит (Күлйортау), тальк (Кузьма‑Демьяновка һ.б.), асбест (Әбделҡасим һ.б.), биҙәү ташы (йәшмә, серпентинит, родонит, лиственит һәм нефрит) ятҡылыҡтары, трепел һәм опока ятыштары табылған. Базальт ҡатлауҙары минераль мамыҡ етештереү өсөн яраҡлы. Шулай уҡ ҡара: Файҙалы ҡаҙылмалар.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: