Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОЛО ЫҠТАМАҠ, ауыл, Мәсетле р‑нының үҙәге

ОЛО ЫҠТАМАҠ, О л о Ш и г ә л е, О л о Ш и ҙә л е, ауыл, Мәсетле р‑нының (1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Оло Ыҡтамаҡ а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнс. 283 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 126 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында, Кропачёв—Мәсәғүт—Әшит автомобиль юлында урынлашҡан....

ОЛО ЫҠТАМАҠ ЛИЦЕЙЫ №1

ОЛО ЫҠТАМАҠ ЛИЦЕЙЫ №1, Мәсетле р‑нында урынлашҡан. 1873 й. 2 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1913 й. алып 4 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1920 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1929 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1939 й. — 1‑се урта мәктәп, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Ҡотош, Һөләймән, Теләш аа....

ОЛО ЫЙЫҠ, йылға

ОЛО ЫЙЫҠ, йылға, Әй й. уң ҡушылдығы. Әҙәм һыртының (Силәбе өлк.) көнбайыш битләүендә башлана. Силәбе өлк., БР‑ҙың Балаҡатай, Мәсетле р‑ндары буйлап көнсығыштан көнбайышҡа табан аға һәм Әй й. (тамағынан 138 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 108 км, басс. майҙаны 1460 км2, дөйөм түбәнәйеүе 260 м. Башлыса ҡар...

ОЛО ШУҠШАН, Борай р‑нындағы ауыл

ОЛО ШУҠШАН, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 86 км алыҫлыҡта Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 521 кеше; 1920 — 582; 1939 — 373; 1959 — 441; 1989 — 258; 2002 — 229; 2010 — 188 кеше. Мариҙар...

ОЛО ШИҘЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл

ОЛО ШИҘЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Баш-Шиҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 10 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Шиҙе й. (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 636 кеше; 1920 — 932; 1939 — 835; 1959 — 610; 1989 — 512; 2002 — 451; 2010 — 456 кеше. Мариҙар йәшәй...

ОЛО ШЕЛОМ, тау түбәһе

ОЛО ШЕЛОМ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы бейеклеге б‑са өсөнсө тау түбәһе, Егәлгә һыртының иң бейек нөктәһе. Белорет р‑нында ята. Абс. бейеклеге — 1427 м, оҙонлоғо — яҡынса 3 км, киңлеге — 2,2 км. Рельефында 900 м бейеклеккә тиклем һөҙәк тау итәктәре, 1000 м бейегерәк — тар текә битләүҙәр, 1400 м...

ОЛО ШАҘЫ, Мишкә р‑нындағы ауыл

 ОЛО ШАҘЫ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Шаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 122 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2334 кеше; 1920 — 2184; 1939 — 1604; 1959 — 967; 1989 — 710; 2002 — 626; 2010 — 533 кеше. Башҡорттар...

ОЛО ШАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ

ОЛО ШАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Мишкә р‑нында урынлашҡан. 1923 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1934 й. крәҫтиән йәштәре мәктәбе м‑н берләштерелгәндән һуң тулы булмаған урта мәктәп, 1938 й. хәҙ. статусын ала. 2004 й. А.Карнай исеме бирелә. Китапханаһы, компьютер класы, спорт залы, интернаты, хәрби һәм...

ОЛО ЧЕРНИГОВ РАЙОНЫ

ОЛО ЧЕРНИГОВ РАЙОНЫ, Һамар өлкәһенең көньяғында урынлашҡан. 1935 й. ойошторолған. Майҙа‑ ны — 2980 км2. Адм. үҙәге — Оло Чернигов ауылы. Районда 9 ауыл советы, 34 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 18,3 мең кеше (2010), ш. иҫ. башҡорттар (ҡара: Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң...

ОЛО ҺҮРӘМ, йылға

ОЛО ҺҮРӘМ, йылға, Оло Эйек й. һул ҡушылдығы. Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығышында башлана. БР‑ҙың Йылайыр, Ейәнсура р‑ндары, Ырымбур өлк. буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға һәм Оло Эйек й. (тамағынан 58 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 92,6 км, басс. майҙаны 1545 км2. Башлыса ҡар һыуы...

