Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФОТОХИМИЯ

ФОТОХИМИЯ, химияның матдәләрҙең яҡын УФ (яҡынса 100—400 нм) һәм инфраҡыҙыл (0,8—1,5 мкм), күренгән (400—800 нм) нурҙарҙы йотҡандағы әүерелеүҙәрен өйрәнгән бүлеге. Оптика, фотофизика, химик кинетика, квант химияһы, молекулаларҙың төҙөлөшө теорияһы һәм физик химияның башҡа бүлектәре м‑н тығыҙ бәйле. Бәләкәй...

ФОТОСӘНҒӘТ

ФОТОСӘНҒӘТ, әҫәрҙәре фотоға төшөрөү юлы м‑н ижад ителгән художестволы ижад төрө. Ф. документаль һәм ҡулланма (плакатта, китап графикаһында, рекламала һ.б. ҡулланыла), художестволы фотография төрҙәренә бүленә. Башҡорт йәйләүҙәрен кәүҙәләндергән, ш. уҡ Өфө өйәҙендә төшөрөлгән боронғо, иң тәүге фотографиялар...

ФОТОРЕДУКЦИЯЛАУСЫ ПЛЁНКАЛАР

ФОТОРЕДУКЦИЯЛАУСЫ ПЛЁНКАЛАР, УФ‑нурланышты инфраҡыҙылға әйләндереү өсөн люминофорлы полимер плёнкалар (ҡара: Полимерҙарға химикат‑өҫтәмәләр, Люминесценция). Фотосинтез тиҙлеге йәшел төҫкә төшөүсе яҡтылыҡ тулҡынының оҙонлоғона бәйле булғанға, әүерелгән нурланыштың өҫтәмә миҡдары (иң юғары эффект 600—...

ФОТОРӘССАМДАР СОЮЗЫ

ФОТОРӘССАМДАР СОЮЗЫ, БР‑ҙағы ижади берекмә. 1992 й. Өфөлә ойошторола. Төп маҡсаттары һәм бурыстары — БР‑ҙа фото сәнғәте үҫешенә, уның художество‑эстетик потенциалын, ижт. әһәмиәтлелеген күтәреүгә, Союз ағзаларының соц.-хоҡуҡи һәм проф. ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡлауға булышлыҡ итеү. ФРС документаль һәм художестволы...

ФОСФОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

ФОСФОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, фосфор атомы туранан‑тура углерод атомы йәки гетероатом (азот, кислород, көкөрт һ.б.) аша бәйләнгән органик берләшмәләр. Тере организмдарҙа нуклеин кислоталары, нуклеотидтар, моно‑ һәм дифосфорлаштырылған шәкәрҙәр, нуклеозидмоноциклофосфаттар, глицеро‑ һәм сфингофосфолипидтар,...

ФОСФОРЛЫ АШЛАМАЛАР

ФОСФОРЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн фосфор сығанағы булараҡ ҡулланылған органик һәм минераль берләшмәләр. Ф.а. етештереү өсөн башланғыс сеймал — апатиттар һәм фосфориттар. Ф.а. сифатында ш. уҡ органик матдәләр (тиреҫ, фосфатшлак, һөйәк оно һ.б.) файҙаланыла. Ф.а. һыуҙа (аммофос, диаммофос,...

ФОСФОРИТТАР

ФОСФОРИТТАР, 10%‑тан ашыу апатит төркөмө фосфаттарынан торған экзоген тау тоҡомдары. Составына балсыҡлы, саҡматашлы, карбонатлы материалдарҙың ҡушылмалары, глауконит, кварц һ.б. инә. Ултырма Ф. ҡатлаулы, массив, төйөрлө, бөртөклө, ҡырсынташлы текстуралар, һоро төҫ (органик матдәләр иҫәбенә) хас. Фосфаттар...

ФОСФОР КИСЛОТАЛАРЫ

ФОСФОР КИСЛОТАЛАРЫ, +1-ҙән алып +5‑кә тиклем окисланған дәрәжәле фосфорҙың кислородлы к‑талары. XYP(O) OH (X, Y — кислород, фосфор, водород атомдары йәки органик радикал) структура берәмектәренән тора (ҡара: Фосфорорганик берләшмәләр). Уларға ш. уҡ юғары фосфор к‑талары инә (ҡара: Органик булмаған пероксидтар)....

ФОСФОР

ФОСФОР (Phosphorus), P, Д.И. Менделеев периодик системаһының V төркөм химик элементы. Тотороҡло изотобыбар. Тәбиғәттә фосфаттар сифатында осрай (200‑гә яҡын минерал). Аҡ, ҡыҙыл (уртаса тотороҡло; диэлектриктар), ҡара (тотороҡло; ярым үткәргес, 8,6•1010 Па юғарыраҡ баҫымда — үткәргес, 4,7—10 К түбәнерәк...

ФОСФОГИПС

ФОСФОГИПС, дигидрат ысулы м‑н етештерелгән экстракцион фосфор кислотаһы ҡалдығы. Апатиттар һәм фосфориттарҙы тарҡалмаған фосфаттар, фосфор к‑таһы, балсыҡлы һәм һыуҙа эреүсән фторлы берләшмәләр, ауыр металдар ҡушылмалары м‑н көкөрт к‑таһында тарҡатҡанда барлыҡҡа килгән көлһыу аҡ төҫтәге онтаҡ (к‑таның...

ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, формальдегид нигеҙендәге олигомер продукттар. Икенсе компонент тибына бәйле амин-(амид)‑, (анилин‑, гуанамин‑, дициандиамид‑, меламин‑, мочевина‑) һәм фенол‑ (саф фенол‑, ш. уҡ крезол‑, резорцин‑); ш. уҡ ҡатнаш (гуанамин-мочевина‑, гуанамин-меламин‑, фенол‑анилин-, фенол-ксиленол‑,...

ФОНЕТИКА

ФОНЕТИКА (гр. phōnētikós — өнлө, тауышлы), телдең өн системаһын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Ф. телдең тәғәйенләнешен, телмәр аппараты ағзаларының эшен, өндәр яһалышының урынын һәм ысулдарын, ш. уҡ акустик характеристикаһын, көсөн, тембрын, һуҙылыуын һ.б. өйрәнә. Өн күренештәре һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе...

ФОНДТАР

ФОНДТАР, 1) билдәле маҡсаттарға тәғәйенләнгән аҡса йәки матди средстволар; 2) ағзалары булмаған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (ҡара: Йәмәғәт фонды). Макроиҡтисади кимәлдә иҡтисадтың яңыртып етештереү потенциалын баһалау өсөн тупланыу (милли килемдең тотонолмай торған һәм төп капиталды арттырыу өсөн...

ФОМИЧЁВ, Өфө р‑нындағы ауыл

ФОМИЧЁВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 36 км һәм Өршәк т. юл ст. К.-Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 160 кеше; 1920 — 236; 1939 — 449; 1959 — 218; 1989 — 118; 2002 — 211; 2010 — 234 кеше. Урыҫтар, украиндар, татарҙар, мордвалар йәшәй (2002). Ауылға...

ФОМИЧЁВ Константин Николаевич

ФОМИЧЁВ Константин Николаевич (30.8.1977, Өфө), спортсы. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). БДПИ‑ны тамамлаған (2000). Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары...

ФОМИТОПСИС

ФОМИТОПСИС (Fomitopsis), базидиомицеттар класының афиллофор һымаҡтар тәртибенә ҡараған бәшмәктәр заты. Бер нисә тиҫтә төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа яҡынса 5 төрө бар. Емешлек тәндәре күп йыллыҡ, йәйенке йәки йәйенке-ҡайтарылмалы, ултырма, тояҡ формаһында, ҡалын, һирәгерәк нескә (ҡалынлығы яҡынса...

ФОМИНА Елизавета Владимировна

ФОМИНА Елизавета Владимировна (20.9.1938, Полоцк ҡ.— 7.11.2012 БР‑ҙың Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а.), педагог. БР‑ҙың халыҡ уҡытыусыһы (2008), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1987), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Хәйбулла р‑нының Ивановка урта мәктәбе уҡытыусыһы,...

ФОМИНА Елена Юрьевна

ФОМИНА Елена Юрьевна (29.4.1972, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1997) артисы. А.Я.Ваганова ис. Рус балеты акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1990, педагогы И.Б.Зубковская; 2008, педагогы И.А.Трофимова, һөнәре “педагог‑балетмейстер”). 1990 й. алып БДОБТ солисы, 2015 й. башлап педагог‑репетиторы....

ФОМИН Вадим Александрович

ФОМИН Вадим Александрович (13.2. 1949, Дондағы Ростов ҡ.), спортсы. Иҡт. ф. канд. (1985). Саңғы ярышы б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1981). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). ӨАИ‑ны тамамлаған (1973). ӨНИ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.А.Зәйнетдинов). Донъя (1995 й. — 30 км; 2000 й. — 50 км; 2006...

ФОМЕНКОВ Михаил Петрович

ФОМЕНКОВ Михаил Петрович (5.11.1924, Өфө — 22.1.2004, шунда уҡ), хор дирижёры, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (1978). Проф. (1988). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. муз. уч‑щеһын (1948; О.М.Райцын класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү,...