ОЛО ҮТӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ОЛО ҮТӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем‑Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 46 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Тәпәреш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 317 кеше; 1920 — 434; 1939 — 621; 1959 — 416; 1989 — 248; 2002 — 213; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ОЛО УРҒАҘА, йылға

ОЛО УРҒАҘА, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Ирәндек һыртының көнсығыш битләүенән башлана. БР‑ҙың Баймаҡ, Хәйбулла р‑ндары, Ырымбур өлк. терр‑ялары буйлап төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа табан аға һәм Урал й. (тамағынан 1885 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 87 км, басс. майҙаны 1890 км2. Башлыса ҡар һыуы...

ОЛО УРАЛ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ

ОЛО УРАЛ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ, баҫымһыҙ һәм баҫымлы ҡабыҡ‑блок (ҡатлам‑блок һәм ҡатлам) һыуҙарын үҙ эсенә ала, Таймыр‑Урал ҡабыҡ (юлаҡ‑блок, ҡатлам‑блок һәм ҡатлам) һыуҙары бассейндары системаһының беренсе дәрәжәле бассейны. Көньяҡ Уралдың таулы‑йыйырсыҡлы өлкәһе һәм көнсығыш битләүе инә (ҡара: Гидрогеологик...

ОЛО ТУҒАНАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ОЛО ТУҒАНАЙ, П е ч ё н к и н о, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Төлдө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 68 км алыҫлыҡта Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 614 кеше; 1920 — 619; 1939 — 547; 1959 — 540; 1989 — 299; 2002 — 336; 2010 — 314 кеше....

ОЛО ТИГӘНӘЛЕ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ОЛО ТИГӘНӘЛЕ ҠӘБЕРЛЕГЕ, 8—9 бб. археологик ҡомартҡыһы. ТР‑ҙың Алексеевский р‑ны Оло Тигәнәле а. янында урынлашҡан. 1974 й. асыла һәм 1974—75 йй. Ҡазан ун‑ты экспедицияһы (етәкс. Е.А.Халиҡова) тарафынан өйрәнелә, 1979— 82 йй. А.Х.Халиҡов өйрәнә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай, 140 ҡәбер өйрәнелгән. Мәрхүмдәр...

ОЛО ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл

ОЛО ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Мәзиткүл һәм Теңкәш күле эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 972 кеше; 1920 — 905; 1939 — 819; 1959 — 614; 1989 — 416; 2002 — 326; 2010 — 320 кеше. Татарҙар йәшәй...

ОЛО ТЕЛӘК, Иглин р‑нындағы ауыл

Ауылға 19 б. аҙ. Өфө өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын төҙөгән ваҡытта Тимер юл ст. ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 7 йортта 50 кеше йәшәгән. 2002 й. Оло Теләккә 20 б. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Ҡыҙыл Октябрь/Октябрьский ҡасабаһы (А.Н.Антышевтың тыуған яғы) ҡушылған. 1939—56 йй. — Оло...

ОЛО ТЕЛӘК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ОЛО ТЕЛӘК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1940 й. БАССР ХКС‑ы эргәһендәге урындағы яғыулыҡ сәнәғәте идаралығына ҡараған “Уфгорпиттрест”ың ағас әҙерләү контораһы булараҡ ойошторола, 1941 й. алып Оло Теләк ҡала урман сәнәғәте хужалығы, 1961 й. — Өфө ҡала урман сәнәғәте...

ОЛО ТЕЛӘК РАЙОНЫ

ОЛО ТЕЛӘК РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡ-көнбайышта — Нуриман р‑ны, көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ-көнсығышта — Белорет, көньяҡ-көнбайышта Архангел һәм көнбайышта Иглин р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1939 й. 25 июнендә БАССР‑ҙың Архангел һәм Нуриман р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған...

ОЛО ТАРХАН ҠӘБЕРЛЕГЕ

ОЛО ТАРХАН ҠӘБЕРЛЕГЕ, 8 б. 2‑се ярт. — 9 б. 1‑се ярт. археологик ҡомартҡыһы. ТР‑ҙың Тәтеш р‑ны Оло Тархан а. янында урынлашҡан. 1950 й. А.Х.Халиҡов тарафынан асыла, 1957 й., 1960 й. СССР ФА‑ның Ҡазан филиалы һәм Ҡазан ун‑ты экспедициялары (етәкселәре В.Ф.Генинг, Халиҡов), 1970 й. Е.А.Халиҡова тикшерә....